» » Учалыға хөрмәт күрһәтелде

Учалыға хөрмәт күрһәтелде05.12.2017

Учалыға хөрмәт күрһәтелдеБашҡортостандың 100 йыллығына арналған «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортос-тан!» исемле халыҡ-ара фестиваль-марафон эстафетаһы старт алды.
Был мөһим мәҙәни һәм сәйәси-социаль сараны асыу хөрмәте тәүгеләрҙән булып Учалы районына йөкмәтелде.
1 декабрҙә баш ҡалала районыбыҙҙан сыҡҡан яҡташтар осрашыуы үтте, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур концерт программаһы ойошторолдо. Тантанала Учалы яҡташтары ойошмаһы етәксеһе, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, район хакими-әте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Әмир Минниәхмәт улы: «Ошо гүзәл фестиваль менән республикабыҙҙың йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләй башланыҡ. Сараны асыу буйынса хөрмәтле миссия Учалы районына тапшырылыуына шатмын!» - тип билдәләне.
Осрашыуға БДУ проректоры Юлай Янбаев эш сәфәре менән килгән Аньхой университеты Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге директоры Ши Хуншэн әфәндене лә саҡыра. Учалыларҙың һәләтен Ҡытай ғалимы ихлас күҙәтте, ти. Айырыуса кескәй Ләйсән Золотарева һәм На­жия Аллаярова менән танышыу һоҡладырған. Һуңынан, «Учалыла нисә кеше йәшәй?» - тип һорап ҡуя. Етмеш мең тирәһе икәнлекте белгәс, аптырауын йәшермәй: «Мин йәшәгән Хэфэй ҡалаһында 5 миллион кеше, беҙҙә 70 мең ни бары бер микрорайонға ғына тура килә. Халыҡ самалы булып та, шул тиклем таланттар күплеге иҫте китерерлек!»
Эйе, концерт бик матур һәм күңелле үтә. «Уралтау» бейеү ансамбле, Илнур Юламанов, Вилдан Яруллин, Ләйсән Золотарева, Дилара Иҙрисова, Илнур Лоҡманов һәм башҡа «йондоҙҙар» биҙәй бит сәхнәне.
Райондың ойошторолоу тарихы һәм күренекле шәхестәр тураһында күргәҙмә, Учалы районында етештерелгән тауарҙар күргәҙмә-йәрминкәһе лә ойошторола - халыҡҡа сувенирҙар, экологик яҡтан саф аҙыҡ-түлек һәм кондитер изделиелары һатып алырға мөмкинлек бирелә.
Учалылар эстафета таяҡсаһын Хәйбулла районына тапшырҙы. Ошолай, сара штандарты (байрағы) ҡулдан-ҡулға күсә килеп, 2019 йылға тиклем Баш-ҡортостандың бөтә муниципаль берәмектәре төбәктәрен Өфө сәхнәһендә күрһәтәсәк. Учалылар, шулай итеп, тәүге ҡоймаҡты ҡойҙо һәм «ҡоймаҡ» бер ҙә тө-йөрлө булманы!
Фестивалде ойоштороусылар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәҙәниәт министрлығы, республиканың район һәм ҡала хакимиәттәре.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Идаралыҡ нығытылаИдаралыҡ нығытыла
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡарары менән Азат Йыһаншин БР Ветеринария идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. Күренекле... Тотош уҡырға
«Ләйсән» һынатманы«Ләйсән» һынатманы
13-15 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында «Халыҡтар дуҫлығы» тип аталған Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла. Беҙҙең данлыҡлы «Ләйсән»... Тотош уҡырға
Үәт, исмаһам, бейейҙәр!Үәт, исмаһам, бейейҙәр!
Ҡала филармонияһында ҙур сәнғәт байрамы - балалар бейеү коллективтары араһында «Яҙ һулышы» тип исемләнгән күркәм фестиваль үтте. Унда ҡала-райондың... Тотош уҡырға
Дәрт алып ҡайттыҡДәрт алып ҡайттыҡ
Әбйәлил районында республика кимәлендә үткәрелгән ағинәйҙәр йыйынында булып ҡайттыҡ. Районыбыҙҙағы ойошма етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Ҡотой ауылынан... Тотош уҡырға
Рәхмәт ишеттекРәхмәт ишеттек
12 июндә Ҡонашаҡ районында Силәбе өлкәһе һабантуйы үтте, 15 меңләп кеше йыйыла. БР-ҙың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенең был хаҡтағы хәбәрнамәһенән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.