» » Тынғыһыҙ эштәренә - мәҙхиә

Тынғыһыҙ эштәренә - мәҙхиә25.06.2014

Тынғыһыҙ эштәренә - мәҙхиә
«Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә…»
Ғабдулла Туҡай.

Таһир Закировтың Ахун ауылы клубында ҡуйылған «Яусылар» комедияһын ҡарағандан һуң, халыҡ күтәренке кәйеф менән таралышты. Улар актерҙарҙың килештереп уйнауҙары тураһында фекер алыша ине.

Район күләмендә маҡтауға лайыҡ үҙеш-мәкәр коллективтың һәр сығышын халыҡ шулай яратып, артистарҙы дәррәү алҡышлап, хуплап ҡаршы ала, уларға дәртләндереү һүҙҙәре, изге теләктәр әйтә. Һүҙ Ахун ауылының Нәзифә Усманова етәкселегендәге «Аҡшишмә» исемле театры хаҡында. Инде бишенсе йыл «Халыҡ театры» тигән мәртәбәле лә, яуаплы ла исем йөрөтә.
Мәҙәниәт йортоноң халыҡ күңелен нурландырып, илһамландырып, өмөт сатҡылары ҡабындырыусы тәрбиә усаҡтарының береһе икәнлеген мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яҡшы аңлай, шуға ла репертуарҙарына тормошсан, шул уҡ ваҡытта күңел күтәрерҙәй спектаклдәр һайлайҙар. Элек-электән үҙенә генә хас йөҙө, сәхнәгә мөкиббән ғашиҡ кешеләре, оҫта режиссура алымдары менән данлы булды беҙҙең мәҙәниәт йорто.
Клуб эшенең тарихына күҙ һалһаҡ, Ахун сәхнәһендә тәүге спектакль 1919 йылдың 6 сентябрендә Октябрь революцияһы еңеүенә бағышлап күрһәтелгән. Клуб мөдире Вәли Солтанов уҡытыусылар ярҙамында «Осҡон» исеме аҫтында тәүге театр коллективы туплаған. Был хәл тәүге башланғыс булараҡ, үрнәк рәүешендә хуплап ҡаршы алынған.
40 йыл ғүмерен мәҙәни-ағартыу эшенә бағышлаған әни Мәхмүтовтың исемен дә ауыл халҡы һаман телдән төшөрмәй, һағынып иҫкә ала. Ул эшләгән дәүерҙә 200-ҙән ашыу спектакль ҡуйылған. Талантлы ауылдаштар, сәхнәлә матур образдар тыуҙырып, оҫталыҡтарын күрһәткәндәр. Уларҙың исемдәре онотолмай, ҡәҙерләп тарихи яҙмаларҙа һаҡлана. әни Мәхмүтов үҙе профессиональ режиссер һәм артист ине, ҡуйыусы сифатында ғына түгел, иң ауыр төп ролдәрҙе башҡарыусы булараҡ та танылыу алды. Ысын мәғәнәһендә хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған әни Мәхмүтов етәкләй алмаған бер генә сәнғәт төрө лә булмағандыр: фольклор, вокаль һәм инструменталь ансамблдәр, хор, бейеү, йыр, тальян-гармун - барыһы ла уның ысын сәнғәт мәктәбе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре . Мәхмүтов үҙ ҡарамағындағы хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтеүгә ҙур әһәмиәт бирҙе. Уның ҡулы аҫтында тәжрибә туплаған әли Баҡыев, остазы хаҡлы ялға киткәс, байтаҡ ваҡыт директор вазифаһын биләне. Дипломлы белгес, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны, ул тынлы оркестр һәм инструменталь оркестр ойошторҙо, башҡорт ҡурайы түңәрәге менән уңышлы етәкселек итте. әли Баҡыевтың сәнғәт өлкәһендә мөмкинлектәре сикһеҙ ине: ул хатта (төп ролгә йырсы М. Асҡаровты ҡуйып) музыкаль спектаклдәр сәхнәләштерергә лә оҫта булды. Төп эше менән бер рәттән, урта мәктәптә, һуңынан музыка мәктәбендә балалар уҡытты. Өйрәтеп тә, концерт-спектаклдәрҙә үҙе лә оҫта уйнап, халыҡты ҡыуандырып ижад итте, тоғро хеҙмәт күрһәтте. Әле лә ул клубҡа ярҙам итә.
Мәҙәниәт йорто мөдире Нәзифә Усманова ла хеҙмәт юлын Г. Мәхмүтов етәкселегендә башлап ебәрҙе. Эшкә дәртләнеп тотонған йәш белгескә әни ағай ҙур өмөттәр бағланы һәм яңылышманы: бына инде 15 йыл Нәзифә Усманова үҙе ҙур коллективтың ысын хужабикәһе. Уның етәкселегендәге 16 ағзанан торған халыҡ театры, хужалыҡ эшселәре, сәнғәт белгестәре берҙәм, татыу коллектив булып йәшәйҙәр. Аҙ ғына ваҡыт эсендә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән клуб хеҙмәткәрҙәре Гөлнара Хажиева һәм Сафия Мөслимоваларҙың эшенән дә ҡәнәғәт ауыл халҡы. Шуны әйтергә кәрәк, беҙҙең клубта бер ваҡытта ла осраҡлы кешеләр эшләмәне. Махсус белемдәргә эйә булған үҙ ауылыбыҙҙың егет-ҡыҙҙары хаҡлы ялға киткәнсе шул эштә булдылар, әле лә шулай.
Үҙешмәкәр артистар менән дә шундай хәл: бер уйнай башлағандар икән, сәхнәнән китмәйҙәр. Быға миҫалдар күп. Башҡа урындарҙа эшләп, хаҡлы ялда булыусы Сара Вафина, Хәлиҙә Солтанова, Лидиә һәм Рушан Дияровтар һ.б. инде оҙаҡ йылдар ҙур теләк менән, ихлас күңелдән концерт-спектаклдәрҙә ҡатнашып, яңынан-яңы образдар ижад итеп, театр эшен юғары дәрәжәлә тотоп киләләр. Йыл һайын берәр-икешәр пьесаны сәхнәләштереп, төрлө ауылдарҙа сығыш яһайҙар. Нәзифә Усманова эшләгән дәүерҙә генә лә 20-нән артыҡ пьеса сәхнәләштерелгән. Үҙе лә ролдәрен бик матур башҡара. Яңы ғына сәхнәгә аяҡ баҫҡан йәш егеттәр Фәнүз Әйүпов, Фидан Баҡыев, Эдик Шаһиев, Фәнис Әхмәтовтар ҙа ролдәрен етеҙ, оҫта башҡарып, ышандырырлыҡ образдар тыуҙыралар.
Март айында Учалыла уҙған район смотрында «Аҡшишмә» театры, Т. Закировтың «Яусылар» комедияһы менән сығыш яһап, үҙҙәренең «Халыҡ театры» исеменә лайыҡ икәнлектәрен тағы бер тапҡыр иҫбат иттеләр. Спектаклдең режиссеры Нәзифә Усмановаға, унда ҡатнашыусы барлыҡ актерҙарға маҡтау һүҙҙәре әйтелде, бүләктәр тапшырылды. Тамашасылар, бигерәк тә театр ветераны Сара Вафинаның һәм иң йәш актриса Гөлнур Дауытованың башҡарыу оҫталыҡтарына һоҡланып, алҡыштарға күмделәр. Залдағыларҙың тамашаны шулай йылы ҡаршы алыуы артистарыбыҙҙы тағы ла илһамландырып, үҫтереп ебәрҙе.
Халыҡ театрының ижади уңышында әни Мәхмүтовтың да, әли Баҡыевтың да өлөшө ҙур, артистар уйнауында тап уларҙың оҫталыҡ дәрестәре сағылыш таба.
Ауыл клубы юҡҡа ғына мәҙәниәт усағы тип аталмайҙыр. Усаҡтан йылылыҡ та, яҡтылыҡ та, нур ҙа бөркөлһөн өсөн клуб хеҙмәткәрҙәре бар тырышлыҡтарын һалырға бурыслылар. Бөгөнгө көндә үҙенә саҡырып торған матур клуб залдарында ахундар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Олоһо-кесеһенең был йортто үҙ итеүе бик шатлыҡлы күренеш. Мәҙәниәте булған ауылдың киләсәге лә бар.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Грант алдыларГрант алдылар
Мәҙәниәт йылы айҡанлы, быйыл театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендәге иң яҡшы проекттар Башҡортостан Республикаһы... Тотош уҡырға
Фольклорсылар - сәхнәләФольклорсылар - сәхнәлә
Комсомольск мәҙәниәт йортонда Поляковка зонаһына ҡараған ауылдарҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренең фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. Һәр ауылдың... Тотош уҡырға
Артистар ҡыуандырҙыАртистар ҡыуандырҙы
Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йорто янындағы үҙешмәкәр коллектив Мәҙәниәт йылы айҡанлы Наил Ғәйетбайҙың «Аты барҙың - дәрте бар» комедияһын тамашасы... Тотош уҡырға
Үҙ эшенә ғашиҡҮҙ эшенә ғашиҡ
Мәҙәниәт усағы ауыл халҡының күңелле ял итеү генә түгел, аң-кимәлен үҫтереүгә, рухын нығытыуға булышлыҡ итеүсе урын да. Үҙ эшенә булмышы менән... Тотош уҡырға
Яҙҙы ҡаршылапЯҙҙы ҡаршылап
Балалар театр коллективтарының «Ҡыңғырауҙар сыңы» исемле республика фестивале иғлан ителде. Уның беренсе этабы Учалы филармонияһында үтәсәк. 13... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.