«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр27.03.2018

Өлгөлө балалар театрҙары уҙған йылда комиссия тарафынан баһаланһа, 12 март көнө иһә «халыҡ театры» исемен йөрөтөүсе ете театр ҙур һынау үтте: спе-ктаклдәр әҙерләп, өс йылға бер раҫланырға тейеш булған «халыҡ» исемен яҡлап сығыш яһанылар.
«Ҡорамалар әҙерлек өҫтөндә, әлегә улар «Ҡоҙаса» спектакле өҫтөндә эшләйҙәр, ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға тулыһынса әҙерҙәр.
«Комсомольск моделле мәҙәниәт йортоноң «Уйташ» халыҡ театры, Зифа Ҡадированың «Һағынырһың - мин булмам» повесы буйынса, «Яҙмышың үҙ ҡулыңда» спектаклен матур итеп сәхнәләштерҙе.
Бөтә Союз халыҡ ижады фестиваленең лауреат исемен йөрөткән Һәйтәк мәҙәниәт йортоноң «Арғымаҡ» халыҡ театры «Алтын тирмә» фестиваленең зона этабына С. Беловтың әҫәре буйынса «Кәләш күҙләүҙең мили үҙенсәлектәре» комедияһын тәҡдим итте.
Тағы бер Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты, Учалы ауылының «Аҫылйәр» халыҡ театры
Флорид Бүләковтың «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!» исемле, ике шаршаулы комедияһы менән сығыш яһаны.
Ахун ауылы мәҙәниәт йортоноң «Аҡ шишмә» халыҡ театры Рәйлә Назарғолованың «Ҡоҙа» ике шаршаулы драмаһын сәхнәгә сығарҙы. Учалы халыҡ театры иһә Наил Ғәйетбаев әҫәрҙәре буйынса яҙылған «Аты барҙың - дәрте бар» исемле комедияһын, ә Юлдаш мәҙәниәт йортонда эшләп килгән халыҡ театры сәхнәгә күренекле драматург, яҙыусы Әминә Яхинаның «Ҡайырылмаһын ҡанаттар» исемле, ике бүлектән торған мелодрамаһын матур итеп сәхнәләштерҙе.
Был күркәм сара «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестивале сиктәрендә үткәрелде.
Театрҙарҙың эшмәкәрлегенә фестивалдең кураторы, республика Халыҡ ижады үҙәгенең театр жанры буйынса белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина баһа бирҙе. Белеүебеҙсә, «Алтын тирмә» фестиваленең зона этаптары тамамланғас, йомғаҡлау Галаконцерты үткәреү ҡаралған.
Финал май айында Учалыла уҙғарыласаҡ. Республикабыҙҙың иң яҡшы-үҙешмәкәр театрҙары бер урынға - районыбыҙға йыйыласаҡ! Фестивалдең тантаналы өлөшөн, 2015 йылда Бәләбәй районында үткән «Алтын тирмә»лә Гран-при яулап ҡайтҡан Ҡорама халыҡ театры асып ебәрәсәк икән.
Ижади коллективтарҙың сығышын комиссия юғары баһаланы. Актерҙар үҙҙәренең образдарын ки-лешле кейемдәр, төҫ-ҡиәфәт, кисерештәр аша асыҡ итеп күрһәтә алды. Ролдәрен профессиональ кимәлдә башҡарҙылар, оҫта уйнанылар. Тәнзилә Ҡалмырҙина халыҡ театрҙарын һынауҙы уңышлы үтеүҙәре менән ҡотланы, шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәрҙе лә барланы, фәһемле кәңәштәрен дә әйтте. Рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, артабан да уңышлы ижади эҙләнеүҙәр, яңы сәхнә әҫәрҙәре менән һөйөндөрөүҙәрен теләне.
- Оҡшаш яңылыҡтар
- Комментарийҙар

Ахун ауылының «Аҡ шишмә» өлгөлө халыҡ театры районда берҙән-бер татар театры булыуы менән айырылып тора. Тау битләүенән сылтырап аҡҡан шишмәләй саф,... Тотош уҡырға

«Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә…» Ғабдулла Туҡай. Таһир Закировтың Ахун ауылы клубында ҡуйылған «Яусылар» комедияһын ҡарағандан һуң, халыҡ күтәренке... Тотош уҡырға

Уҡыусылар сәхнәләште-реүендә әкиәт ҡуйыласағын ишеткәс, ауылдың йәше-ҡарты мәҙәниәт йортона ағылды. Ғаяз Ибраһимов етәкселегендәге «Аҡбуҙат» өлгөлө... Тотош уҡырға

Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йорто янындағы үҙешмәкәр коллектив Мәҙәниәт йылы айҡанлы Наил Ғәйетбайҙың «Аты барҙың - дәрте бар» комедияһын тамашасы... Тотош уҡырға

Балалар театр коллективтарының «Ҡыңғырауҙар сыңы» исемле республика фестивале иғлан ителде. Уның беренсе этабы Учалы филармонияһында үтәсәк. 13... Тотош уҡырға
Рубрикалар
Яңылыҡтар архивы
№ газеты
Табырға
Яңылыҡтар календары
Популяр яңылыҡтар

Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...
Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.