» » Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ29.12.2017

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙҠомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008)
Ундайҙар хаҡында тауҙар ҙа күсерергә һәләтле, тиҙәр. Эштә етәксегеҙҙе юғары сифатлы хеҙмәтегеҙ менән һоҡландырырһғыҙ. Башығыз менән мөхәббәт диңгеҙенә сумырға әҙер булығыҙ. Йыл хуҗаһы Һары Эт һезгә никах балдағы ла әҙерләп ҡуйган.
   
Үгеҙ (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009)
Үгеҙ йылында тыуыусылар, ғәҙәттә үҙһүҙле, тиҫкәре, бер аҙ дорфараҡ та. Быйыл нәҡ шундай булырға кәрәк тә. Бындай сиффаттар килеп тыуған һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итер. Эш урынын алыштырыу буйынса ла тәҡдимдәр буласак. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡып ҡалмағыҙ. Үҙегеҙҙе яңы өлкәлә лә һынап ҡарағыҙ. 

Юлбарыҫ (1926, 1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010)
Йыл хуҗаһы Һары эт һеҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алыр: барлыҡ проблемаларҙан, күңелһеҙлектәрҙән һаҡлар. Ҡайһы берәүҙәр шәхси эш асырға теләр. Һеҙҙең һәләт менән күптән инде зур уңыштар ҡаҙанырға ваҡыт.
 
Ҡуян (1927, 1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011)
2018 йылды көлөп, йылмайып ҡаршы алырһығыҙ. Йыл хужаһы һеҙҙең кеүек йомшаҡ, саф күңелле кешегә бер ҙә ырылдамаҫ. Киреһенсә, ҡулынан килгәнсә һәр сак ярҙам итеп торор.  

Аждаһа (1928, 1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012)
Эт йылы мөһим ваҡиғалар, тормошта ҙур үҙгәрештәр менән иҫтә ҡалыр. Эшегеҙҙе алыштырырға, яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә, башҡа ергә күсеп китергә тура килеүе бар.

Йылан (1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013)
Һәр эшегеҙҙе алдан уйлап, барын ентекләп тикшереп, интуицияғыҙға таянып баш-ҡарырһығыҙ. Шуға ла хата-ялғышыуҙар булмаҫ, эштә зур уңыштарға ирешерһегеҙ. Мөғҗизәләргә бай, романтик йыл көтә һеҙҙе.  

Ат (1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014)
Шатлыҡлы, ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай йыл көтөлә. Сит илгә сәфәргә сығыу өсөн дә яҡшы ваҡыт. Унда аралашыу даирәһен киңәйтә, яңа дуҫтар таба аласаҡһығыҙ. Романтик өлкәлә тыныслык һәм гармония хөкөм һөрөр.
 
Кәзә (1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015)
2018 йылда һеҙҙе барлыҡ йүнәлештә лә уңыштар көтә. Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бар юлдар асыҡ. Яңы мөнәсәбәт, мөхәббәт белдереүҙәре көтөлә.  

Маймыл (1920, 1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016)

Киләһе йылда тормошоғоҙҙа шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, ҡыуаныслы миҙгелдәр күп булыр. Тырышлығығыҙҙы күреп, яңы эштәр тәҡдим итергә, карьера баҫҡысы буйлап күтәрелергә мөмкин.
 
Әтәс (1921, 1933, 1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017)
Йыл хуҗасы эт һеҙҙең һәр башланғысығыҙҙы хуплар, ҡулыннан килгәнсә булышыр. Еңел генә барлыҡ хыялларыгыҙ ҙа тормошҡа ашырға тора. Тик һеҙгә бер кәңәш: киләсәккә планда-рығыҙҙы, маҡсаттарығыҙҙы сит кешеләргә һөйләмәгеҙ. 

Эт (1922, 1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018)
2018 йылда кем-кем, ә бына эт йылында тыуыусылар, һис шикһеҙ, ҙур уңыштар яулаясаҡ. Йыл хуҗаһы үҙе-некеләрҙе ташламай, йыл әйләнәһенә ярҙам итеп, булышып торасаҡ. 

Ҡабан (1923, 1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007)

Йыл хуҗаһы Эт һеҙҙе йыл буйына күңелһеҙлекләрҙән һаҡлар. Эшегеҙ менән бәйле көндәштәрегеҙ янығыҙға килергә дә баҙнат итмәҫ. Бер төрлөлөктән туйһагыҙ, үҙегеҙҙе яңы өлкәлә лә һынап ҡарағыҙ. Нәҡ ошо йылда үҙегеҙҙә яңы һәләттәр асып, даһиларса бар доньяны яуларға ла бик мөмкинһеҙ! Мөхәббәт өлкәһендә ғашиҡ булыу, ҡыҙыҡлы осрашуыуҙар көтелә! Тик һеҙгә һак булырга кәңәш итә йондоҙҙар. Башығыҙҙы юғалтып, үҙегеҙгә тиң булмаган кешеләр мелән бәйләнешкә керә күрмәгеҙ. 

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Президентының... Тотош уҡырға
Лайыҡлы баһаЛайыҡлы баһа
6 сентябрҙә БР Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын... Тотош уҡырға
Юҡһынабыҙ һине, ғалимЮҡһынабыҙ һине, ғалим
Башҡортостандың, уның сиктәрендәге ғилем даирәләрендә күренекле тел белгесе, Башҡортостан фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре... Тотош уҡырға
Тренер иҫтәлегенәТренер иҫтәлегенә
Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһында тренер Б.С.Анферов иҫтәлегенә бокс буйынса үҫмерҙәр араһында төбәк турниры үтте. Ярышта Свердловск,... Тотош уҡырға
Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре…Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре…
Ваҡытында башҡорт шиғриәтенә йәшнәп, аҫылташтай балҡып, башын ғорур күтәреп, ышаныслы аҙымдар менән атылып килеп ингән Рәмзилә Миңлеғәли ҡыҙы... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.