» » Беҙгә эшселәр кәрәк

Беҙгә эшселәр кәрәк22.04.2014

Беҙгә эшселәр кәрәк2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә төбәктә тау сәнәғәте предприятиеларына кадрҙар әҙерләү буйынса БР Хөкүмәтенең ҡалабыҙҙа күсмә кәңәшмәһе үтте. Сарала Урал аръяғы уҡыу йорттарының береһендә юғары класлы эшселәр әҙерләү өсөн заманса күп функциялы үҙәк булдырыу хаҡында ла һүҙ барҙы.

- Беҙ ваҡыт менән бергә атларға тырышабыҙ. Белеүебеҙсә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәғариф системаһы үҙгәрештәр кисерә. Сығарылыш класы уҡыусылары хәҙер махсус урта белем алыуға ҡарағанда юғары белемгә өҫтөнлөк бирә. Йәштәр түләп булһа ла юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Проблеманы һөнәри белем биреүҙе модернизациялау программаһы сиктәрендә хәл итергә тырышабыҙ. Урта махсус уҡыу йорттары - илебеҙ хужалыҡтарының төрлө тармаҡтарына белгестәр әҙерләүсе белем усаҡтары булып тора. Бөгөн кәңәшмәлә ҡатнашыусы сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары уҡыу йорттарының көнитмешен, торошон яҡшы белергә тейеш, уларҙың проблемаларын ситләп үтмәҫкә бурыслы. Ҡайһы уҡыу йортонда ниндәй кадрҙар әҙерләргә кәрәклеген бергәләшеп хәл иткәндә генә һөҙөмтә буласаҡ. Әлеге көндә Учалы тау-металлургия техникумы, Сибай күп профилле профессиональ колледжы, И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы тау-мәғдән сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләү менән данлыҡлы. Күреүегеҙсә, Урал аръяғында эшсе кадрҙар әҙерләү өсөн төплө база бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер белем биреү учреждениеларының заманса тренажерҙар һәм программалар менән тәьмин ителмәүе борсолдора, - тине үҙенең сығышында БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Мирхәйҙәр Фәтхуллин.
Ошондай уҡ сара былтыр Сибай ҡалаһында уҙған, уҡыу йорттарына конкрет мәсьәләләрҙе хәл итеү талабы ҡуйылған булған. Уларҙың береһе - заманса технологиялар менән эш итеүсе, юғары квалификациялы эшселәр әҙерләү өсөн уҡыу процесын инновацион белем биреү программалары менән тәьмин итеү. Был йәһәттән эштең нисек үтәлеүе тураһында БР Мәғариф министрлығының урта һөнәри белем биреү буйынса бүлек начальнигы Эмиль Хәбиров ентекле һөйләне. Уның әйтеүенсә, йыл һайын предприятиеларға 580-620 тау эшселәре талап ителә, үрҙә һаналған уҡыу йорттары кәрәкле белгестәр менән тәьмин итеүҙе бурыс итеп ҡуйған. Мәҫәлән, былтыр 669 белгес әҙерләп сығарғандар. Инновацион программаларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән дә уңыштар бар, 2013 йылда Сибай колледжы уҡыусылары WorldSkills Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған, шулай уҡ бында «Маркшейдер эше» тигән яңы һөнәргә уҡыта башлағандар.
Үҙебеҙҙең тау-металлургия техникумының уңыштарын билдәләп китеү ҙә урынлы булыр. Беҙгә эшселәр кәрәкТехникум оҙаҡ йылдар инде Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына эшселәр әҙерләй. Комбинат үҙ сиратында уҡыу йортона һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Уның инновацион белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем булышлыҡ итеүенән тыш, уҡыу полигонын булдырыуҙа ҙур матди ярҙам күрһәтеүе әһәмиәтле. Бынан тыш, студенттарға комбинатта практика үтеү мөмкинлеге булдырылған, шулай уҡ яҡшы уҡыусыларға предприятие етәксеһенең исемле стипендияһы түләнә.
- Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү - көн талабы. Әммә уҡытыу һәм матди-техник базаны нығытмайынса быға өлгәшеп булмаясаҡ. Был йәһәттән комбинат беҙгә ныҡлы терәк. Юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған уҡыу полигоныбыҙ һәм электрон техникалар лабораторияһы республикала ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса иң яҡшыларҙың береһе. Уларҙы урынлаштырыу өсөн бүлмәләрҙе тулыһынса ремонтларға тура килде, ҡорамалдар менән билдәле «Atlas Copco» һәм «Festo» фирмалары тәьмин итте. Әйткәндәй, таусыларыбыҙ ҙа ошо фирмалар етештергән техникалар менән эшләй, - тине техникум директоры Игорь Абдрахманов. Семинарҙа ҡатнашыусылар экскурсия барышында был быраулау ҡулайламаһы менән яҡындан таныштылар.
Кәңәшмәнең аҙа-ғында Мирхәйҙәр Фәтхуллин тау һәм башҡа эшсе белгестәрҙе әҙерләү буйынса функциональ үҙәк булдырырға кәрәклеген тағы бер ҡат билдәләне.
- Ошондай үҙәк булдырыуҙы ил етәкселеге лә талап итә, иң мөһиме юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү. Бының өсөн үҙәк заманса ҡорамалдар - тренажерҙар, компьютер кластары һәм башҡаһы менән тәьмин ителәсәк. Бында тармаҡ белгестәрен генә түгел, хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡулланған һөнәр эйәләрен әҙерләйәсәктәр. Ниндәй уҡыу йорто был статусҡа эйә булыр - әлегә билдәһеҙ, барыһы ла ваҡыт менән хәл ителәсәк, - тине Мирхәйҙәр Фәтхуллин. Һәм шулай уҡ район хакимиәттәре, предприятие, уҡыу йорттары етәкселәренә эшсе һөнәрҙәрҙеœ абруйын күтәреү мәсьәләһен хәл итеү бурысы ла ҡуйылды.
(Фото район хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды).
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Яңы офоҡтар астыЯңы офоҡтар асты
Сибай-Белорет төбәгенең урта-махсус уҡыу йорттары араһында «Иң яҡшы уҡытыусы-2014» республика конкурсының II этабы үтте. Унда үҙ белем усаҡтарында... Тотош уҡырға
Емешле хеҙмәттәшлекЕмешле хеҙмәттәшлек
«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм яңынан әҙерләү системаһын үҫтереү» тип аталды Учалы тау-металлургия... Тотош уҡырға
Күҙәтеү көсәйҙеКүҙәтеү көсәйҙе
Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, сығарылыш класы уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре яҡынлашып килгән етди һынау - Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға... Тотош уҡырға
«ЯЙЫҠ  ҺЫЛЫУЫ» КОНКУРСЫНА«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ» КОНКУРСЫНА
Лена ИЛЬЯСОВА 1998 йылдың 30 майында Илсе ауылында тыуған. Әле Илсе урта мәктәбенең 9-сы класында белем ала. Мәктәп һәм ауыл тормошонда әүҙем... Тотош уҡырға
Вакансиялар күпВакансиялар күп
Ҡаланың «Стиль» йәштәр үҙәгендә эш урындары йәрминкәһе уҙҙы. Сарала ҡала-райондың 17 предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнашты. Эш эҙләп килеүселәргә 276... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.