» » Йәш экологтар ярышты

Йәш экологтар ярышты25.06.2014

Йәш экологтар ярышты16 июндән 19 июнгә тиклем төбәгебеҙҙең Өргөн ауылы эргәһендәге Гагарин исемендәге ял һәм хеҙмәт лагерында «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» тип исемләнгән республика фестивале уҙҙы.

Сара 11-се тапҡыр ойошторолдо, тәү тапҡыр уны Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә 2001 йылда уҙғаралар. Фестиваль тарихына байҡау яһағанда шуныһы мәғлүм: 2001 йылда Америка Ҡушма Штаттары ҡарамағындағы Тотороҡло Берләшмәләр институтының «Ҡурсаулыҡтар» үҙәге рәсәйлеләргә «Ҡурсаулыҡтар утрауҙары дуҫтары» хәрәкәтен хуплауҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Башҡортостанда был тәҡдимде тәүгеләрҙән булып, ул мәлдә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Ирек Шәрәфетдинов хуплап сыға. Шул ваҡыттан алып фестивалде уҙғарыу матур традицияға әйләнә. Тәүҙә ул йыл һайын ойошторола, һуңғы ваҡытта ике йылға бер тапҡыр үткәрелә башланы.
Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар Учалы ерлегенә йыйылды. Бының сәбәбе ябай, 2012 йылда йәш экологтарыбыҙ сираттағы фестивалдә Гран-при яулай һәм сараны беҙҙә уҙғарыу хоҡуғын ала.
Ярышҡа республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 16 команда килгәйне. Ҡыҙ-малайҙар дүрт көн дауамында төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып экологик белемдәрен һынаны, командалар үҙҙәренең визит карточкалары, агитбригадалары менән сығыш яһаны. Экотеатр конкурсында уҡыусылар экологик проблемаларҙы сәхнәләштереп күрһәтте. Ғилми эштәрҙе яҡлау буйынса етди конкурстар ҙа ойошторолғайны. Әлбиттә, фестивалдә ҡатнашыусыларҙың иң яратҡан ярыштары «Робинзонада». Бында инде уҡыусылар тәбиғәтте ни тиклем яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Кемдең лагеры һәйбәтерәк, кем үләндәр һәм хайуандар тураһында күп белә һәм башҡа һәләттәрен тикшерҙеләр.
Беҙ барғанда уҡыу-сылар иртәнге аштарын ашап, сираттағы ярышҡа әҙерләнә ине. Ҡыҙ-малайҙар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡындан танышып, айырылғыһыҙ дуҫтарға әйләнгән. Бөрйән һәм Белорет райондарынан килгән уҡыусылар менән әңгәмәләшәбеҙ. Лагерҙа улар быйыл иң бәләкәйҙәре, 5-се класта уҡып йөрөйҙәр. Игеҙәктәр Рәфилә һәм Рәсилә Мәсәғүтовалар экология менән икеһе лә башланғыс кластарҙан уҡ ҡыҙыҡһына. Ҡыҙҙар һүҙгә әүәҫ булып сыҡты.
- Ошондай фестивалдәрҙе йышыраҡ ойошторорға кәрәк. Йәш быуындың экологик белемен арттырыу, тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында әлеге сараның мөһимлеген билдәләү урынлы булыр. Беҙ ярышта ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ, күңелле ял итеп кенә ҡалманыҡ, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар таптыҡ, байтаҡ мәғлүмәт тупланыҡ, - тиҙәр ҡыҙҙар.
Инйәрҙең 1-се башҡорт мәктәбендә белем алыусы Арина Кислицына ла фестивалдән ҡәнәғәт. Ҡыҙыҡай урыҫ милләтенән булһа ла, саф башҡортса һөйләшеүе менән барыбыҙҙы ла таң ҡалдырҙы.
- Башҡортостанда йәшәп, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен белмәһәм, оят булыр ине үҙемә. Ата-әсәйем дә башҡорт мәктәбендә уҡыуыма ҡаршы булманылар. Сара беҙгә ныҡ оҡшай, әле айырыуса «Робинзонада» конкурсын түҙемһеҙләнеп көттөк. Исеменән күреүегеҙсә, был ярышта үҙебеҙҙе Робинзон һымаҡ хис итергә тура килде, - ти ул. Әхирәте Зөлфиә Динисламоваға ла сара оҡшаған. Ҡыҙҙар лагерь биләмәһендә «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән сапсан исемле ҡошто күреүҙәрен һөйләне.
Команданың етәксеһе Фәймә Әхмәтова әйтеүенсә, ҡыҙҙар Инйәрҙә уҙғарылған «Парктар маршы» ярышында 15 мәктәп араһында еңеү яулап, был фестивалдә ҡатнашыу хоҡуғын алған.
- Учалының тәбиғәте бик оҡшаны. Бында бик күп тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Ирәмәл тауы үҙе генә ни тора, ләкин уның башына менергә форсат теймәне. Беҙҙә күлдәр юҡ, шуға ла күлдәрегеҙҙең күп булыуы хайран ҡалдырҙы. Ҡалҡан күлендә булырға өлгөрҙөк, бөгөн Өргөнгә һыу инергә барырға йыйынабыҙ. Балалар бик ҡәнәғәт, фестиваль юғары кимәлдә ойошторолған, - ти Фәймә Әхмәтова.
Бөрйән районынан Гөлизә Вәлиева Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында белгес булып эшләй.
- Ярышҡа Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары менән килдек. Ауыл ҡурсаулыҡ биләмәһендә урынлашҡан, балалар ҡурсаулыҡ менән тығыҙ бәйләнеш тота. Улар менән бергәләшеп төрлө саралар ойошторабыҙ, эҙләнеүҙәр алып барабыҙ. Экологик проблемалар беҙҙе лә борсомай ҡалмай, хәҙерге ваҡытта урман мәсьәләһе бик киҫкен тора. Белеүегеҙсә, беҙҙең Бөрйән районы ылыҫлы ағастарға ныҡ бай. Халыҡ нигеҙҙә ағас эше менән була, ағас һатып аҡса эшләйҙәр. Үҙебеҙҙекеләрҙән башҡа, ситтән килеп рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар йылдан-йыл күбәйә. Браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар, ҡыр йәнлектәренә, хайуандарға һунарға йөрөйҙәр. Уҡыусылар бәләкәйҙән үк тәби-ғәтебеҙҙе борсоған проблемалар менән таныш. Улар менән төрлө ғилми эштәр яҙабыҙ. Бөгөн беҙҙең бурыс - йәшәгән мөхитебеҙҙе таҙараҡ, яҡшыраҡ итеү маҡсатында ҡулыбыҙҙан килгән эштәрҙе башҡарыу. Экологик тәрбиә кешенең ҡанында булырға тейеш. Уҡыусыларға бәләкәйҙән тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу беҙҙең төп бурысыбыҙ. Ошондай фестивалдәр балаларға экологик тәрбиә бирә, - ти Гөлизә Вәлиева.
Фестиваль һуңында барыһына ла иҫтәлекле дипломдар, командаларға «Ҡурсаулы утрауҙы һаҡлаусы» сертификаттары, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Бөгөнгө көндә республикала Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал, Башҡорт дәүләт ҡурсаулыҡтары бар, бер «Башҡортостан» милли паркы иҫәпләнә. Был тәбиғәт объекттарының дөйөм майҙаны 407 мең гектарҙан ашыу.
Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар тәбиғәт процестарының һәм күренештәренең тәбиғи әйләнешен, үҫемлек һәм хайуандар донъяһының генетик фондын һаҡлау өсөн булдырылған.

Фотола: Белорет һәм Бөрйән райондарынан килгән йәш экологтарға сара бик оҡшаны.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Урман тергеҙеләУрман тергеҙелә
«Ағас ултырт» Бөтә Рәсәй экологик акцияһы дауам итә. Ошо көндәрҙә акцияла ҡатнашыусылар «Учалы урман хужалығы» дәүләт бюджет учреждениеһының... Тотош уҡырға
Ағас ултыртылдыАғас ултыртылды
Республикабыҙ Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен һәм «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы»... Тотош уҡырға
Ҡурсаҡ уйнаусы балаларҠурсаҡ уйнаусы балалар
Туған телгә иғтибар һәм ихтирам тәрбиәләүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының роле ҙур. Бигерәк тә ҡала мәктәптәрендә уҡыусылар менән дөрөҫ... Тотош уҡырға
Алдынғы уҡыусыларАлдынғы уҡыусылар
Тыуған телгә, милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте уҡытыусылары ҙур көс һала. Был тырышлыҡтар һөҙөмтәһеҙ... Тотош уҡырға
«Ауылпиада» үтте«Ауылпиада» үтте
Яңы Байрамғол мәктәбендә Олимпиада уйындарына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ҙур сара - «Ауылпиада-2014» үтте. Тәүҙә Олимпия уты сырағын... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.