» » Гран-при - «Йәйғор»ҙа

Гран-при - «Йәйғор»ҙа28.11.2017

Гран-при - «Йәйғор»ҙа24 ноябрҙә Учалы филармонияһында фольклор ижадының «Етегән йондоҙ» тип аталған асыҡ фестиваль-конкурсы үтте.
Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, Бөрйән районы, Межгорье һәм Үрге Урал артистары ҡатнашты.

Сағыу тамашала халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре сәхнәләштерелеп күрһәтелә. Мәҫәлән, Межгорье ҡунаҡтары «Ҡатай йыйыны» тигән тамаша әҙерләй, Үрге Уралдан килеүселәр барыбыҙға ла яҡшы таныш «Ҡарға бутҡаһы» байрамын сәхнәләштерә, ә бөрйәндәр «Тары урыу» менән һөйөндөрә.
Районыбыҙҙың Уральск, Ахун, Комсомольск, Яңы Байрамғол, Юлдаш ауылдары коллективтары «Ҡымыҙ эшләү», «Кейеҙ, келәм баҫыу» кеүек кәсептәрҙе лә күрһәтте.
Фестиваль сиктәрендә халыҡ оҫталары һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт ижадының күргәҙмә-конкурсы ойошторола: нәфис таш киҫеү, ағас семәрләү, кейеҙ баҫыу, туҡыусылыҡ, милли биҙәүестәр һәм башҡа. Байрамға килеүселәр милли эсемлектәр һәм халыҡ дауаһы саралары менән дә таныша ала.
Жюри баһа биргәндә милли кейемдәрҙең уникаллегенә, сәхнә образына инеү оҫталығына, урындағы йыр-моң үҙенсәлектәрен белеүгә һәм башҡа ошондай күрһәткестәргә айырыуса иғтибар итә.
Ижади ярышта Уральск ҡасабаһынан «Йәйғор» коллективы еңеп сыға һәм гран-при менән бүләкләнә. Беренсе урында - Яңы Байрамғолдан «Әхирәттәр» төркөмө. Юлдаш, Комсомольск, Ахун вәкилдәре 3-сө дәрәжә лауреаттары булдылар. Ҡотлайбыҙ!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Ләйсән»дән һуң ҡалҡҡан «Йәйғор»«Ләйсән»дән һуң ҡалҡҡан «Йәйғор»
Тәбиғәт ҡосағында барған байрамда өҫтәренә баҫылған камзулдар кейгән, ҡулдарына биҙәкле кейеҙҙәр тотҡан, йөҙҙәренән нур сәселеп торған апайҙарҙың... Тотош уҡырға
Яҡшы данЯҡшы дан
Бөрө ҡалаһында 21-се тапҡыр «Керәшен һыуыҡтары» («Крещенские морозы») фестиваль-конкурсы үтте. Республиканың 300-ҙән ашыу артистары ҡатнаша, Мәскәү... Тотош уҡырға
Йыр  бүләк иттеләрЙыр бүләк иттеләр
Комсомольск ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда Әсәләр көнөнә арналған «Йәшлеккә ҡайтыу» тип исемләнгән күркәм байрам уҙҙы. Сараның тәүге өлөшөн... Тотош уҡырға
Һабантуй йәме - тирмәләрҺабантуй йәме - тирмәләр
Быйылғы һабантуйҙа ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр сараға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып ултырҙы. Улар буйлап йөрөгәндә... Тотош уҡырға
Яҙҙы ҡаршылапЯҙҙы ҡаршылап
Балалар театр коллективтарының «Ҡыңғырауҙар сыңы» исемле республика фестивале иғлан ителде. Уның беренсе этабы Учалы филармонияһында үтәсәк. 13... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.