» » Ҡатын-ҡыҙҙа - донъя йәме

Ҡатын-ҡыҙҙа - донъя йәме05.12.2017

Ҡатын-ҡыҙҙа - донъя йәмеКүптән түгел ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе күп балалы әсәләргә матур сюрприз яһанылар.
Гүзәл зат һәр саҡ
гүзәл булып ҡалһын

31-37 йәшлек биш гүзәл затыбыҙ «перезагрузка» үтте, йәғни уларҙың ҡиәфәтен тулыһынса үҙгәрттеләр.
- Был проект күп балалы әсәләрҙең образын матур, бөхтә ҡатын-ҡыҙ итеүгә йүнәлтелгән. Нисә бала тәрбиәләүҙәренә ҡарамаҫтан, гүзәл зат һәр ваҡыт гүзәл булып ҡалырға тейеш. Иң мөһиме, балаларыбыҙ иҫән-һау булһын. Әсәләре шат икән, улар ҙа бәхетле, - тине районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы тәбрикләп.
Ләйсән Ибраһимова Миндәк ауылынан, алты бала әсәһе. Өлкән улына - 17, бәләкәсенә 4 йәш.
- Байрамдарға биҙәнеп-төҙәнеп йөрөргә тырышам. Күберәк тәбиғи матурлыҡҡа өҫтөнлөк бирәм,- тип фекерҙәре менән уртаҡлашты ханым.
Динара Тимерғәлинаның дүрт балаһы бар, тағы ла бәләкәй ҡустыһын опекунлыҡҡа алған. Бөйҙө ауылында йәшәйҙәр, уңған ҡатын «Уралташ» йәмғиәтендә эш-ләп тә өлгөрә.
Ҡунаҡбайҙан Әлфиә Ғәйнуллина Аҡҡужа балалар музыка мәктәбендә хореографиянан уҡыта, алты балаға ғүмер бүләк иткән.

Ағасты - япраҡ,
кешене кейем биҙәй

Ике йыл элек өс игеҙәк ҡыҙ тапҡан Зарина Йортомбаева ла был проекттан ситтә ҡалмаған. Йортомбаевтарҙың Тимур һәм Ринат исемле улдары бар.
- Күп бала менән үҙеңә ваҡыт етмәй китә. Ғөмүмән, зауыҡлы кейенергә, биҙәнергә яратам. Игеҙәктәр кескәй булғанда, әлбиттә, өлгөрөп булмай ине. Хәҙер уларға өс йәш, ҙурайҙылар. Үҙҙәре көҙгө алдынан китмәйҙәр, мин күрмәгәндә, йәшеренеп, косметикам менән ҡулланалар, - тип йылмая Зарина.
Ҡатнашыусылар араһында ауылдашым, Һәйтәктән Айгөл Исаеваны күреп шатландым. Айгөл йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, биш бала әсәһе. Үҙгәреү проек-тында ҡатнашыуына ул да сикһеҙ шатлана.
- Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, көҙгөгә ҡарараға ваҡыт юҡ. Иртә таңдан кискә тиклем аяҡ өҫтөндәһең. Үҙемде тиҙерәк үҙгәргән килеш күрәһем килә! - тип түҙемһеҙләнде ул.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға «перезагрузка» алдынан фотосессия ойошторолдо.
Һуңынан йәрәбә менән үҙҙәренә визажист һәм парикмахер һайланылар. Профессионалдар әйтерһең дә шуны ғына көткән, ҡулдарына ҡоралдарын алып шундуҡ эшкә тотондолар. Парикмахерҙар Әлиә Бикбулатова, Алена Нафиҡова, Гөлназ Йомабаева, Луиза Ибәтуллина, Светлана Мәхәмәтйәнова, визажистар Надежда Ғәлиева, Айгөл Ғарипова, Зөлфиә Исмәғилова, Динара Муртаева һәм Эльвира Зәйнуллина гүзәл заттарыбыҙҙы күҙ асып йомған арала сын-яһау итеп ҡуйҙылар. Уларҙы күреп, хатта, беҙ ҙә телһеҙ ҡалдыҡ, алдыбыҙға бөтөнләй икенсе образдар килеп баҫты. Ағасты - япраҡ, кешене сепрәк биҙәй, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Зауыҡлы күлдәк, килешле прическа, күҙҙәргә һөртөлгән һөрмә, биткә яғылған кершән, сағыу помада әсәләрҙе баштан-аяҡ үҙгәрткән. Өйҙәренә ҡайтҡас ғаилә ағзалары үҙҙәрен танымаҫ әле. Айырыуса араларында Айгөлдөң ныҡ үҙгәреүен тамашасылар ҙа билдәләне, ул ҡәтғи ҡиәфәттәге эшлекле ханымға әйләнгән дә ҡуйған.
Сюрприз уңышлы килеп сыҡты. Гүзәл заттарыбыҙ көҙгөлә үҙҙәренең ҡиәфәтен күреп һоҡланыуҙарын белдерҙеләр. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һәр ваҡытта ла шулай матур, һөйкөмлө бу-лып ҡалығыҙ. Балалар һыл-тау түгел, үҙегеҙҙе яратырға өйрәнегеҙ.

Сабыйҙар тыуып
торһон

Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһының бала табыу йортонда Әсәйҙәр көнөнә арналған матур сара уҙҙы. Сабыйҙарын ҡулына алған алты ҡатын-ҡыҙ тантаналы шарттарҙа бала табыу йортонан сыҡты.
Учреждениеның беренсе ҡаты сағыу гөлләмәләр тотҡан, ҡыуаныстан ауыҙҙары ҡолағына еткән атайҙар, ҡыҙҙарының, килендәренең иҫән-һау бәпесләү шатлы-ғынан ҡояштай балҡыған ата-әсәләр, ҡайны-ҡәйнәләр, олатай-өләсәйҙәр, ҡусты-һеңлеләрен күрергә түҙемһеҙләнгән ҡыҙ-малайҙар менән шығрым тулы ине.
Гөлнара Хужаева кейәүе Артур, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары Айгөл һәм Усман Ғәфүровтар менән ҡыҙы Эвелинаны ҡаршы алырға килгән. Ғаиләнең ҡыуаныстары йөҙөнә сыҡҡан. Йәш ҡатын бөгөн икенсегә әсәй булыу бәхетен татый. Ике йәшлек Данил да бында, дүрт күҙ менән һеңлеһен сығарғандарын көтә.
- Әсә кешегә балаһы нисә йәштә булһа ла бала булып ҡала. Беренсе бәпесен иҫән-һау тапҡансы төн йоҡоларыбыҙҙы йоҡламай борсолоп сыҡҡайныҡ, был юлы ла йөрәк тулҡынланып торҙо. Кейәү менән артабан да бер-береһе менән аңлашып, матур итеп йәшәһендәр, беҙҙе ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырып торһондар, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Гөлнара Фәтих ҡыҙы.
- Бала - ғаиләне нығытыусы еп. Һәр береһе үҙенең ризығы менән тыуа. Киленем бөгөн ейәнсәр бүләк итте, уға ҙур рәхмәтлебеҙ. Мин ғаиләлә бер бөртөк булдым. Йәшермәйем, ҡыйын була торғайны. Бер туғанлы тиҫтерҙәремде күреп, көнләшеп тә ала инем. Бәләкәй саҡта ныҡ һиҙелмәй, ә бына өлкәнәйгәс бер туғаның булмауы һиҙелә, кем менәндер һөйләшәһе, серләшәһе килә. Шуға ла мин күп балалы ғаиләләр яҡлы, киленем нисә бала тапһа ла, һәр береһен их-лас көтөп аласаҡбыҙ, өҙөлөп яратасаҡбыҙ, - тип һүҙгә ҡушыла Айгөл Мөйдин ҡыҙы.
Бер ситтә, ҡулына гөлләмәләр тотоп, сабыр ғына кәләше менән ҡыҙын көткән ир-уҙаман менән әңгәмәләшәбеҙ. Роза һәм Вадим Шаһивәлиевтарҙың ғаиләһендә бөгөн икенсегә ҡыҙ тыуған. Өлкәндәренә ун бер йәш. Вадимдың атаһы менән әсәһе Зилиә һәм Рөстәм Шаһивәлиевтар ҙа ҡыуаныслы ваҡиғанан ситтә ҡалмаған, хатта һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған өләсәһе лә бүләсәһен күрергә килеп еткән. Фәнжиә Сәйфуллинаның биш ейән-ейәнсәре бар, бөгөн иһә өсөнсөгә бүләсәле булды.
- Әсәйем ейән-ейәнсәрҙәренең, бүләсәләренең һәр береһен тиерлек бала табыу йортонан ҡаршы ала. Күптән түгел Силәбенән дә барып алдыҡ, хатта, - ти
Зилиә Миһран ҡыҙы.
Ниһайәт, яңы тыуған бәпәйҙәрен күтәргән әсәйҙәр күренде. Бәләкәй генә бүлмә ҡырмыҫҡа иләүе ише гөж килде. Сабыйҙар ата-әсәле булып, иҫән-һау үҫеп китһен сабыйҙар.

Аталы-әсәле булып
үҫһендәр

Эльвира һәм Дим Хәйруллиндарҙың ғаиләһе өсөн дә бөгөнгө көн иҫтәлекле. Уларҙың ҡыҙҙары тыуған. Улдары Рафаэлға 2,7 йәш. Әсәһе дауаханала ятҡан мәлдә өләсәһе, атаһы менән донъя көткән малай. Зөһрә ханым ейәнен ҡарашырға Белореттан килеп еткән.
Йәш әсә күҙ йәштәрен тыя алмай, әсә булыу бәхете үҙен шул тиклем тулҡынландырған ахыры.
- Дауаханала ятҡанда улымдың ҡараулы булғанын белһәм дә, хәл белешергә килгән һайын уны һағынып илайым. Әсә йөрәге түҙемһеҙ, сабый менән тиҙерәк яҡындарым эргәһенә ҡайтырға, улымды ҡосағыма алыу теләге менән яндым, - ти ҡатын. Хәйрул-линдар исем дә уйлап ҡуйғандар, ҡыҙҙарына Аиша тип исем ҡушырға уйлайҙар.
Ғирфановтар иһә күп балалы ғаиләгә әйләнде, Вилә Борисовна өсөнсөгә әсәй булған. Ҡыҙы Зәриә менән улы Радмир өйҙә өләсәләре менән ҡалған, әсәләренең тиҙерәк ҡустыларын алып ҡайтыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтәләр. Исеме Әлмир буласағын да күптән беләләр. Виләнең тормош иптәше Себерҙә эшләй, шуға ла ҡаршы алырға ағаһы Рөстәм килгән. Атай кешегә ең һыҙғанып эшләргә тура килә, өс балаға сығымдар ҙа күберәк китә бит.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында сәскәләй биш ҡыҙы, ҡар-бурандарҙан һаҡлап, яҡлап барыусы ныҡлы терәге - ире бар. Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы... Тотош уҡырға
Ныҡлы ғаилә -  ил күркеНыҡлы ғаилә - ил күрке
Республика көнө алдынан мәҡәләмдең геройҙары итеп күп балалы ғаиләне һайлауым юҡҡа түгел. Улар төбәгебеҙҙең демографияһын яҡшыртыуға тос өлөш индерә.... Тотош уҡырға
Өс ҡыҙым - өс мөғжизәмӨс ҡыҙым - өс мөғжизәм
Ер йөҙөндә мөғжизәләр булып тора. Ҡайҙалыр Ҡыҙыл ҡар яуһынмы, Силәбегә метеорит төшһөнмө, тигәндәй... Ә бына беҙҙең өсөн йәш пар Зарина һәм Азат... Тотош уҡырға
Балалар - тормоштоң йәмеБалалар - тормоштоң йәме
Ғәзиз балаһын күкрәгенә ҡыҫып һөйөүҙән олораҡ бәхет юҡтыр ул әсә кеше өсөн. «Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит... Тотош уҡырға
Хеҙмәттә үткән ғүмерХеҙмәттә үткән ғүмер
Ир беләк, ҡатын терәк, ти халыҡ мәҡәле. Боронғоларҙан килгән был аҡыл Фәттәховтар ғаиләһенә тулыһынса тап килә. Илсе ауылында бына инде ярты быуат... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.