» » «Күңелдәргә дауа булһын йырҙарым»

«Күңелдәргә дауа булһын йырҙарым»22.12.2017

«Күңелдәргә дауа булһын йырҙарым»Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эстрадаға ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫҡан йырсы Гөлназ Асаева төрлө йәштәгеләр араһында ла үҙ тамашасыһын табып өлгөрҙө.
Әсәһе, билдәле йырсы Лилиә Биктимерова менән бергә бәләкәй сағынан сәхнә күрке булған ҡыҙыҡай әлеге көндә Өфө сәнғәт училищеһында белем алыу менән бер рәттән, шәхси карьераһына ла ваҡыт таба - республика һәм күрше өлкәләр халҡын яңы концерт программалары менән һөйөндөрөп тора. Декабрь башында йәш йырсы Учалы тамашасыларын да һөйөндөрҙө. Ошо уңайҙан Гөлназға барыбыҙҙы ла ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп үтәйек.
 - Учалыға ниндәй уй-кисерештәр менән килдең?
- Мин башҡорт халҡын, башҡорт тамашасыһын яратам. Улар изге күңелле, ҡунаҡсыл, шуның өсөн һеҙҙең ҡалаға бөтә күңеңелем менән тартылам.
Учалы минең өсөн үҙенсәлекле ҡала, тамашасы мине бик йылы ҡабул итә. Һеҙҙә мин беренсе тапҡыр түгелмен, ата-әсәйем менән булғаным бар, хәҙер инде, үҫә төшкәс, бер үҙем килдем.
- Гөлназ, һине ысын мәғәнәһендә сәхнәлә үҫтең тиергә булалыр, моғайын.
- Эйе, үҙемде белгәндән бирле әсәйемдең моңланып башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыуын ишетә инем. Сәхнә зауығымым шул мәлдә үк һалынғандыр тим. Ә тәүге тапҡыр сәхнәгә ете йәшемдә, ата-әсәйемдең концерты ваҡытында, «Мәтрүшкәләр» йыры менән сыҡтым. Әле лә хәтеремдә, залда ултырыусылар аяҡ-өҫтө баҫып алҡышланылар. Әберкәле күлдәктәр кейеп төшкән фотолар әле лә ғаилә архивында һаҡлана. Шунан бирле сәхнәнән төшкән юҡ, тиһәң дә була. 
- Бигерәк тә нимә тураһында йырларға яратаһың?
- Мин бала саҡтан ата-әсә тураһында, уларҙың балаға булған хистәре тураһында йырларға яраттым. Хәҙер инде йырҙарымдың күпселеге мөхәббәт хаҡында, бигерәк тә хыялға ашмаған мөхәббәт тураһында йырларға яратам. Әлегә был тема бик актуаль.
- Ниндәй уй-хыялдар менән янып йәшәйһең?
- Хәҙер инде икенсе яңғыҙ концерт программаһы әҙерләйем. Пландар күп, әлбитә. Сер итеп кенә әйтәм, киләһе миҙгелдә мин бөтө-нләй башҡа образда сыға-саҡмын. Мине, ғәҙәттә, тамашасы оҙон күлдәктәрҙә күрә, лирик, халыҡ йыр-ҙарын башҡарыуыма ғәҙәтләнгән. Үҙем өсөн ауди-ториямды үҫтерергә, тигән маҡсат ҡуйҙым һәм ошо йүнәлештә ижадымды дауам итәсәкмен, репертуарымда йәштәр, үҫмерҙәр күңеленә лә яҡын йырҙар урын аласаҡ. Яңы йылдан һуң, Мәс-кәүҙә студиямды асып, йырҙар яҙҙырырға уйлайым.
Рус телендә әле бер нисә йырым бар. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, киләһе йылға «Театр» бүлегенә ситтән тороп уҡырға инеү ниәте менән янам.
- Радик Юлъяҡшиндың һин йырлаған саҡта сәхнәгә күтәрелеп, сәскәләр гөлләмәһе бүләк иткәс, тамашасы быны ҡулыңды һорау тип ҡабул итте.
- Радик менән беҙ яҡын дуҫтар. Мин уның ижадын яратам. Ул минең фекерҙәшем. Кем менән осрашырға, нисек итеп һөйләшергә йәки ҡатмарлы мәсьәләләр килеп сыҡһа мин, әлбиттә, Радикка мөрәжәғәт итәм. Тормош юлдашымдың сәхнә кешеһе булыуын теләмәҫ инем.Бигерәк хисле, ҡыҙыумын. Алдағыһын Аллаһ белә, тигәндәй киләсәктә ни көткәнен әйтә алмайым. Әммә эргәмдә аҡылға таянып эш иткән, тыныс, мөнәсәбәт-тәрҙе көйләй алған кешене күргем килә.
- Ун-ун биш йылдан Гөлназ Асаева үҙен ниндәйерәк итеп күҙ алдына килтерә?
- Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, әлбиттә, кейәүгә сығып, балалар үҫтерергә ине. Ун йылдан мин үҙемде өс баланың бәхетле әсәһе, иренең эштән ҡайтыуын тәмле аштар бешереп, көтөп торған һөйөклө ҡатын итеп күҙ алдына килтерәм. Шул уҡ ваҡытта сәнғәтте лә ситкә ҡуйып торорға риза түгелмен.
- Бер-бер артлы концерттар, уҡыу йонсота бит. Әммә һин һәр ваҡыт сибәр, дәртлеһең, бының берәй сере барҙыр моғайын?
- Көндәрем бик тығыҙ режимда үтә. 2 декабрҙән бирле гастролдәрҙә йөрөйбөҙ. Татарстан Республикаһының Ҡаҙан, Яр Саллы ҡалаларында булдыҡ. Рес-публикабыҙҙың Ҡариҙел, Ишембай, Күгәрсен һәм башҡа район-ҡалаларында сығыш яһаныҡ.
Бындай тормош алып барыу өсөн көс, сәм һәм һаулыҡ кәрәк. Матурлыҡ рецебым ябай - йоҡо туйғансы йоҡлау. Салондарға йөрөмәйем, өйҙә генә төрлө битлектәр эшләйем. Видеояҙмалар буйынса фитнес менән шөғөлләнеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.
- Һине яратып ҡабул иткән Учалы тамашасаһына ниндәй теләктәрең булыр?
- Йыр-моң яратҡан кеше күңел байлығы, тормошҡа ҡарашы менән айырылып тора. Учалыларға ошо матур сифаттарҙы һаҡлап ҡалыуҙарын теләйем һәм минең йырҙарым уларҙың күңелдәренә дауа булһа ине!
Шуны ла әйтеп үтәһем килә, мин башҡорт тамашасыһын бик яратам. Улар ихлас күңел менән тыңлай беләләр, һәр бер һүҙҙе йотоп ултыралар.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Берҙән - берем, күҙ нурым,Берҙән - берем, күҙ нурым,
Берҙән - берем, күҙ нурым, тип, Һәр саҡ арҡаңдан һөйә. Сирләгәндә төн йоҡламай, Зарыңды белә, көйә. Кем һуң ул һинең өсөн? Ул - һөйөклө әсәйем.... Тотош уҡырға
«Һәләт, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк»«Һәләт, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк»
Сығыш яһағанда тамашасыларҙың хушын алырға тигән маҡсат ҡуймай ул. Тик ни бары бер аҙ баҫалҡы, моңло тауышы, йөҙөндәге мимикаһы, уйсан ҡарашы менән... Тотош уҡырға
Алтын ҙур булмайАлтын ҙур булмай
]«Буйым бәләкәй булһа ла, эй һылыуҡай, Йөрәккәйем минең елә эсемә һыймай. Алтын ҙур булмай, эй һылыуҡай, Давай сыҡ миңә кейәүгә, былай эш бармай!»[/b]... Тотош уҡырға
Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле...Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле...
Рәнис Алтынбаевтың ошо йыры филармонияның алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, сихри тауышлы Раушания Мәхмүтоваға арнап сығарылғандыр, валлаһи. Ул буй-һыны,... Тотош уҡырға
Учалы һандуғасыУчалы һандуғасы
Танылған йырсы, филармониябыҙ артисткаһы Ынйы Әхмәтованың сығышын халыҡ түҙемһеҙләнеп кµтµп ала, байрам-концерттарҙа аяҡ өҫтө тороп алҡышлайҙар.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.