» » Халҡыбыҙҙың тарихын яҡлап эшләйбеҙ

Халҡыбыҙҙың тарихын яҡлап эшләйбеҙ28.11.2017

Халҡыбыҙҙың тарихын яҡлап эшләйбеҙҺуңғы йылдарҙа республикала башлыса ағинәйҙәр тырышлығы менән халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен, нәфис биҙәүестәрен тергеҙеү өҫтөндә байтаҡ эш алып барыла.
Беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында башҡаларҙы хайран итеп, зауыҡлы биҙәүестәр тағып, милли күлдәктәр кейеп йөрөү ғәҙәткә инә. Үҙе бер илаһи күренеш ул яға, селтәр, түшелдеректәрен тағып, аллы-гөллө күлдәктәрен кейеп, эшлекле ҡорҙарға йыйылған ағинәйҙәр.
Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, уйын-йыр өсөн генә йыйылмай улар. Ниндәйҙер мөһим проблеманы хәл итер, йәштәргә йолаларыбыҙҙы өйрәтер өсөн, йә булмаһа, милли кейем өлгөләре, биҙәүестәр эшләү, ниндәйҙер милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ серҙәре менән бүлешергә, экологик өмәләр үткәрергә йыйылалар. Ошондай матур саралар менән рухлы киләсәк быуын тәрбиәләүҙе бурыс итеп алған ағинәйҙәребеҙ. Был ҡор - төбәгебеҙҙә иң әүҙем йәмәғәт ойошмаларының береһе, буғай.
Районыбыҙҙың «Ағинәйҙәр» берекмәһе рәйесе Мәрзиә Солтанбаева менән осраштыҡ. Иң тәүҙә әңгәмәсебеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырайыҡ.
- Мин 1955 йылда Ҡотой ауылында тыуғанмын. Урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның филология факультетына ситтән тороп уҡырға индем. Диплом алғанға тиклем Һөйөндөк, Ҡотой ауылы мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләнем (дипломды 1987 йылда алдым).
1989 йылда ҡалаға эшкә урынлашырға ҡарар иттем. Ул саҡтағы мәғариф бүлеге етәксеһе Ғаян Сәхиәр улы: «Мәктәпкә уҡытыусы булып барһаң ғына ҡалаға күсерәм», - тип ҡарағайны ла, мин шунда уҡ ҡала мәктәбенә барырға йөрьәт итмәнем.
16-сы балалар баҡсаһы мөдире Хәйҙәрова Роза Ҡауый ҡыҙы миңә башҡорт төркөмө асып, балаларға башҡорт теле дәрестәрен бирергә тәҡдим итте. Ризалаштым. Эшләгән эшебеҙҙең һөҙөмтәһе күҙгә күренде тиерлек - саф башҡорт телендә таҙа һөйләшкән балалар үҫеп еттеләр.
«Ҡышҡы нардуған», «Ҡаҙ өмәһе» кеүек йолаларҙы ошо балалар менән ата-әсәләргә, уҡытыусыларға күрһәттек. Хәтеремдә, ул саҡта 10-сы мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән Шәһүрә Әхмәҙиева ошо балалар менән республика кимәлендәге семинарҙа асыҡ дәрес күрһәтте. Семинарҙың шарты буйынса дәресте үҙең уҡытмаған балалар менән күрһәтергә кәрәк ине. Һынатманы уҡыусыларым.
Артабан мине 3-сө лицейға саҡырҙылар. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыттым. Һуңынан хаҡлы ялға тиклем 12-се лицейҙа хеҙмәт иттем.
- Ағинәйҙәр ҡоро тураһында ентекләберәк аңлатып китмәҫһегеҙме?
- Республикала «Ағинәйҙәр ҡоро» йәмәғәт хәрәкәте киң йәйелдерелде һәм уның башында Гөлфиә Янбаева тора. Ул Учалы районына килеп ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып һөйләшеп, райондың төп ағинәйен һайларға кәрәк тигән фекерен әйтте. Күпселек тауыш менән мине һайлап ҡуйҙылар. Шунан һәр ауыл Советында ла ағинәйҙәр ҡоро булдырылды һәм маҡсаттар ҡуйылды.
Дөйөм алғанда, һәр ағинәй халыҡ алдында абруйлы шәхес булырға тейеш. Мотлаҡ оло йәштәге кеше генә түгел, 30 йәштән үткәндәр ҙә ағинәй тип атала ала. Иң мөһиме - улар тел һәм милләт һағында тороусылар, халҡыбыҙҙың рухын, тарихи хәтерен, иманын хәстәрләүсе абруйлы ҡатын-ҡыҙ.
Ағинәйҙәр - халҡыбыҙҙы берләштереүселәр,үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыусылар, йолаларҙы, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусылар. Беҙ төбәктең йәмәғәт тор-мошонда актив ҡатнашабыҙ, башҡорт милли мәҙәниәтен, көнкүреш йолаларын һаҡлауға, таратыуға күп көс һалабыҙ.
- Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләгеҙ әле?
- Иҫтамғол ауылында Гөлсирә Кирәева етәкләгән ҡор ауылдаштары менән бергә Йүкәҡойоно тәрбиәләне, Уральск ҡасабаһында Сәрүәрә Ғарипова етәкләгән ҡор яҙға Тайбатҡан шишмәһен хәстәрләргә планлаштыра.
Үҙебеҙҙең милли аш-һыу йолаларын тергеҙеү ҙә көнүҙәк бурыстарҙың береһе. Ҡунаҡбайҙа «Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡалаҡ» байрамы уҙғарҙыҡ.
Миндәктә «Буҙа байрамы» үткәрҙек. Килмәктә «Өләсәйем һандығы» сараһы ойошторолдо. Унда боронғо көнкүреш әйберҙәрҙең исеме, тарихы, уларҙың ҡайҙа ҡулланылғанлығы һөйләп аңлатылды.
Мансурға йыйылғанда халыҡ медицинаһы серҙәре менән уртаҡлаштыҡ. Унда «Үҙ һаулығың үҙ ҡулыңда» исемле сара уҙҙы. Данлыҡлы башҡорт балының ни тиклем файҙалы булыуы, районыбыҙҙа үҫкән дарыу үләндәре, тамырҙар ҡулланып эшләнгән майҙар, дарыуҙар, кәзә һөтө һәм унан эшләнгән ҡымыҙҙың сихәте тураһында фекер алыштыҡ. Онотола барған боронғо дауалау алымдарын тергеҙеү бик яҡшы.
Шәфҡәт туташы Мәмдүҙә Мөхтәруллина ҡот ҡойоу тураһында һөйләне. Нисек итеп уның ярҙамында, мәҫәлән, ҡурҡҡан баланы дауаларға икәнлеген аңлатты. Ҡот ҡойоп та, кернә тартыу ысулын да ғәмәли рәүештә күрһәтте.
Иң мөһим эшебеҙ - милли кейемде популярлаштырыу. Билдәле башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе Шамил Анаҡ «Үҙ кейемеңде кей, үҙ һауытыңдан эс,үҙ икмәгеңде аша, үҙ йырыңды йырла - ул саҡта бер кем менән бутамаҫтар һине!» - тип бик тапҡыр әйткән.
Иң беренселәрҙән булып Юлдаш ауылы ағинәйҙәре күлдәк, камзулдар тегеп кейҙеләр. Камзулға килгәндә, Учалы яғының камзулдарының тәңкәләре күп булған, шуның менән башҡаларҙан айырылып тора.
Уральск ағинәйҙәре камзулдарҙы һарыҡ йөнөнән үҙҙәре баҫып, матурлап сигеп «Байыҡ» телевизион конкурсында беренсе урын алып ҡайттылар. Унан инде үҙҙәре өйрәнеп алғас, Көсөк, Миндәк, Юлдаш ауылдарында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр.
Яғаларҙы ла республика кимәлендә яҡлап сығырға тура килде. Өфөгә яға конкурсына барғас, «яға» тигән һүҙ юҡ, ул «селтәр» тип аптыраттылар. Шунан мин сәмләнеп ҡайтып эҙләнергә керештем һәм Руденконың китабын яҡшылап өйрәндем. Беҙҙең яҡ, Силәбе өлкәһе халҡы «яға» тип йөрөтә был зауыҡлы, ҡасандыр етеш тормошта йәшәгәнебеҙҙе иҫбатлаған бай биҙәүесебеҙҙе.
Форсаттан файҙаланып, ошо исем аҫтында үткән иҫ киткес әһәмиәтле конкурс ойошторғаны өсөн Учалы телевидениеһы редакторы Лариса Рифат ҡыҙына бөтә ағинәйҙәр исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм.
- Йәмәғәт тормошонда ниҙәр айырыуса борсой?
- Хәҙерге заманда атай абруйы кәмеп бара. Ә бит атаһына ҡарата ышаныс тойғоһо ир балаға көс бирә. Икенсенән, яуаплылыҡ тәрбиәләй. Бер-берегеҙҙе их-тирам итһәгеҙ, ғаилә татыу булыр, бала тейешле тәрбиә алыр. Ирҙәрҙе ир итегеҙ, тип әйтергә теләйем хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙарына. Ир кеше ғаиләлә баш булырға тейеш.
Әйткәндәй, Илсе ағинәйе Ибраһимова Флүрә «Атай абруйы» исемле сара уҙғарырға йыйыныуҙары тураһында хәбәр итте. Флүрә апай ағинәйҙәре менән һал-датҡа алыныусы егеттәрҙе хеҙмәткә оҙатыуҙы иҫтә ҡалырлыҡ сара үткәреп оҙата. Уларға гәзит материалдарына таянып «Хәүефһеҙлегең үҙеңдән ҡала» тигән өгөт - нәсихәтте лә оҫта ғына итеп күндерә.
«Хәмер ҡапҡан - енәйәт юлына баҫҡан» исемле тәрбиәүи сараһы ла эҙһеҙ үтмәгәндер. Әле яңы ғына ауылдаштарына ҡаҡ ҡойоу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреп ҡыуандырғандар. Ғарипова Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы етәкләгән ҡор бөгөн ауылдаштарының терәгенә әйләнде. Тик байрам саралары ғына үткәрмәй улар, килеп тыуған бар проблеманы хәл итеүҙә ҡатнаша. Сиргә дусар булған ауылдаштарын аяҡҡа баҫтырыу өсөн Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның үҙенә барып еттеләр, һауыҡтырҙылар.
Юлдаш ауылы ағинәйҙәре башланғысы менән ауылда мәсет өр-яңынан төҙөлдө тиһәң дә була. Әле бына ошондай эш менән Ҡоҙаш ауылы ағинәйҙәре лә мәж килә. Ағинәйҙәр йәштәрҙең күберәк дингә тартылыуына ла ҡыуана. Иман көсәйһә, эскеселек, наркомания, ришүәтселек һәм башҡа заман касафаттары яйлап артҡа шыуыр ине.
Ислам - төрлө экстремизм ҡылмыштарына ла ышаныслы кәртә ҡуя ала, тигән фекерҙәмен.
- Ойошмағыҙ үткәргән бихисап сараларҙың тағы ла ҡайһылары айырыуса хәтерегеҙгә уйылды?
- Көсөктә Гөлсирә Ғарипова етәкләгән ҡор яҡташтары, легендар комбриг Муса Мортазинға арналған матур сара ла үткәрҙеләр: батырҙың яҙмышын үҙ йөрәгебеҙ аша үткәреп тетрәндек. Аҙаҡтан Миндәк ағинәйҙәре уларҙы үҙҙәренә саҡырып, ошо сараны мәктәп балаларына күрһәттеләр.
Килмәк ауылы ағинәйе Ильмира Йомадил ҡыҙы Химәтуллина шундай матур ҡор йыйып алған. «Өләсәйем һандығы», «Ҡар һыуына барыу» исемле матур саралар күһәттеләр.
Миндәктә Гөлнур Камил ҡыҙы етәкләгән ҡор ғаилә, демография мәсьәләләренә арналған ҙур ҡатын-ҡыҙҙар форумы үткәрҙе.
Юлдаштан Әлфиә апай Абдуллина етәкләгән ҡор «Быуындар бәйләнеше» исемле хеҙмәт кешеһенә дан йырлаған сараларын инде традицияға әйләндерҙеләр.
Мәҫкәүҙән Ғөбәйҙуллина Таңсулпан етәкләгән ҡор ауылда үткәрелгән һәр никах, исем ҡушыу тантаналары менән ауылдаштарын ҡыуандыра.
- Кемдәр иң актив ағзалар булып тора?
- Үрҙә телгә алынғандарҙан тыш, Кәкүктән - Роза Мирсәйетованы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолдан - Гөлсирә Исламованы, Иҫке Байрамғолдан - Гөлшат Шаһиеваны, Көҙөйҙән - Йәмилә Нурдәүләтованы, Иманғолдан - Тәнзилә Йыһаншина менән Райхана Динисламованы, Мансурҙан - Рәүзимә Нәҙершинаны, Ҡунаҡбайҙан - Хәлимә Ғатауллинаны, Ҡоҙаштан - Илзидә Шаймарҙанованы, Һәйтәктән Ғәлиә Сафиуллиналарҙы әйтер инем.
- Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?
- «Донъяла мәңге ҡалыр эш, ул да булһа, яҡшылыҡ»,- тигән девиз аҫтында эшләйбеҙ. Төп маҡсатыбыҙ - лайыҡлы яңы быуын тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәрҙе һәм мәҙәниәтте түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға еткереү.
Юғиһә, йәштәрҙең байтағы компьютерҙан, сит ил музыкаһынан арына алмай тип зарланабыҙ. Альтернатива булғанда арындырырға була. Беҙҙең сараларҙа бик теләп ҡатнаша улар. Уларҙы әүҙемерәк йәлеп итеү мөмкинлектәрен уйлап таба белергә генә кәрәк. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Ағинәйҙәрҙең милли костюмда йөрөгәндәрен күреп, йыр, мөнәжәттәребеҙҙе тыңлап, йолаларҙы күреп, уларҙа ла милли аң, ҡыҙыҡ-һыныу уяна.
Башҡорт халҡының киләсәге өсөн бөгөнгө ағинәйҙәр ҡоро бик тә кәрәктер ул. Заманы шул - йорт ҡапҡалары ғына түгел, күңел ҡапҡалары ла бикләнә башланы. Ошо «ҡапҡаларға» арыу-талыу белмәй шаҡыйбыҙ, бергә, берҙәм булырға, әсә теленә, рухи тамырҙарыбыҙға хыянат итмәҫкә өндәйбеҙ. Иманым камил - беҙҙең ойош-малағы кеүек тоғро һәм әүҙем ағинәйҙәр булғанда, бар башҡорт халҡының да киләсәге бар - быуындар бәйләнеше өҙөлөүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ! Бик хуп! Артабан да алтын бағаналай милләт һағында тороғоҙ, ағинәйҙәр!
- Мәрзиә Сәғит ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!



 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Күбек майын татыныҡ,  буҙаһын да эстек...Күбек майын татыныҡ, буҙаһын да эстек...
Район ағинәйҙәр ҡоро Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда «Һөт байрамы» үткәрҙе. Йөкмәтке һәм киң масштаб буйынса республика фестивалдәренә тиң сараға «Көҙгө... Тотош уҡырға
Мансурға сәфәр ҡылдыҡМансурға сәфәр ҡылдыҡ
Районда йәшәһәм дә, Мансур ауылын күргәнем юҡ ине. Учалы районының ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Мәрзиә Солтанбаева Мансур ауыл биләмәһенә «Үҙ һаулығың... Тотош уҡырға
Өс быуын ҡатнаштыӨс быуын ҡатнашты
Район ағинәйҙәренең сираттағы ултырышы Килмәк ауылында үтте. Улар «Өләсәйем һандығы» тип исемләнгән бик матур кисә әҙерләгәндәр. Сарала мәктәп... Тотош уҡырға
Дәрт алып ҡайттыҡДәрт алып ҡайттыҡ
Әбйәлил районында республика кимәлендә үткәрелгән ағинәйҙәр йыйынында булып ҡайттыҡ. Районыбыҙҙағы ойошма етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Ҡотой ауылынан... Тотош уҡырға
Милләт рухы һағындаМилләт рухы һағында
Уҙған йылдың декабрендә Учалы районында «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошторолғайны. Был идеяны ауылдар ҙа дәррәү күтәреп алды. Мәҫкәү ауылында «Ағинәйҙәр ҡоро»... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.