» » Эй туған тел, эй матур тел...

Эй туған тел, эй матур тел...20.03.2018

Эй туған тел,  эй матур тел...«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы үтте.
Унда район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, мәғариф, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары актив ҡатнашты.
Береһенә лә сер түгел, һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүгә бәйле килеп тыуған хәл йәмәғәтселектә, халыҡ араһында етди борсолоу тыуҙырҙы.
Был проблема төбәгебеҙҙе лә урап үтмәне.
- 2017/2018 уҡыу йылындағы яңы талаптарға ярашлы, һәр ата-әсә балаһы өсөн туған телде билдәләргә - рус, башҡорт, татар телеме һәм уны өйрәнеүгә ғариза яҙырға тейеш ине. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыу ҙа ата-әсәләрҙең ризалығы буйынса эшләнә, - тине мәғариф бүлеге етәксеһе Нурзидә Абдрахманова.
Статистика күрһәтеүенсә, туған тел булараҡ, башҡорт телен һайлаған уҡыусылар һанының кәмеүе күҙәтелә, айырыуса ҡала ерлегендә. Ҡала-районыбыҙ мәктәп-тәрендә, мәҫәлән, 9316 уҡыусы белем ала.
Уларҙың 1750-һе - рус, 6153-ө - башҡорт һәм 1344-е татар, ике проценты башҡа милләттән. Райондың ун биш мәктәбендә 2116 уҡыусы аҙнаһына 3-4 сәғәт, ә ҡала мәктәптәрендә 3014 бала, башҡорт телен туған тел булараҡ, аҙнаһына бер сәғәт өйрәнә. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ биш мең алты йөҙ туҡһан алты бала уҡый.
Ахун урта мәктәбендә 302 уҡыусы туған татар телен өйрәнә. Программа буйынса башҡорт теле 2-9-сы кластарҙа дәүләт теле итеп уҡытыла. Беренсе, 10-11-се кластарҙың уҡыу планына башҡорт теле бөтөнләй индерелмәгән икән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 67 бала башҡорт телен өйрәнеүҙән бөтөнләй баш тартҡан. Уларҙың барыһы ла ҡала мәктәптәренән. Шуныһы бигерәк үкенесле, был ба-лаларҙың күбеһе башҡорт, татар ғаиләләренән.
- Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ һәм башҡорт телен, уның мәҙәниәтен мотлаҡ белергә тейешбеҙ. Учалы - башҡорт районы, шуны оноторға тейеш түгелбеҙ, - тине Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы.
Һүҙ юҡ, төбәгебеҙҙә телдәрҙе һаҡлау өсөн бихисап маҡсатлы эштәр башҡарыла.
Уҡыусыларыбыҙ ун йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте фәндәре буйынса республика олимпиадаларында еңеү яулайҙар. «Урал батыр» эпосын һөйләүселәр араһында ла уларға етеүселәр юҡ. Афарин!
Бынан тыш, Учалы уҡыусылары туған телдәрендә әҫәрҙәр, ғилми-эҙләнеү эштәре яҙырға ла өйрәнә.
Уларҙың ижад емештәре район, республика гәзит-журналдарында даими сығып тора.
Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Зилә Рәхмәтуллина ла актуаль һорауҙар күтәрҙе.
- Телебеҙ былай ҙа ҡыҫырыҡлана. Заманыбыҙ шулай, телде һаҡлау өсөн әүҙем көрәшергә кәрәк.
Балалар үҙенең туған телен, ата-әсәләре телен онота. Бөгөн бына ошолар хаҡында уйланмау, борсолмау мөмкин түгел.
Туған телдәрҙең ассимиляцияға бирелә барыуында Рәсәй Федерацияһы мәғариф системаһындағы хаталарға юл ҡуйған хөкүмәттең дә ғәйебе ҙур.
Яңы милли мәғариф стандарттары тигән һылтау менән милли телде, милләт тарихын өйрәнеү ҡыҫыла бара. «Башҡорт» тип исемләнгән уҡытыу учреждениеларында ла балалар рус телендә иҫәнләшәләр.
Балалар баҡсаларында кескәйҙәр рус телендә аралаша. Ошондай күренештәр күңелде әрнетә. Сабыйҙарығыҙҙы балалар баҡсаһына тапшыраһығыҙ икән, уның өсөн баҡсала туған мөхит булдырыуҙы ла һорарға кәрәк. Сөнки быға хаҡыбыҙ бар! - тип телмәр тотто Зилә Рәхмәтуллина.
Шулай уҡ Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы ҡала-районыбыҙ мәктәптәрендә йәйәнән уҡ атыу дәрестәре ойоштороуҙы тәҡдим итте.
Дәресәр үткәрергә кешеләр бар, кәрәк-ярағын ғына алырға ҡала. Был һорауҙы айырым йыйылып хәл итергә килештеләр.
Балалар баҡсаларында туған телде өйрәнеү мәсьәләһе бик актуаль. Бөгөнгө көндә Ҡунаҡбай, Иманғол, Илсеғол, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Сәфәр балалар баҡсаларында, Рысай, Юлдаш, Ураҙ ауылдарында мәктәп янындағы мәктәпкәсә бүлектәрҙә тәрбиә һәм уҡытыу башҡорт телендә, Ахунда татар телендә алып барыла.
- Ғәҙәттә, беҙ башҡорт телен уҡытыу өлкәһендәге проблемаларҙа уҡытыусыны ғына ғәйепләргә күнеккәнбеҙ. Ә нигеҙ тап ғаиләлә һалынғанын онотабыҙ. Әгәр ҙә ата-әсә өйҙә башҡортса һөйләшә, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итә икән, ошо мөхиттә үҫкән бала ла, бер һүҙһеҙ, уларҙың юлын ҡабатлай, - тине Зөһрә Гордиенко кәңәшмәне йомғаҡлап. Ысынлап та, шулай бит.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Көсләп асҡан  күҙҙең нуры юҡКөсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ
4 октябрҙә районыбыҙға эш сәфәре менән Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина килде. С.... Тотош уҡырға
Проблема хәл ителәсәкме?Проблема хәл ителәсәкме?
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова «Башинформ» агентлығының туған телдәр-ҙе уҡытыу тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе. - Гөлназ Радмил... Тотош уҡырға
Башҡорт теле бар һәм буласаҡБашҡорт теле бар һәм буласаҡ
Һуңғы арала мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға бәйле төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр ҡуйыра башланы. Туған телде теләк менән өйрәнеү тураһында ла һүҙ... Тотош уҡырға
Халҡым теле - хаҡлыҡ телеХалҡым теле - хаҡлыҡ теле
Башҡортостан мәктәптәрендә эшләүсе туған тел уҡытыусылары республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткәндәр. Унда башҡорт телен... Тотош уҡырға
Тел – күңел көҙгөһөТел – күңел көҙгөһө
2000 йылда ЮНЕСКО тарафынан телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау маҡсатында 21 февраль - Халыҡ-ара Туған тел көнө тип иғлан ителде. Бөгөн башҡорт теленең... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.