» » Уңыштар теләйбеҙ

Уңыштар теләйбеҙ17.04.2014

Уңыштар теләйбеҙ Уҡыусылар сәхнәләште-реүендә әкиәт ҡуйыласағын ишеткәс, ауылдың йәше-ҡарты мәҙәниәт йортона ағылды. Ғаяз Ибраһимов етәкселегендәге «Аҡбуҙат» өлгөлө балалар театры Рәсимә Ураҡсинаның «12 бүре башы» әкиәтен ҡуйҙы. Кәрим ауылы балаларының тәүге сығыштары ине был.

Балалар менән бергә беҙ - ата-әсәләр ҙә бик ныҡ тулҡынландыҡ. Тәүге тапҡыр сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан, улар ролдәрен бик оҫта башҡарҙылар. Әбей менән Бабай ролендә - Айгизә Ғәйнуллина менән Вәли Йәшелбаев, Кәзә менән Һарыҡ - Айлина Лоҡманова һәм Элина Батыршина, Бүреләр - Айғына Ямалетдинова, Аделина Ғәбитова һәм Лилиә Ряшева, Айыу һәм Ҡуян - Олег Булыга һәм Салауат Вәлиев, Ҡошсоҡ - Илнара Закирова, Күләгәләр - Батыр Сиражетдинов һәм Айҙар Сәләхетдинов, Көнбағыш сәскәһе - Лидиә Ряшева, Ай - Лиана Әтйетәрова. Балалар сығышына ҡарап, үҙебеҙҙе әкиәт илендәгеләй хис иттек.
Тулҡынланыуыбыҙ бушҡа булған икән, балаларыбыҙ республика кимәлендә уҙғарылған «Алтын тирмә» фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Улар быға ысынлап лайык, сөнки «Аҡбуҙат» өлгөлө балалар театры ҡала-район фестиваль-ярыштарының даими еңеүсеһе һәм лауреаты. Театрҙың әҙерлек һәм төп төркөмөндә 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге 40 бала шөғөлләнә. Бөгөнгә утыҙлап сәхнә әҫәре ҡуйылған. Театрҙың ҡаҙаныштары: «Шатлыҡ» республика фестивалендә I дәрәжә дипломы, «Алтын тирмә - 2000, 2003» республика фестивалдәренең еңеүселәре, Баймаҡ ҡалаһында үткән «Йондоҙло юл», Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 125 тулыуға арналған зона фестивалдәрендә, 2008 йылда Урал аръяғы һәм «Халыҡ ынйылары» республика фестивалдәрендә Гран-при, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына арналған зона фестивалендә I урын, «Башҡортостан ынйылары» фестиваленең даими еңеүселәре, халыҡ-ара ЮНЕС-КО ойошмаһы дипломы.
Район клубтары һәм мәктәптәрендә «Аҡбуҙат» - көтөп алынған ҡунаҡ. Шуға ла 24-25 апрелдә уҙ асаҡ «Алтын тирмә-2014» республика фестивалендә театрҙың еңеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Балаларыбыҙҙа өмөт, ышаныс уятыусы, йәшерен таланттарын асып, уларҙы ҙур сәхнәгә алып сығыусы Ғаяз Ибраһимовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Коллективҡа ижади уңыш-тар юлдаш булһын!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
ҒәйрәтлеләрҒәйрәтлеләр
Тольятти ҡалаһында кикбоксинг буйынса Волга буйы федераль округының беренселеге һәм чемпионаты үтте. 400 спортсы араһында Учалы егеттәре лайыҡлы... Тотош уҡырға
Афарин, сәфәрҙәр!Афарин, сәфәрҙәр!
Сәфәр ауылы мәҙәниәт йортонда 8 Март байрамына арналған ҙур кисә уҙғарылды. Тәүҙә «Замана балалары» тип исемләнгән балалар һәм ололар ҡатнашлығында... Тотош уҡырға
Яҙҙы ҡаршылапЯҙҙы ҡаршылап
Балалар театр коллективтарының «Ҡыңғырауҙар сыңы» исемле республика фестивале иғлан ителде. Уның беренсе этабы Учалы филармонияһында үтәсәк. 13... Тотош уҡырға
Йәнле ҡорамаларЙәнле ҡорамалар
Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Илһамлы ҡорама» исемле күргәҙмә асылды. Унда сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының биҙәү-ғәмәли һәм халыҡ... Тотош уҡырға
«Таусы» беренсе«Таусы» беренсе
8-22 февралдә Учалы ҡалаһының «Таусы» боҙ аренаһында йәш хоккейсылар араһында «Алтын шайба» республика ярышының финалы үтте. Был ярыштар А. Тарасов... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.