» » Йәшлек саялығы һағындыра

Йәшлек саялығы һағындыра21.11.2017

Йәшлек саялығы һағындыраРәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә таныштыҡ - «Яйыҡ» гәзите үткәргән лотереяла тап уға бәхет йылмайҙы.
Бүләк әллә ни ҙур булмаһа ла, апай ихлас күңелдән шат-ланыуы менән барыбыҙҙы ла арбаны. Туғыҙ тиҫтәне түңәрәкләһә лә, һаман теремек, зәңгәр күҙле инәй үҙенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты.

Рәйхана Вәлиәхмәт ҡыҙы 1927 йылдың май айында Ҡоҙаш ауылында ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Апай булараҡ әсәһенә бәләкәс туғанда-рын ҡарашып, ярҙамлашып үҫергә тура килә. Тайсын ауылындағы мәктәптә белем ала. Бөтәһе лә ал да гөл барған саҡта ҡәһәрле һуғыш имен тормошто селпәрәмә килтерә.
- Һуғыш башланған көндө бөгөнгөләй хәтерләйем, - ти инәй. - Бөтә ауыл менән бесәндә инек. Ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәс китте сыр-сыу, илау-һыҡтауҙар. Бер көндө ауылдағы бөтә ир-атты ылау-ылау аттарға ултыртып алып киттеләр. Шул китеүҙән күптәре кире ҡайта алманы...
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ун өс йәш-лек кенә ҡыҙҙың һәм уның тиҫтерҙәренең иңенә бөтә ир-ат эше төшә. Улар ал-ял белмәй колхозда эшләйҙәр, иген үҫтерәләр, уны утайҙар, аҙағынан бесән әҙерләү башлана. 50 сутый ер сапһаң, күпмелер һоло бирәләр, ул бешкәс ус аяһындайға ғына тороп ҡала, ти. Бесән өйөп бөтөүгә ураҡ башлана. Ҡуна ятып эшләйҙәр.
- Көлтә бәйләүсе апай-еңгәләр йырлай, беҙ үҫмерҙәр, шаяра торғайныҡ - күңелле ине. Ҡурмас ҡыҙҙырып ашап тамағыбыҙ ҙа туйып ҡала торғайны, - тип бала саҡ хәтирәләрен дауам итә Рәйхана апай. - Ҡар яуғас күрин ҡырҡырға ебәрҙеләр. Сибек кенә ҡыҙ балалар нисек түҙгәнбеҙ икән шул тиклем ауырлыҡҡа! Өҫ-кә кейергә кейем, ашарға аҙыҡ юҡ, аяҡтарҙа сабата, етмәһә, ағас ҡырҡырға кәрәк. Арыуыбыҙ, асығыуыбыҙ үҙәккә үтеп, ҡасып ҡайтып китһәк, кире килтерә торғайнылар. Бер баракта ете ҡыҙ бергә йәшәнек. Бер тапҡыр етебеҙ бергә ҡастыҡ. Арттан һыбайлылар ҡыуып етеп, беҙҙе мал кеүек сыбыртҡы менән ярып кире алып киттеләр. Ни эшләйһең инде, илай-илай яҙмышҡа күнеп эшләргә тура килде.
Эйе, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыйҙар улар. Колхозда һабансы (плугарь) хеҙмәтен башҡарырға ла тура килә үҫмер ҡыҙға - тракторҙарҙың тәгәрмәстәрен майлап, һуҡаларҙы таҙартып йөрөй. Бер көн ун ете йәштәре тулған дүрт ҡыҙҙы тракторсы курстарына уҡырға ебәреүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Алты айлыҡ курстар үтеп ҡайтҡас үҙен тәгәрмәсле тракторға ултырталар. Ә ҡалған өс ҡыҙ был һөнәрҙе үҙһенә алмай.
Техниканы яратҡанғалыр, Рәйхана Вәлиәхмәт ҡыҙы һәр саҡ «тимер ат»ын төҙөк тоторға тырыша, ҡоролошон яттан белә башлай. Ҡушылған эштәрҙе ҙур яуаплылыҡ ме-нән башҡара һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бер йыл да йәш механизатор ҡыҙҙы бүләкһеҙ ҡалдырмайҙар: тоҡлап бойҙай, күлдәклек тауар бирә-ләр, шулай ҙа иң ҡәҙерлеһе - быйма булғандыр.
- Тракторҙан төшәм дә, быймамды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ботинкаларымды кейеп ҡайтып китәм, быймам таушалып бөтөүҙән ҡурҡам, - тип бәйән итте тыл ветераны.
- Бергә эшләгән ағайҙар һәйбәт була торғайны, бер ваҡытта ла насар һүҙ әйтмәй, ярҙам итеп үҙҙәре менән бер рәттән алып йөрөнөләр. Көндөҙ башҡа эштәр менән булһам, төндәрен баҫыуҙы тырмата торғайным. Ҡараңғыла ял итергә баҫыу ситенә туҡтайым да, ҡурҡҡанғалыр инде, тракторымды һүн-дермәйем. Тауышын әкренәйтеп кенә ҡуям да, үҙем ҡысҡырып йырлап ебәрәм. Шулай бер-ике оҙон көйҙө һуҙғандан һуң тағы «тимер ат» ты эшкә егәм, - ти әңгәмәсем.
Ниһайәт, 4 йылға һуҙылған ҡәһәрле һуғыш тамамланып, донъялар ипкә килә башлай, йәшәйеш яйлап рәтләнә. Киске уйындарҙа артыҡ ҡатнашмай, өйҙә ҡул эштәре менән булышырға ярата йәш ҡыҙ. Шул кистәрҙең береһендә күрше егет уйынға саҡырҙы. Клубҡа барып кергәс тә мандолина сиртеп ултырған егет күҙенә ташлана. Шул ваҡытта ике йәш йөрәктә мөхәббәт уты тоҡана. 1949 йылдың май айында Наурыҙ ауылында яңы йәш ғаилә барлыҡҡа килә.
Байдәүләтов Сабит Сәғит улы бүлексәлә ветеринар булып эшләй. Уны тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала Рәйхана Вәлиәхмәт ҡыҙы.
- Ярҙамсыл, кешелекле булды, эшкә лә ҡарап торманы.
Ҡулға ҡул тотоношоп бергә ғүмер тауҙарына үрләйҙәр. Үткән тормош юлдары күптәргә өлгө булырлыҡ. Донъя булғас, булғандыр төрлө саҡтар. «Ғүмер итеү - ялан үтеү түгел», - тиҙәр. Тормоштоң һикәлтәле оҙон юлдарынан барғанда, абын-майынса атларҙай тура һуҡмаҡтар таба алған улар. Бәғерҙәргә үтерҙәй әсе яҙ-мыш елдәре иҫкәндә лә, бер-береһен һаҡлап алып ҡала алған бәхетле ғаилә.
Бер ҡыҙ һәм дүрт малайға ғүмер һәм тәрбиә биреп, оло юлға баҫтыралар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике улдары фажиғәле вафат була.
Яҙмыш елдәре уларҙы һынағандан һынай бара. Шулай донъя мәшәҡәттәре нә сорналып йәшәп ятҡанда өйҙәре янып китә. Тырышып-тырмашып йыйған хәләл мөлкәттәре бер-нисә сәғәт эсендә көл-күмергә әйләнә. Фажиғәнән һуң өҫтәрендәге кейем һәм балалар менән урамда тороп ҡалалар. Әммә тырыш ғаилә төшөнкөлөккә бирелмәй. Яңынан бынамын тигән ҙур өй һалып сығалар.
44 йыл бергә ғүмер кисергәндән һуң Сабит Сәғит улы, һуғышта алған яраларҙан оҙаҡ яфаланғандан һуң, мәңгелеккә китә.
Хәҙерге ваҡытта оло ҡыҙҙары Фәрхәнә ғаиләһе менән Уральск ҡасабаһында донъя көтә. Саматтары Наурыҙ ауылында атай нигеҙендә төпләнгән, ә Салауат Сәғит улы ғаиләһе менән ҡалала йәшәй. Ул бар ғүмерен ижадҡа бағышлаған кеше, хаҡлы ялға сыҡҡансы сәнғәт колледжы студенттарын баянда уйнарға өйрәткән.
Тыл ветеранының награ-далары ла бихисап. Республика хөкүмәте лә ауыр һуғыш йылдарында ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәтсәндәрен онотмай. Еңеүҙең юбилейҙары еткән һайын миҙалдар биреп, Рәхмәт хаттары тапшырып тора. Унда ил башлығынан килгән юбилей менән ҡотлау хаты ла бар.
- Туҡһан йәшем менән тәбрикләргә балалар йыйылып, Фәрхәнә ҡыҙым һүҙ әйтергә баҫҡайны ғына, ишек шаҡынылар. Ишек асыуға ауыл Советы хеҙмәткәре «Һеҙгә Путин ҡотлау хаты ебәргән», - тигән һүҙҙәр менән килеп керҙе. - Бындай хәбәрҙән иҫең китеп йығылырлыҡ бит, Ил башлығы үҙе ҡотлаһын әле! Рәхмәт инде, беҙҙең оло быуын турһында ла онотмағас, - тип шат йылмая инәй.
Рәйхана апай оҙаҡ йәшәү сере менән дә бүлеште. Баҡтиһәң, бының өсөн эскерһеҙ булырға, кешеләргә кенә тотмай, барына шөкөр итеп йәшәргә кәрәк. Йыш йылмайыу ҙа сәләмәтлеккә файҙа, һөмһөрө ҡойолғандарға ҡарағанда, йөҙө ҡояштай балҡыған, нур сәсеп торғандар ауырыуға ла бер ваҡытта ла бирешмәй.
Ауылдың ағинәйе, тыл ветераны Рәйхана Вәлиәхмәт ҡыҙы бөгөн матур тормошҡа шөкөр итеп, тыныс ҡартлыҡ кисерә. Күҙҙәрендә йәшәү дәрте бер ҙә һүрелмәгән бәхетле әсәй һәм өләсәй. Балалары, туғыҙ ейән-ейәнсәрҙәре, ун өс бүләләре менән бай ул. Хәҙерге заман йәштәренә тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белергә, тырышып донъя көтөргә, тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡмаҫҡа кәңәш бирҙе.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һоҡланыу хистәрен уяталарҺоҡланыу хистәрен уяталар
Кәрим ауылында йәшәүсе Хәмитовтар ғаиләһе өсөн быйыл өсләтә байрам. Беренсенән, Маһиямал Зәбәйер ҡыҙы менән Фәрит Вәлиәхмәт улының ҡулға-ҡул... Тотош уҡырға
Һуғыш балаларыҺуғыш балалары
Һуғыш һәм бала саҡ… Был ике төшөнсә бер нисек тә яраша алмай. Ҡәһәрле һуғыш балаларҙыœ ғәмһеҙ, шат сабыйлығын юҡҡа сығара, уларҙы ваҡытынан алда... Тотош уҡырға
Бер юлы өс бүләкБер юлы өс бүләк
«Яйыҡ» гәзитенә 2015 йылға яҙылыу дауам итә. «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһын уҙғарыу мөхәрририәтебеҙҙең изге йолаһына әүерелде. Тәжрибә... Тотош уҡырға
Беҙҙең бәхетБеҙҙең бәхет
Нимә ул бәхет? Уны һәр кем үҙенсә аңлайҙыр. Кемдер уны эшендә эҙләй, икенселәр - байлыҡта, өсөнсөләр - ғаиләлә, ә берәүҙәр «күңелле» йәшәүҙә. Илсе... Тотош уҡырға
Тормош мәғәнәһеТормош мәғәнәһе
Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Сәфәрғәли Ситдиҡов 1936 йылда ишле ғаиләлә икенсе малай булып донъяға килә. Аталары, һуғыш ветераны, 1968 йылда яҡты донъя... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.