» » Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре…

Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре…03.06.2014

Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре…Ваҡытында башҡорт шиғриәтенә йәшнәп, аҫылташтай балҡып, башын ғорур күтәреп, ышаныслы аҙымдар менән атылып килеп ингән Рәмзилә Миңлеғәли ҡыҙы Хисаметдинова, яҡты донъяла барлығы 46 йыл ғына йәшәп, үҙенән һуң яҡты эҙҙәр ҡалдырып, 1995 йылдың 7 июнендә баҡыйлыҡҡа күсте. Унан мираҫ булып һандуғастай сутылдап, көсө һәм сере менән үҙенә арбап торған шиғриәте ҡалды. Уның шиғырҙары образлылығы, ихласлығы, эскерһеҙлеге, алсаҡлығы менән бөтә булмышты арбап, күңелде биләй.

Рәмзилә Хисаметдинова Учалы районының Сәфәр ауылында 1949 йылдың 28 майында тыуа. 1966 йылда Сәфәр урта мәктәбен уңышлы тамамлай. Ул хеҙмәт юлын тыуған ауылының мәктәбендә тәрбиәсе булып башлай. 1970-1975 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Учалы районының Юлдаш, Сәфәр мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Салауат районының Малаяҙ ауылында мәғариф өлкәһендә, һөнәренә тоғро ҡалып, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем уҡыусыларына тыуған телгә һөйөү тәрбиәләүен дауам итә. Ул Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Рәмзилә менән миңә 5-7-се кластарҙа бергә уҡырға һәм уның менән бер парта артында ултырырға насип булды. Бөгөнгөләй күҙ алдымда - уның ыҫпайлығы, янып торған зәп-зәңгәр күҙҙәре… Аҡ алъяпҡыстарын тағып, биленән түбән төшөп торған ҡалын сәс толомдарына аҡ таҫмалар тағып, һәр ваҡыт көлөп-йылмайып йөрөр ине. Ифрат тырыш ине ул. Мәктәптә яҡшы уҡыны. Унда уҡыған осорҙа уҡ район гәзите биттәрендә шиғырҙары баҫылды. Мәктәптең йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Ул бала саҡтан тура һүҙле, үҙенә һәм иптәштәренә талапсан һәм тәүәккәл булды. Һәр саҡ ололарса фекер йөрөттө. Шуның өсөн дә уҡытыусылар уны ныҡ яратты. Уның тураһында Башҡорт дәүләт университетында бер төркөмдә уҡыған әхирәте Таңһылыу Ҡарамышева: «Рәмзилә ете төн уртаһында һикереп тороп, ут тоҡандырып, шиғыр яҙырға ултыра ине. Шунан, күҙҙәренән ап-аҡ йөҙөнә серле осҡондар сәсрәтеп, илһамланып, әле генә ижад иткән әҫәрен уҡып ишеттерер ине. Шиғыр миңә күктән яуа, тиер була. Эске талпыныу, ашҡыныу, тыйылғыһыҙ дәрт менән тулы, үҙенән-үҙе тыуған ниндәйҙер мөғжизәле шиғырҙар ине улар. «Ун һигеҙҙәге ялҡыным ҡалмаһын ғына ятҡа» тип маҡсат ҡуйған кешенең хыялый мөхәббәт яҙмалары:
Хыялый һин!
Һине көтөп яҙын,
Йоҡлай алмай ятам таңдарһыҙ.
Һин үҙең дә бер аңларһың әле:
Ниндәй төҫһөҙ яҙҙар наҙҙарһыҙ.

Бындай илаһи мәлдәрендә, йән күкрәүҙәрендә ул ашау-эсеүҙән ҡалып, йоҡлар йоҡоларынан яҙып, шиғыр артынса шиғыр яҙырға тотонор ине. Иң ҡыҙығы - үҙенең мөхәббәтен Рәмзилә бары тик ыңғай яҡтан ғына күрә, ишетә, тасуирлай, бер ниндәй ялғанһыҙ данға күмә, хатта һулар һауаһына әйләндерә ине:
Сәстәреңдә - сәскә еҫе,
Бал бөркәме сәстәрең.
Ҡорт күселәй ҡайнап китә,
Гөжләп китә хистәрем.

Көслө тойғолары Рәмзиләгә көслө шиғырҙар бүләк итте. Уларға донъяға фәрештә ише саф, хаким ише азат, ирекле булып тыуған, ҡолға әйләнмәгән кешенең хистәре һалынғайны», - тип яҙҙы. Стәрлетамаҡ педагогия институтында бергә уҡыған ҡәләмдәше Тамара Ғәниева үҙенең хәтирәләрендә: «Шағирә Рәмзилә Хисаметдинова һылыу кеше ине. Тормошонда осраған хәүеф-борсолоуҙар солғанышындағы күңел кисерештәрен илаһи образдар аша шиғырға һалыр ине:
Иҫем-аҡылым,
Уйым-дәртем -
Бары бала, бары бала!
Шылт итһә лә, ҡанаттарым
Балаларҙы ҡамап ала -
Мин - Инә ҡош!
Мин - Инә ҡош!

Ошо юлдарҙағы кеүек көсөргәнешле лирик драматизмдан уның бер генә шиғыры ла азат түгел. Әсәлек рухы илаһилығы, шиғырҙан-шиғырға күсә барып, шағирәнең ижады ҡатын-ҡыҙ монологына тартып китә. Лирик героиня йәшәүҙе ил именлеге, ғаилә именлеге, мөхәббәт кеүек изге төшөнсәләр күҙлегенән баһалай. Уның теле халыҡсан. Шиғырҙарҙа - башҡорттоң иҫ киткес бай һөйләү теле үҙенсәлектәре, халыҡ ижады образдары. «Әсәйем - йүгерек бүҙәнәм», «Ә ул мине үтә күреп тора, әйтерһең, мин урман өс ағастан», «сәскә атыуҙан туймаҫ гөл шикеллле, ҡосағынан бала өҙөлмәй» кеүек һәм башҡа бик күп образдар май булып ҡына һеңеп торған эпитет-метафоралар Рәмзилә шиғриәте бейек-лектәренең күрһәткесе ул. Уның ижады - башҡорт шиғриәте феномены, тип баһаланырға хаҡлы, был шиғриәт әҙәбиәтебеҙ кимәленә асыҡ дәлил», - тине. Рәмзиләнең шиғырҙары республика матбуғаты биттәрендә 1965 йылдан күренә башлай. «Йәш көстәр» альманахында баҫыла. «Бүләгем» исемле тәүге китабы 1975 йылда донъя күрә. Шағирәнең был китабы үҙенең эшләнеше, әҙәби ҡиммәте буйынса юғары баһалана. Һәм 1977 йылда, 28 йәше тулғанда, Рәмзилә Баш-ҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә. Был бик һирәктәр өлөшөнә төшә торған яҙмыш, әлбиттә. 1981 йылда «Ирәмәл ҡыҙҙары», 1989 йылда «Әсә һүҙе», мәрхүм булғас, 2001 йылда «Һандуғас ғүмере», 2009 йылда «Моңдоң ише - мөхәббәт» тигән шиғри йыйынтыҡтары баҫылып сыға. Шағирәнең был китаптары әсәлек хистәре, донъя тыныслығы өсөн хәүефләнеү, тыуған яҡҡа мөхәббәт тойғолары менән һуғарылған. Рәмзиләнең шиғриәте аһәңле ғәжәп донъя булып күңелдәрҙә йәшәүен дауам итә.
Ул ата-әсәһен үтә лә ныҡ яратты, улар тураһында һәр саҡ ғорурланып һөйләр ине. Саф, изге күңелле, таҙа уй-теләкле, талантлы шағирә үҫтергән Рауза апайға, мәрхүм Миңлеғәли ағайға мең-мең рәхмәттәр әйтәһе генә ҡала. Рәмзиләнең ижадҡа килеүенә, әҙәбиәткә, шиғриәткә тәүге һөйөү орлоҡтарын тәрбиәләүҙә уның яратҡан уҡытыусыһы Хәмиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы Мәүлитҡолованың роле лә баһалап бөткөһөҙ.
1996 йылда Учалы район хакимиәтендә «Иң яҡшы шиғри китап» өсөн Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия булдырылғайны. Ошо йылдар эсендә Зөлфиә Ханнанова (Белорет районы, 1996 й.), Байгилде Янбулатов (Учалы районы, 1997 й.), Гөлсирә Шафиҡова (Мәсетле районы, 2005 й.), Шәүлиә Зөлҡәрнәева (Учалы районы, 2006 й.), Айһылыу Йәғәфәрова (Әбйәлил районы, 2008 й.), Мәүлитбай Ямалетдинов (Учалы районы, 2009 й.), Рамай Ҡаһиров (Учалы районы, 2013 й.) Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаттары булдылар. Рәмзиләнең исеме «үрнәк» тигәнде аңлата. Ысынлап та, шағирәнең һандуғас ғүмереләй ҡанатлы ижады, тормошо беҙгә аҫылташтай үрнәк һәм өлгө! Рәмзиләнең тере һыны, изге рухы, йылдар алыҫлашҡан һайын, беҙҙең күңелдәрҙә яҡтыра ғына бара.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ижад нурҙары һоҡландыраИжад нурҙары һоҡландыра
Туған халҡыңа хеҙмәт ит, көсөң бар саҡта ҡулда. Был тормоштоң шатлығы ла, матурлығы ла шунда. М. Сөндөклө. Тап шулай шиғыр юлдарындағыса ғүмере... Тотош уҡырға
Ике шағир, ике яҙмышИке шағир, ике яҙмыш
(Аҙағы) Мәҫәлән, поэзия секцияларында йәш шағирҙарҙың ҡулъяҙ-маларын тикшергән саҡтарҙа: «Әйҙәгеҙ, ижадҡа етдирәк ҡарайыҡ, башҡорт шиғриәтендә... Тотош уҡырға
Ғүмере буйы яратҡан эше менән шөғөлләндеҒүмере буйы яратҡан эше менән шөғөлләнде
Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны Мәүлетҡолов Сафа Сабир улы 43 йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлай, 35 йыл... Тотош уҡырға
Ике шағир, ике яҙмышИке шағир, ике яҙмыш
Бынан 65 йыл элек була был хәл. 1949 йылда Урал армыттарын өҙөлөп һағынған торналар йылы яҡтан ҡайтышлай ҡанаттарынан моң түгеп уҙа. Уларҙың уғата... Тотош уҡырға
Алдынғы уҡыусыларАлдынғы уҡыусылар
Тыуған телгә, милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте уҡытыусылары ҙур көс һала. Был тырышлыҡтар һөҙөмтәһеҙ... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.