» » Тарихыбыҙҙың хәтер йорто - музей

Тарихыбыҙҙың хәтер йорто - музей10.04.2018

Тарихыбыҙҙың хәтер йорто - музейҺәр милләт үҙенең үткәненә ҙур иғтибар бирә, уны өйрәнә, тарихҡа нигеҙләнеп, киләсәген күҙаллай. Йәш быуындың алдағыһын уйлаған халыҡ музейҙар төҙөй.
Быуаттарҙы быуаттарға бәйләүсе ошондай тарихи урын районыбыҙҙың Ахун ауылында ла бар. Былтыр ахундар ауыл музейының 50 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләгән. Уға нигеҙҙе Вәли Солтанов һалған.
Вәли Ситдыҡ улы бик уҡымышлы, грамоталы кеше була. Ауыл тарихы тураһында байтаҡ материалдар туплай, төрлө китапханаларҙа эҙләнеү эштәре алып бара.
Ул ваҡытта ундай кешене «культурник» тип йөрөткәндәр. «Крокодил» исемле гәзит тә сығарырға, китапханала эшләргә лә өлгөрә ул. 1936 йылда Бөтә Рәсәй буйынса үткәрелгән семинарҙа ҡатнашып, яҡшы эшләгәне өсөн ҡул сәғәте менән дә бүләкләнә. Музейҙа уның Н. Крупская менән Мәскәүҙә төшкән фотоһы әле лә һаҡлана.
Һуғыш башланған көндән алып, тамамланғансы бер номерҙы ла ҡалдырмай, гәзиттәр төпләме (подшивка) эшләй. Уларҙа 1941 йылдың 22 июнендәге Мо-лотовтың указын, йәки А. Матросовтың ҡаһарманлығы тураһындағы мәҡәләне, шул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы табырға була.
Музей хеҙмәткәрҙәре был ҡөҙрәтте һандыҡта бик ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай. Вәли Солтанов Ахун ауылы шәжәрәһен дә төҙөгән, ҡулъяҙмаларын ҡалдырған. Уларға таянып, Ҡаҙандан килгән профессор «Ахун ауылының тарихы» исемле китап яҙып сығара. Был китаптан тамырҙары Ахунға тоташҡан һәр кем, үҙенең ҡайҙан килгәнен, ниндәй ырыуҙан сыҡҡанын, нәҫел ебен таба ала.
Һәм тағы рус телендә «Благославенная наша земля» исемле китап нәшер ителгән. Музейҙа шулай уҡ теркәү китабы ла һаҡлана. Кемдең ҡасан тыуғанын, кемдәр нисәнсе йылдан алып йәшәргә килгән йәки күсеп киткән - барыһы ла төпләмәлә бар.
Музей етәксеһе Хәмдиә Сәләхетдинова менән ҡомартҡылар һаҡлаусы йорт буйлап сәйәхәт итәбеҙ.
- Борон Ахун ауылында бер байҙың ике ҡатлы йорто булған. Революциянан һуң уның яртыһын мәсеткә һәм мәҙрәсәгә әйләндергәндәр.
Мәсеттең бер бүлмәһен музей итеп ойошторғандар. Унда төрлө ҡыр хайуандарының тиреләре, айыу толобо ла булған, - тип һөйләй ул.
Мөйөштә ултырған ҡыҙыл сейф күҙгә ташлана. Музей етәксеһенең һөйләүе буйынса, был Абдулла исемле байҙың сейфы икән. Ул унда алтынын, аҡсаларын һаҡлағандыр, моғайын.Сейфҡа яҡынса 120 йыл.

- Бер мәл бурҙар төшөп, ошо сейфтың ишеген ҡайырып ҡарағандар, әммә аса алмағандар, - тип дауам итә Хәмдиә Рәхимйән ҡыҙы.
Музейҙа боронғо һөңгөләр, сөйҙәр, ат дағаларын күрергә мөмкин. Беренсе донъя һуғышында ҡулланған гранаталар, ҡылыстар ҙа ҡәҙерләп һаҡлана.
Элек Ахун ауылына тик һөнәрле кешене генә йәшәргә ҡалдырғандар. Һөнәре юҡ икән, ул кешене ауылға алмағандар. Ауылда ювилер изделиелары эшләүсе оҫталар ҙа булған. Бында 1826 йылғы көмөш аҡсалар бар. Башҡа йылда сыҡҡандары ла етерлек.
Көмөш менән эш иткән кешене көмөшсө Ғүмәр тип йөрөткәндәр. Бында ул эшләгән алҡалар, балдаҡтар, 1920 йылда яһалған боронғо ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүесе - беләҙек тә урын алған. Уйлап ҡараһаң, йөҙ йыллап ваҡыт үткән бит! Иҫ киткес!
Музейҙа 1, 20, 30, хатта, 50 литрлыҡ еҙ һәм көмөш самауырҙарҙы ла күрергә була. Ахун ауылы оҫтабикәләре үҙ ҡулдары менән һуҡҡан балаҫтар ҙа ҡомартҡы итеп һаҡлана бында. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Өфөнөң «Ағиҙел» тегеү фабрикаһы ун кешенән торған балаҫ һуғыусылар бригадаһы төҙөп, уларға эш хаҡы түләп, ахундарҙан һоҡланғыс балаҫтар һуҡтырғаны ла билдәле.
Ауыл элек ике ҡатламдан торған - казактар һәм крәҫтиәндәр. Ахун ауылының казак атаманының мисәте лә бар бында. Шулай уҡ боронғо мәҙрәсәнең ғәрәп телендәге мисәтен дә һаҡлап алып ҡалғандар.
Колхоз үҙенең 800-гә яҡын уҙаманын Бөйөк Ватан һуғышына оҙата. Музейҙа Ибраһим Мозафаровтың Рейхстаг янында төшкән фотоһы һаҡлана.
Шулай уҡ Сталинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнашыусы һалдаттарҙың танытмаларын да күрергә була. Был йортҡа ауыл халҡы әле булһа боронғо экспонаттар килтерә икән.
Музейҙың юбилейына, мәҫәлән, Фәниә Ҡанафина һуғыш ваҡытында урамда тыңлай торған радио бүләк итеп һөйөндөргән.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Йыр - ул үлемһеҙ тарихЙыр - ул үлемһеҙ тарих
Учалы район китапханаһы район мәҙәниәт йорто менән берлектә «Башҡорт музыкаһы - бөйөк сәнғәт» исемле мәҙәни сара үткәрҙе. Башҡорт йыры, башҡорт... Тотош уҡырға
Туристар  күбәйәсәкТуристар күбәйәсәк
[b]Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ҡарары менән федераль әһәмиәттәге «Палеолит эпохаһы һүрәттәре төшкән Шүлгән-Таш мәмерйәһе» һәм төбәк... Тотош уҡырға
Данлыҡлы Мөхәммәт муллаДанлыҡлы Мөхәммәт мулла
Учалы районы Ҡолош ауылында 1891-1956 йылдар аралығында Мөхәммәт Хәҙисов исемле бик уҡымышлы, һәләтле мулла йәшәгән. Күренекле шәхес Зәйнулла ишан... Тотош уҡырға
Тәҡдимдәр көтәмТәҡдимдәр көтәм
2011 йылда «Изге хәтер» исемле китабым баҫылып сыҡҡайны. Унда мин Иҫтамғол ауылының тарихын, ҡыҫҡаса булһа ла, ҡулымда булған материалдарға таянып... Тотош уҡырға
Боронғо ҡомартҡыларБоронғо ҡомартҡылар
Ҡолош ауылы районда бик боронғо ауылдарҙан һанала. Элегерәк ул был тирәләге ауылдар араһынан иң ҙуры булған. Ултыраҡтан өҫтәрәк Шәгәр йылғаһы... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.