» » Ишан иҫтәлегенә

Ишан иҫтәлегенә06.04.2018

Ишан иҫтәлегенәМәшһүр яҡташыбыҙ Зәйнулла ишан Рәсүлевтың донъяға килеүенә 185 йыл тулыуға бағышлап, Учалы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә дзюдо буйынса турнир ойошторолдо.
Мейәс, Белорет, Троицк, Магнитогорск ҡалаларынан, Ҡонашаҡ һәм Уйск ҡасабаларынан да көс һынашырға килделәр, барлығы 106 йәш спортсы йыйыла.
Командалар араһында беренсе урынға учалылар сыҡты, «көмөш» миҙалға - Магнитогорск, «бронза»ға - Мейәс вәкилдәре лайыҡ булды. Ярыш сәмле үтә.
Шәхси беренселектә үҙ ауырлыҡ һәм йәш категорияларында түбәндәге яҡташтарыбыҙ район өсөн үтә әһәмиәтле турнир чемпиондары булдылар: Вадим Дауытов, Әлфинә Фәхретдинова, Камилла Баязитова, Дарья Халтурина, Эльвина Астанова, Карина Апсатыева, Йософ Хәсәнов һәм Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташыбыҙ, алты тапҡыр Башҡортостан чемпионы Азалина Сафина.
«Көмөш» миҙалдар яулаусылар: Азиз Усманов, Арсен Камалов, Аделина Маятникова, Артем Дубовец, Динар Мөхәмәтов.
Ә Вәсил Мөхәмәтйәнов, Антон Әхмәтов, Арсен Шаһимарҙанов, Линара Ғәбдинова, Владимир Ильясов, Данил Хафизов, Камилла Ғәббәсова, Артур Ғилмейәров, Сергей Дерюшев, Андрей Вергулевтар хөрмәт пьедесталының 3-сө баҫҡысына күтәрелде.
Турнирҙың тантаналы өлөшөндә Зәйнулла ишан мәсетенең мәзине Флүр хәҙрәт йәштәргә даһи яҡташыбыҙ тураһында бәйән итте, ҡаршылашты иң камил рәүештә күтәреп бәргән өсөн махсус приз тапшырҙы. Был бәхет Азалина Сафинаға йылмая.
Шулай уҡ Троицк ҡалаһынан тренер Зәйтүн Әхмәтшин Зәйнулла ишан йәшәгән ҡала тураһында, яҡташыбыҙ иҫтәлегенә үткәрелгән саралар тураһында һөйләне, беҙҙең мәсет һәм спорт мәктәбенә бүләктәрен тапшырҙы.
Музыкаль бүләк тә турнирҙы биҙәне: үҙ ваҡытында ярыштың баш судьяһы, спорт мәктәбенең өлкән тренеры Александр Шумковта күнекмәләр алған Азамат Дауытов «Уралым» йырын башҡара. Бик юғары кимәлдә башҡара, тип тә әйтергә кәрәктер - Башҡортостандың дзю-до буйынса «бронза», Силәбе өлкәһенең - «көмөш» призеры бөгөнгө көндә Башҡорт опера һәм балет театрында ла сығыш яһай!
Ярышҡа килеүселәр «Зәйнулла ишан» мәсетенә экскурсияға барҙылар, Риф хәҙрәт яҡташыбыҙ тураһында мауыҡтырғыс лекция һөйләй. Зәйнулла ишандың тән сәләмәтле-генә, көрәш шөғөлөнә әһәмиәт биреүен дә айырым билдәп үтә.
- Турнирҙы мәҙәни-тарихи сараға әйләндереү, мәшһүр яҡташыбыҙҙың яҡты хәтерен оноттормау өсөн күп көс һалған, балалар спортына иғтибарлы булған Учалы районы мөхтәсибәтенә, айырыуса Дим хәҙрәт Закировҡа рәхмәт белдерәбеҙ, - тип билдәләне А. Шумков.
БР-ҙың 100 йыллығы был юбилей менән тап килеүе ҙур әһәмиәткә эйә!

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Яңы йыл турниры - уңышлыЯңы йыл турниры - уңышлы
14 ғинуарҙа Белорет ҡалаһында 2004-2005 йылдарҙа тыуған йәш көрәшселәр араһында дзюдо буйынса Асыҡ турнир уҙҙы. Ике тапҡыр БР бронза призеры Даян... Тотош уҡырға
Иман ҡайта ауылғаИман ҡайта ауылға
Манараһындағы ярым айын ҡояш нурҙарында балҡытып, ауылға йәм биреп ултырған мәсет йортона бөгөн халыҡ ағыла. Оло аҡһаҡалдар, урта йәштәге ирҙәр ҙә... Тотош уҡырға
Яҡташыбыҙ - чемпион!Яҡташыбыҙ - чемпион!
Үткән осор көрәшселәр өсөн ваҡиғаларға бай булды. Ҡазан ҡалаһында 2001-2002 йыл тыуған уҡыусылар араһында Волга буйы федераль округының самбо буйынса... Тотош уҡырға
Турнир үттеТурнир үтте
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 2007-2008 йыл тыуған спортсылар араһында дзю-до буйынса турнир үтте. Был көрәш төбәгебеҙҙә бик популяр булып... Тотош уҡырға
Ғәлин иҫтәлегенәҒәлин иҫтәлегенә
Йәшләй баҡыйлыҡҡа күскән күренекле көрәшсе яҡташыбыҙ, спорт мастеры Ғайсар Ғәлин иҫтәлегенә турнир үткәреү хәҙер инде традицияға әйләнде. Быйыл был... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.