» » Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!29.12.2017

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы алырға тәҡдим ителә. Бөтә ғаилә ағзалары йыйылһа, бигерәк тә һәйбәт, шулай уҡ яҡын дуҫтарҙы ла саҡырырға мөмкин. Эт үҙен үтә шаштырып, әҙерләнеп ҡаршылағанды яратмай, байрам тип иҫергәнсе эсеүҙәр, йырлашып ултырыуҙар, шашып бейеүҙәр ҡәтғи тыйыла.

Байрам табынын
биҙәргә

Яңы йыл табынының төп һыйы булып, әлбиттә, иң беренсе сиратта йыл хужаһы яратҡан ит, һөйәк һәм эсәк-ҡарындан әҙерләнгән ризыҡтар тора. Уларҙы матур һауыттарға һалып, табын түренә урынлаштырығыҙ.
Бының менән һеҙ Этте йәһәт кенә ҡулға эйәләштереп, уның ышанысын яуллай ал-ырһығыҙ. Һөҙөмтәһе - йылығыҙ уңышлы булыр.
Биҙәүестәр. Өҫтәлде үҙ ҡулығыҙ менән эшләгән эт һәм көсөк һындары менән биҙәргә тәҡдим ителә. Уларҙы эшләү өсөн ағас, пенопласт, ҡатырға, төҫлө ҡағыҙ һәм пластилинды ҡулланырға була. Эшләгән һындар тәрилкәләр араһына урынлаштырылһын. Шулай уҡ йыл хужаһы өсөн ыҡсым ғына оя эшләп, янына ашарға тәгәс ҡуйырға мөмкин.

Нимә кейергә?
2018 йылдың традицион төҫтәре: һары, зәйтүн, алтын, һоро, кәфүә төҫө. Аҡ, һарғылт-аҡ төҫтәр Эт өсөн нейтраль тип һанала. Яңы йылды ҡаршылау өсөн кейем һайлағанда ошо төҫтәргә лә туҡтарға мөмкин. Шулай ҙа традицион һәм шуға яҡыныраҡ төҫтәргә өҫтөнлөк бирһәгеҙ, һәйбәтерәк булыр.
Һайлаған кейемдәрегеҙҙең төҫө ныҡ сағыу булып, ҡысҡырып тормаһын, шулай уҡ йырыҡ итәкле, тәрән декольте, үтә күренмәле материалдан тегелгән кейем-дәр булмаһын, уларҙы Эт үҙһенмәй. Сөнки уның холҡондағы төп һыҙаттар - тыйнаҡлыҡ һәм инсафлыҡ. Әлбиттә, был эт матур кейемдәрҙе яратмай тигән һүҙ түгел. Биҙәүестәрҙе лә зауыҡ белеп кенә өҫтөгөҙҙәге күлдәгегеҙгә тура килгәнен тағығыҙ. Гәүһәр биҙәүестәр ҡәтғи рәүештә тыйыла. Әгәр кейемегеҙҙе төрлө тиренән эшләнгән элементтар менән байытһағыҙ, бигерәк тә һәйбәт булыр. Мәҫәлән, манжеттар, яға, итәктәрҙе тире киҫәктәре менән биҙәп сығыу, өҫтәмә аксессуарҙар: шәл, яулыҡ, ҡайыш һеҙҙең кейемегеҙҙе тағы ла нәзәкәтлерәк, күркәмерәк итәсәк.

Һауыт-һаба
Өҫтәлгә ҡуйыу өсөн һауыт-һаба һайлағанда, балсыҡтан, ағастан эшләнгәндәренә өҫтөнлөк бирегеҙ, сөнки Эт ябайлыҡты ярата. Әгәр бындай мөмкинлегегеҙ булмаһа, өйҙә булғанын ҡулланырға ла ярай. Улар һары, йә иһә һоро төҫлө булһа һәйбәт, классик аҡ төҫ тә бара. Өҫтәл япмаһын да йыл төҫөнән сығып һайлағыҙ. Шулай уҡ һәр кешегә исемле салфетка һалып, уларҙа эт һүрәте төшөрөлһә, бигерәк тә матур буласаҡ. Ә ниндәй Яңы йыл май шәмдәрһеҙ?! Алтын, һары, аҡ төҫтән торған өс бейек шәмде өҫтәл түренә, ә бәләкәйерәктәрен тирә-яҡлап ултыртып сыҡһағыҙ, табынығыҙ бигерәк күркәмләнеп китер.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Йыландың ағы ла - йылан, ҡараһы ла - йыланЙыландың ағы ла - йылан, ҡараһы ла - йылан
Быйыл еләк бигерәк уңған. Әлеге ваҡытта халыҡ урмандан ҡайтмай, еләкте йығылып ятып йыя, тиһәң дә була. Ғөмүмән, йәйгеһен тәбиғәт ҡосағына сығып, ял... Тотош уҡырға
Күңел наҙы ҡушыпКүңел наҙы ҡушып
Кешенең шәхес булып формалашыуы бала саҡтан башлана. Бөгөн үҫеп килгән быуын китап уҡырға яратмай, тип зарланабыҙ. Кескәй саҡтан ҡулда сағыу... Тотош уҡырға
Гүзәл булайым тиһәңГүзәл булайым тиһәң
Бөтә дәүерҙәрҙә лә ҡатын-ҡыҙ битенә ҙур иғтибар бүлгән. Миҫал итеп ҡаштарҙы алайыҡ. Улар борондан уҡ гүзәллектең мөһим бер өлөшө һаналып, үҙ иленә... Тотош уҡырға
Ни сәсһәң, шуны урырһыңНи сәсһәң, шуны урырһың
Көндәр йылытыу менән баҡса мәшәҡәттәре лә күбәйә. Көҙ мул уңыш алам тиһәң, хәҙерҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк. Ҡайһы бер уңғандар февраль,... Тотош уҡырға
Мөғжизәһеҙ ҡалмайыҡМөғжизәһеҙ ҡалмайыҡ
Яңы йыл - күптәрҙең иң яратҡан байрамы. Бала саҡтан унан ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ. Ә бит мөғжизәле мөхитте үҙебеҙ ҙә булдырырға һәләтлебеҙ. Бының... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.