» » Ике уңған бергә тура килгән

Ике уңған бергә тура килгән23.03.2018

Ике уңған бергә  тура килгән Бәхет тынлыҡты ярата, тиҙәр. Күңелең бөтөн, донъяң йәмле, бәрәкәтле булһын тиһәң, бер-береңде уңыштарға дәртләндереп, ҡайһы ваҡыт түҙемлегеңде йыйып, тигеҙ генә ғүмер итеүҙең сауабы оло, ҡөҙрәте киң. Һүҙем Ҡунаҡбай ауылында йәшәүсе йәш ғаилә Зилә һәм Рәфит Ямалиевтар тураһында булыр.
Зилә - ҡала ҡыҙы. 3-сө лицейҙы уңышлы тамамлағас, Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына уҡырға инә. 2-се курста уҡыған ваҡытта, егеттәр «рэп» жанрында ижад итеүсе төркөм ойошторалар. Һәм Зиләне уның солисы булырға, сығыш яһарға саҡыралар.
Төркөм уңышлы ғына эшләп китә. Йәштәр бүлеге менән берлектә ҡалала үткән төрлө байрамдарҙа сығыш яһайҙар. Шул ваҡытта төркөмдәге Рәфит исемле егет менән дуҫлыҡтар нығынып, мөхәббәт уты тоҡана. Һәм Зилә 2009 йылда Ҡунаҡбай ауылына килен булып төшә.
Рәфит Ҡунаҡбай урта мәктәбендә информатика уҡытыусыһы булып эшләй. Бынан тыш, ул балалар түңәрәге алып бара. Бында ул үҫмерҙәрҙе компьютерлы музыкаль технологиялар серҙәренә төшөндөрә, барабан һуғырға өйрәтә.
Оло улдары Рәзил беренсе класҡа уҡырға төшкән. Зилә әлеге мәлдә бәләкәй малайы Айназ менән декрет ялында. Өс йыл элек ҡәйнәһен ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотларға барғанда, йәш килендең башына ғәҙәти булмаған бүләк алып барыу, тигән теләк тыуа. Һәм ул бүләккә интернет селтәре аша рецепттар табып, үҙ ҡулдары менән торт бешереп килтерә. Әлбиттә, был үҙенсәлекле бүләкте бөтәһе лә ихлас ҡабул итә.
Шунан инде яҡындарының тыуған көндәренә торттар бешереү Зилә Әнүәр ҡыҙы өсөн изге йолаға әүерелә. Тәүҙә матур биҙәлгән торттарҙы туған-тыумасалары, күршеләре һорай, артабан сит кешеләр ҙә заказ бирә башлай. 
Берәүҙәренең өҫтөндә бесәй, айыу, һындары урын алған, икенселәре сәскәләр, «Тыуған көнөң менән!», «Юбилейың менән!», «Берҙән-бер әсәйемә», «Уҡы-тыусыма» кеүек яҙыуҙар менән биҙәлгән.
Зиләнең социаль селтәрҙәге шәхси төркөмөндә торттарҙың фотоларын ҡарап, был матурлыҡты ашауы ла йәл бит тигән уй килә. Йәш, тырыш ғаилә әсәлек капиталына ауылдан өр-яңы өй һатып алған.
- Алма ағасынан алыҫ төшмәй, ти халыҡ мәҡәле. Татыулыҡ серҙәре ғаилә-нән киләлер, тип уйлайым. Рәфит бик матур ғаиләлә тәрбиә алған. Ҡайным да, ҡәйнәм дә бик яҡшы, тәртипле, юғары белемле кешеләр. Иремде ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы булырға өйрәткәндәр. Рәфит менән аңлашып йәшәйбеҙ.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Имен ғаилә - ил терәгеИмен ғаилә - ил терәге
«Йәш ғаилә» ҡала-район конкурсын уҙғарыу күптән инде изге йолаға әйләнгән. Йыл һайын был ярыш йәш парҙарҙы күмәк халыҡ алдында баҙап ҡалмайынса бер... Тотош уҡырға
Телеңде йоторлоҡТелеңде йоторлоҡ
Берәүҙәренең өҫтөндә бесәй, эт, айыу, себеш һындары урын алған, икенселәре сәскәләр, «Тыуған көнөң менән», «Юбилейың менән», «Берҙән-бер әсәйемә»,... Тотош уҡырға
Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүсеСәнғәткә һөйөү тәрбиәләүсе
Ҡунаҡбай балалар сәнғәт мәктәбе 2003 йылдан алып йәш бейеүселәргә, ҡурайсыларға, ҡумыҙсыларға, йырсыларға, гармунсыларға, баянсыларға тәүге ныҡлы... Тотош уҡырға
Тырышҡан - үҙ юлын тапҡанТырышҡан - үҙ юлын тапҡан
Йыш ҡына бөгөнгө йәштәр хаҡында ялҡау, маҡсатһыҙ, битараф тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Мискә балда бер ҡалаҡ дегет тигәндәй, арабыҙҙа ундайҙар... Тотош уҡырға
Ырғаҡ оҫтабикәһеЫрғаҡ оҫтабикәһе
Ҡатын-ҡыҙ һәр хәрәкәте, ҡыланышы, үҙен тотошо, тышҡы һәм эске торошо менән тирә-яҡҡа гүзәллек өләшеү өсөн яратылған. Тәбиғәттән һалынған был... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.