» » Нисек йәшәйһең, өкө?

Нисек йәшәйһең, өкө?07.11.2017

Нисек йәшәйһең, өкө?Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә, мин һеҙгә теймәйем, һеҙ ҙә миңә теймәгеҙ, тип ташта ҡыҙынып ятҡан Йылан ханыма, бик тә булмаһа, ҡышҡы йоҡоға әҙерләнгән Айыу бабайға хат яҙып һалғанда, улар яуап яҙыр инеме икән?
«Хайуандарға хаттар» тип аталған төбәк-ара экологик проектты ойоштороусы «Ҡурсаулыҡ эшенә булышлыҡ итеү мәғлүмәт-аналитика үҙәге», әлбиттә, хатығыҙға йәнлектәр һәм ҡоштар мотлаҡ яуап яҙасаҡ, тип ышандыра.
«Рәсәйҙең ҡырағай тәбиғәте: һаҡларға һәм күрергә» программаһы сиктәрендә үткәрелгән был сараның төп маҡсаттары - үҫеп килеүсе быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм хайуандарҙың баш «өйө» тип иҫәпләнгән айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең әһәмиәтен күрһәтеү.
Проект айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, мәғариф ойошмалары, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре, балалар китапханалары ҡатнашлығында ойошторола.
Был сарала алты йәштән алып мәктәпкәсә йәштәге балалар, 1-5 синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Улар ғаилә ағзалары, волонтерҙар, өлкән синыф уҡыусылары, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары, педагогтар һәм методистар ярҙамы менән махсус конверттар яһап, үҙҙәре һайлаған хайуанға рус телендә хат яҙа һәм уны ябай конверт эсенә һалып, ошо адрес буйынса беҙгә ебәрә:
453580, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Карат урамы, 2. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының экологик ағартыу бүлегенә.
Хаттың электрон вариантын eco_bgpz@mail.ru адресы буйынса көтәбеҙ. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8(34755) 3-60-33, 8 (927) 938-65-75. Хаттар 2017 йылдың 30 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
Иң яҡшы тип табылған утыҙ хат ойоштороу комитетына ебәреләсәк. Унда ла һайлау иләгенән үткән осраҡта, сайтҡа ҡуйылып, «Хайуандар-ға хаттар» китабының икенсе сығарылышында донъя күрәсәк.
Әйткәндәй, хаттарҙы адресаттарына «тапшырыу» һәм яуап хатын яҙыуҙы ойошто-роуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Урман-ҡырҙан, күл-йылғанан яуап килһен өсөн, балаларға адрестарын аныҡ күрһәтеүе генә шарт.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Шәп бүләк буласаҡ!Шәп бүләк буласаҡ!
Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлаша. Ошо айҡанлы «Атайым - минең ғорурлығым» тип аталған конкурс иғлан итәбеҙ. Атайығыҙ ауылда танылған балта... Тотош уҡырға
Үҙгәрештәр барҮҙгәрештәр бар
Башланған уҡыу йылының тәүге айы үтеп тә китте. Белем биреү өлкәһендәге хәлдәр менән яҡындан танышыу маҡсатында мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән... Тотош уҡырға
Йәш экологтар ярыштыЙәш экологтар ярышты
16 июндән 19 июнгә тиклем төбәгебеҙҙең Өргөн ауылы эргәһендәге Гагарин исемендәге ял һәм хеҙмәт лагерында «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» тип... Тотош уҡырға
Ағас ултыртылдыАғас ултыртылды
Республикабыҙ Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен һәм «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы»... Тотош уҡырға
Беҙгә эшселәр кәрәкБеҙгә эшселәр кәрәк
2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә төбәктә тау сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.