» » Яҡташыбыҙ һынатманы

Яҡташыбыҙ һынатманы08.12.2017

Яҡташыбыҙ һынатманы112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының ойошторолоуына 75 йыл тулыу айҡанлы күптән түгел Өфө ҡалаһында милли йәйәнән атыусылар араһында ябыҡ турнир үтте.
Был ярышта ҡатнашыу өсөн үткән йылдың һөҙөмтәләренә ҡарап, Башҡортостандың утыҙ иң мәргән уҡсыһы һайлап алына. Ярыш 11-се Олимпия резервы спорт мәктәбендәге йәйәнән атыу тирында уҙа.
- Был сараның маҡсаты - республикала һәм Рәсәйҙә танылған, донъя кимәлендә уҙғарылған «Һыбай һәм йәйәүле йәйәнән атыу, Мәргән уҡсы III» фестиваленә әҙер-лек, Башҡортостан уҡсыларының башҡа тарафтарҙа уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашыуы өсөн йыйылма команда төҙөү, - тип аңлатты бәйгене ойоштороусы, «Мәргән уҡсы» фестиваленә тәүләп нигеҙ һалыусы Юлай Ғәлиуллин.
Мәргәндәр сараға Өфө, Сибай, Учалы ҡалаларынан, шулай уҡ Бөрйән, Әбйәлил, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килгәндәр.
Утыҙ иң оҫта уҡсы араһында беренселекте яҡташыбыҙ Рөстәм Тләүбирҙин алды. Унан ҡала икенсе урынды Салауат Юлбирҙин (Бөрйән районы) яулаһа, «бронза миҙалға» йәнә Учалы уҙаманы, күп бәйгеләр еңеүсеһе Руслан Әхмәҙиев лайыҡ булды.
- Конкурстан тыш, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев әҙерләгән махсус призды ҡала-районыбыҙҙың хәрби комиссары Азамат Рыҫ-ҡолов яуланы. Шулай уҡ 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһы музейы һәм 1-се башҡорт атлы полкы ағзаларының бүләктәре, рухландырғыс сығыштары был сараға тағы ла йәм һәм бәҫ өҫтәне. Ярыштың барышын күҙәтеп, мәрәйҙәрҙе һанаусы судьялар, Башҡортостандың йәйәнән атыу буйынса иң яҡшы тренерҙары А.А. Минаев һәм В.О. Кошарин вазифаларын ғәҙел һәм белеп башҡарҙылар.
Ойоштороусыларға һәм ярышты үткәрергә ярҙам итеүселәргә айырыуса рәхмәтебеҙ ҙур.
Ғөмүмән, ошо саралар йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн бик әһәмиәтле, сөнки атлы яугир булған ата-бабаларыбыҙҙың данын иҫкә алыу үҙенә күрә бер оло тәрбиә! - тип иҫәпләй тренер Илдар Исхаков.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Мөстәҡиллеккә - бер быуат!Мөстәҡиллеккә - бер быуат!
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет... Тотош уҡырға
Уҡ ҡөҙрәте ян керешендәУҡ ҡөҙрәте ян керешендә
14-16 июль Ғәҙелша ауылы янында, Янтыҡбаш тауы ҡаршыһындағы яланда «Ай, Уралым, Уралым» тип аталған фестиваль үтте. Сара төп өс өлөштән торҙо:... Тотош уҡырға
Иң мәргәне - ЛилиәИң мәргәне - Лилиә
«Тамыр» телеканалының 25 йыллыҡ юбилейына арнап, Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияһында, 12-17 йәшлек балалар араһында милли йәйәнән... Тотош уҡырға
Ятып ҡалғансы,  атып ҡалЯтып ҡалғансы, атып ҡал
- Әлеге мәл ер уяна, тәбиғәт уяна. Халҡыбыҙҙың да еңеүсе рухы уянһын! Тышҡы дошманды түгел, эскелекте, наҙанлыҡты, ялҡаулыҡты, маңҡортлоҡто, башҡа... Тотош уҡырға
Ҡушылығыҙ!Ҡушылығыҙ!
Ҡарас сәсән призына 18 мартта Уральск ҡасабаһында йәйәнән уҡ атыу буйынса район турниры үткәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ярыш тәртибе һәм... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.