» » Ләйсән өсөн тауыш бирәйек

Ләйсән өсөн тауыш бирәйек21.11.2017

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЯңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек Ләйсән Золотареваны йәкшәмбе көнө «Россия 1» каналында «Зәңгәр ҡош» проектындағы сығышын күптәр ҡарағандыр, моғайын.
Ғөмүмән, яҡташыбыҙҙы үҙәк каналдарҙың береһендә күреү минең өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ ине. «Оркестр» ҡыҙыҡай «Урал батыр» эпосынан өҙөктө русса ятлап ишеттергәндән һуң, зал тултырып башҡортса «Сыңрау торна»ны яңғыратты, торна тауыштарын сығарыуы айырыуса хайран ҡалдырҙы.
Ләйсән дейеү образына инеп эпосты һөйләй башлағас, тамашасылар шып-шым ҡалды, күренекле артистар, жюри ағзалары Денис Мацуев, Николай Циска-ридзе, Светлана Безродная, Олег Погудин иҫтәре китеп ҡыҙҙы күҙәтте.
Конкурс дауам итә, яҡташыбыҙҙың финалға үтеүенә беҙ ҙә булышлыҡ итә алабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр программа сыҡҡандан һуң  PTICA.TV сайтында тамашасылар өсөн тауыш биреү уҙғарыла. Тапшырыу эфирға сыҡҡандан һуң аҙна дауамында оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин. Теләгән һәр кем бер IP-адрестан биш тапҡырға тиклем тауыш биреү мөмкинлегенә эйә.
Ҡатнашыусы өсөн смс-хәбәр ярҙамында ла тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн кеҫә телефонынан 1075 һандарына тауыш бирергә теләгән ҡатнашыусының тәртип һанын ебәрергә кәрәк. Тамашасыларҙың «он-лайн» һәм смс-хәбәр аша ебәргән тауыштары бергә иҫәпләнә.
Беҙҙең хәбәрсе.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Зәңгәр ҡош»та сығыш яһаны«Зәңгәр ҡош»та сығыш яһаны
Яҡташыбыҙ, «оркестр ҡыҙыҡай» исеме алған Яңы Байрамғол ауылы һылыуы Ләйсән Золотарева Мәскәүҙә «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһаны. ... Тотош уҡырға
Учалының моңло тауыштарыУчалының моңло тауыштары
Өсөнсө йыл ойошторолған «Тауыш. Балалар. Учалы» конкурсы ҡала-райондың йыр-моңға һәләтле ҡыҙҙарын һәм егеттәрен тағы бер үҙенә йыйҙы. Уҙған йылда уҡ... Тотош уҡырға
Әлегә элеккесә ҡалаӘлегә элеккесә ҡала
2014 йылдың 14 сентябрендә муниципаль һайлауҙарҙа бюллетендәрҙә «барыһына ла ҡаршы» графаһы булмаясаҡ. Бының тураһында матбуғат конференцияһында... Тотош уҡырға
Йыл журналисын билдәләйекЙыл журналисын билдәләйек
Башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре кеүек үк журналистар ҙа йыл аҙағында эшләнгән эштәрен барлай, иң яҡшыларҙы асыҡлай. Ошо маҡсатта быйыл да 16 декабрҙә Өфөлә... Тотош уҡырға
Иң яҡшылар - Учалынан!Иң яҡшылар - Учалынан!
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы БР Журналистар Союзы менән берлектә Контактта социаль селтәрендә онлайн тауыш биреү юлы менән Йыл... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.