» » Ҡурай яһау оҫтаһы

Ҡурай яһау оҫтаһы17.11.2017

Ҡурай яһау оҫтаһыҠурай - халҡыбыҙҙың тарихы, асылы, йыры, моңо, йәне. Уның моңон сәғәттәр буйы тыңларға әҙермен. Шуға ла Уральск ҡасабаһында милли уйын ҡоралын эшләгән кеше йәшәгәнен ишеткәс, шундуҡ үҙе менән осрашырға ашыҡтыҡ. Башҡорт рухлы уҙаман бик кәрәкле кәсепкә тотонған.
Оҫтаны урта йәштәрҙәге, олпат ир-уҙамандыр, тип күҙ алдына килтергәйнем, яңылышҡанмын, ҡапҡаны беҙгә йәш егет асты. Башҡорт рухлы уҙаман бик кәрәкле кәсепкә тотонған.
Дим Рәфҡәт улы Мөжәүиров Уральскийҙан. Ҡурайҙа уйнарға бәләкәйҙән өйрәнә. Заманында Рәйес Низаметдиновтан ҡурай дәрестәре ала. 2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһының, башҡорт музыка ҡоралдары бүлегенә уҡырға инә, артабан сәнғәт академияһында белемен камиллаштыра. Буш ваҡытында Башҡорт дәүләт педагогия университетында, педагогия колледжында, ҡаланың 20-се мәктәп-гимназияһында ҡурай дәрестәренән уҡыта.
Һуңынан тыуған ауылына ҡайта, үҙҙәренең «Ирәмәл» ижады үҙәгендә эш башлай, ете йыл балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтә. Балаларға шөғөлләнергә ҡурай етешмәүе уны милли уйын ҡоралын яһарға тотонорға мәжбүр итә лә инде. Бер кем дә өйрәтмәй, үҙ белдеге менән эшләй, сөнки күпме генә үтенһә лә, оҫталарҙың серҙәре менән бүлешәһе килмәй. Сәмле егет ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел, йыл ярым ваҡыт эсендә инструментты яһау нескәлектәрен тулыһынса өйрәнә.
- Әлбиттә, ҡурай яһау һәр кемдең ҡулынан килмәйҙер, бик мәшәҡәтле эш, түҙемлек, теүәллек талап итә, - ти Дим Рәфҡәт улы.
Ике йәшлек Динислам да атаһына булышырға ярата. Сүкеш тотоп бик эшлекле ҡиәфәттә йөрөй. Бәләкәй булһа ла, уйын ҡоралы менән яҡындан таныш, ҡурайҙы тотоп моң сығарырға өйрәнә. Ҡыҙы Диләрә лә атаһының нисек эшләгәнен күҙәтергә ярата. Ҡатыны Динара мәктәптә физиканан уҡыта, «Ирәмәл» ижад үҙәгендә шахмат түңәрәген алып бара. Динара иренең һәр аҙымын хуплап, дәртләндереп тора. Эргәңдә күңелеңә ҡанат ҡуйыусылар булғанда эштәр ҙә ыңғай бара торған.
Дим Рәфҡәт улы оҫтахана ла ҡора башлаған, уны киләһе йылға төҙөп бөтөргә иҫәп тота. Йәш ғаилә былтыр «Ауылдарҙы социаль үҫтереү» программаһы сиктә-рендә бер миллион һумға яҡын субсидия алған. Был аҡсаға йорттарын ҙурайтҡандар, төкәтмә ҡуйғандар, төҙөлөш эштәре әле лә дауам итә. Йорттарын һалырға ярҙамлашҡан туғандарына, яҡындарына бик рәхмәтле.
Өйгә инеү менән бер мөйөштә музыка ҡоралдарының күплеген күреп хайран ҡалдыҡ, уларҙың ниндәйе генә юҡ. Һорауһыҙ-ниһеҙ береһен алып ауыҙға ҡуйып та ебәрҙем, йәнәһе, хәҙер уйнайым. Булманы шул, бының өсөн ҙур һәләт кәрәк - Димдеке кеүек, мәҫәлән. Егет ҡурайҙы ҡулына алып өҙҙөрөп уйнап ебәрҙе. Сихри моң күңелдәге иң нескә ҡылдарҙы тибрәтеп хисләндерҙе.
Быға тиклем ҡурайҙы буктан, ҡайындан яһаған, әле ағас шпонға күскән. Кәрәкле материалды Ҡазандан, Мәскәүҙән заказ менән алдыра. Музыка ҡоралын эшләү өсөн ағас шпонды эҫе һыуға һалып төрөргә кәрәк, был эш ҙур оҫталыҡ талап итә. Дөрөҫ тотонмаһаң, шундуҡ бракка сығасаҡ.
- Һуңғы ваҡытта милли ҡоралыбыҙға ихтыяж күбәйҙе. Заказдар менән йыш мөрәжәғәт итәләр, ситтән дә һорайҙар. Кемдер үҙе өсөн, йәиһә бүләккә тип ала. Уҙған аҙнала Украинаға ебәрҙем, кешеләр ҡурайҙы бер күреүҙән уға ғашиҡ була. Серле моң сығара, тип иҫтәре китә. Милли музыка ҡоралының сит мөхиттә, ят ерҙә ныҡлы танылыу яулауы ҡыуаныслы, - тине оҫта.
Ҡурайына ҡарап хаҡы 500 һумдан алып башлана.
Дим Рәфҡәт уйын ҡоралын яһауҙы байыу сығанағы итеп түгел, яратҡан, күңеленә ятҡан шөғөл итеп ҡарай. Киләсәктә шәхси предприятие булдырыу хыялы менән дә яна.
- Ҡурай эшләй торған махсус станок бар, хаҡы 700 мең һум. Шул ҡорамалды берәй нисек ҡулға төшөргәндә эштәр бөтөнләй яйға һалыныр ине, әммә ҡиммәт. Субсидия юллап ҡараным, ләкин музыка ҡоралдары яһауға гранттар булдырылмаған икән. Бәлки берәй бағымсы килеп сығып, ярҙам ҡулы һуҙып ебәрмәҫме, - тип өмөтләнә егет.
Дим Мөжәүировтың башланғысын хуплаусы килеп сыҡһа, бик шәп булыр ине, әлбиттә. Уның үҙенсәлекле кәсебе аҡса эшләү генә түгел, ә халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралына һөйөү тәрбиәләү сығанағы ла булып торғанын иҫтән сығарырға ярамай. Милли уйын ҡорал-дарыбыҙҙы тергеҙергә һәм мотлаҡ донъя кимәленә алып сығырға кәрәк.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Сулпылар» йондоҙсоҡтары«Сулпылар» йондоҙсоҡтары
Гөлсөм Бикбулатова, Лиана Хәбибуллина, Марсель Ҡотоев, Зөлхизә Илбәкова кеүек билдәле йырсыларҙың киң танылыуы тап «Сулпылар» республика телевизион... Тотош уҡырға
Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүсеСәнғәткә һөйөү тәрбиәләүсе
Ҡунаҡбай балалар сәнғәт мәктәбе 2003 йылдан алып йәш бейеүселәргә, ҡурайсыларға, ҡумыҙсыларға, йырсыларға, гармунсыларға, баянсыларға тәүге ныҡлы... Тотош уҡырға
Ҡурай тартты егеттәрҠурай тартты егеттәр
Учалыла Мәҙәниәт йылына арналған ҡала-район ҡурайсылары конкурсы уҙҙы. Ул XIX быуатта йәшәгән мәшһүр халыҡ музыканттары Ислам Моратов менән Лоҡман... Тотош уҡырға
Ҡумыҙ теле - ҡумыҙ сереҠумыҙ теле - ҡумыҙ сере
Ҡумыҙ - башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Милли... Тотош уҡырға
Иҫтә ҡалырлыҡ сараИҫтә ҡалырлыҡ сара
Мәҙәниәт йылына арнап, Ҡобағош ауылында Белорет ҡалаһында йәшәүсе 80 йәшкә аяҡ баҫҡан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәррәм Сәлимов... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.