» » Изге ғәмәл менән үткәрәйек

Изге ғәмәл менән үткәрәйек26.12.2017

Изге ғәмәл менән  үткәрәйек Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп менән 571 йылда Рабиғел әү-үәл айының 12-дә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, Мөхәммәткә алты йәш булғанда әсәһе лә баҡый донъяға күсә.
Мәүлит, Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған көн - ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Пәйғәмбәрҙең кендек инәһе Абдулмоталип ҡыҙы Сафия: «Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тыуғанда эргәһендә булдым. Был сабыйҙың үҙендә утыҙ биш ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе ун-ың пәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ сәждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнлейәнһеҙ ойоп, Уға һәм Аллаһы Тәғәләгә сәждә ҡылды. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас: «Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклыҡ ебәрҙек», - тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның пәйғәмбәремен», - тип әйткән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештәләрҙең уны: «Әссәләмәғәләйкүм, рәсүллуллаһ», - тип сәләмләгәне лә ишетелде. Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым - бөтөн ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағастар япраҡ ярҙы, сәскәләр атты. Һуңғы пәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтандар ҡурҡты», - тип хәтерләй.
Мөхәммәт пәйғәмбәр 23 йыл пәйғәмбәрлек иткәндән һуң ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була. Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә са-ҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып, табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлау был кисте хөрмәт итеү булыр.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Мең йылға бер тыуған шәхесМең йылға бер тыуған шәхес
Билдәле факт, яҡташыбыҙ Зәйнулла ишан Рәсүлев ябай кеше булмаған. Мосолман илендә уның кеүек шәхестәрҙе Ҡотоп Заман тип йөрөтәләр. Йәғни, мең йылға... Тотош уҡырға
Хуш киләһең, Рамаҙан!Хуш киләһең, Рамаҙан!
Шәғбан айының 29-сы көнө тамамланғас, дүшәмбе, 6 июнь, Изге Ҡөрьән Кәрим индерелгән Рамаҙан Шәриф айы башлана. Был мөбәрәк айҙа доғаларыбыҙ ҡабул... Тотош уҡырға
Мөхәррәм айы - изге айМөхәррәм айы - изге ай
Һәр маҡтау ғаләмдәрҙе, бөтөн мәхлүктәрҙе тәрбиәләүсе Аллаһы Тәғәләгә тейешле. Мөхәррәм айы мосолманса йыл башы, быйыл ул 25 октябрҙә башланды. ... Тотош уҡырға
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете алдынан йортто йыйыштырыу, тәртип урынлаштырыу байрамды ҡаршылау шарттарының береһе. Бысраҡ йортҡа бер ваҡытта ла ҡот ҡунмаҫ, ырыҫ... Тотош уҡырға
Изге байрам мөбәрәк булһын!Изге байрам мөбәрәк булһын!
Йыл буйына йыйылған йән һәм тән бысрағынан арыныу, таҙарыныу өсөн мосолман илендә күркәм бер ай бар. Ул да булһа - Рамаҙан. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.