» » Изге байрам мөбәрәк булһын!

Изге байрам мөбәрәк булһын!29.07.2014

Изге байрам мөбәрәк булһын!Йыл буйына йыйылған йән һәм тән бысрағынан арыныу, таҙарыныу өсөн мосолман илендә күркәм бер ай бар. Ул да булһа - Рамаҙан. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән башлап бөтә пәйғәмбәрҙәргә Аллаһы раббил-ғаламин хәҙрәттәре ураҙа ғибәҙәтен фарыз, йәғни мотлаҡ үтәлергә тейешле бурыс итеп биргән. Йәһүдтәрҙә лә, гректарҙа ла, римлеләрҙә лә, ҡытайҙарҙа ла - бөтәһендә лә бойороуҙарҙы үтәүҙе, тыйыуҙарҙан тыйылыуҙы талап иткән үҙенсәлекле йолалар була. Ураҙа - мосолман кешеһенә тәҡүәлеккә, сабырлыҡҡа өйрәнеү, ваҡыттың, ғүмерҙең, имандың ҡәҙерен белергә күнегеү мәҙрәсәһе. 28 июндә ҡояш байыу менән изге Ураҙа айы башланды. Һәм, ниһайәт, рухтары, имандары көслө булғандар, нәфселәрен тыя белгәндәр Ураҙа ғәйетен байрам итте. «Кемдең Рамаҙан айында тотҡан ураҙаһы ҡабул була, ул кеше әсәнән яңы тыуған бала шикелле гонаһһыҙ булыр», - тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бына шундай ҡөҙрәткә эйә ул Ураҙа.

«Рамаҙан айы - бик тә мөбәрәк бер ай. Уның тәүҙәге ун көнө - рәхмәт көндәре, урталағы ун көнө - гонаһтарҙан таҙарыу, аҙаҡҡы ун көнө мәғфирәт йәки йәһәннәм утынан ҡотолоуға сәбәп булған көндәр», - ти пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ул тағы ла: «Рамаҙан айында һулыш алыуҙарығыҙҙың һәр береһе - Аллаһты данлау, йоҡоғоҙ - Аллаһты ололау, һеҙ эшләгән игелекле эштәрҙең һәр береһе ҡабул ителә, доғаларығыҙ яуап таба. Шуға ла ихлас күңел менән Аллаһтан ураҙа тотоу өсөн көс, Ҡөрьән уҡып барыу өсөн теләк һәм ҡеүәт һорағыҙ», - тип әйтә.
Ураҙа - исламдың биш нигеҙҙәренең береһе. Башҡалары: Шаһәҙәт кәлимәһен әйтеү, Намаҙ уҡыу, Зәҡәт биреү, Хажға барыу. Рамаҙан - «яныу» тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары яныр, юҡ булыр. Ураҙа аша мосолмандар йылына бер ай көндөҙ ашау һәм эсеүҙән, яман һүҙҙән, яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылып тора. Ҡояш сыҡҡансы ике сәғәт алда тороп ашалған ризыҡ «сәхәр», ҡояш байығас ауыҙ асыуҙы - «ифтар» тиҙәр. Ураҙа тотоусы сәхәр ашағандан һуң, ниәт ҡылырға тейеш. Кеше ҡояш сыҡҡанға тиклем ризыҡланып, төшкө ашҡа тиклем ниәт ҡылһа ла уның ураҙаһы ҡабул була.
- Йылдың Рамаҙан айында үҙен мосолман тип таныған, 12 йәшен тултырған, һаулығы рөхсәт иткән, аҡылы камил һәр кеше ураҙа тоторға тейеш. Ураҙа - диндең төп терәктәренең береһе. Аллаһ әйтә: «Эй, Минең берлегемде һәм барлығымды таныған иманлы бәндәләр! Һеҙҙән алда килеп киткәндәргә фарыз ителгән кеүек, ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыз ителде. Бәлки, һеҙ ҙә, дингә кәмселек килтереүҙән һаҡланып, тәҡүә (йәғни Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәүселәр) кешеләрҙән булырһығыҙ, - тип үҙ һүҙен башланы З. Рәсүлев исемендәге мәсеттең имам-хатибы Марс хәҙрәт Әлтәпов. - Бөйөк хәҙистәрҙең береһендә Аллаһы Тәғәләнең шундай һүҙҙәре бар: «Әҙәм балаһының ураҙанан башҡа бөтә ғәмәле үҙе өсөн. Тотҡан ураҙалары ғына - Миңә. Уның сауабын да Мин үҙем бирәсәкмен», - ти. Ураҙа тәү сиратта ихлас күңелдән әйтелгән ниәттән башлана, Аллаһ ризалығы өсөн атҡарыла. Әйтәйек, берәүҙең: «Һимереп киттем, ураҙа тотоп алайым», - тигән ниәте тик үҙе өсөн генә була. Шулай уҡ яҡты көн дауамында ашауҙан-эсеүҙән тыйылып йөрөү генә аҙ, бындай кеше ғәйбәт һөйләмәҫкә, бер кем менән дә әрләшмәҫкә, тауыш күтәрмәҫкә, яман уйҙар йөрөтмәҫкә тейеш. «Әгәр ҙә кеше ураҙа тотоп та ялған менән алдашыуҙан тыйыла алмаһа, уның асығып, һыуһап йөрөүенә Аллаһ мохтаж түгел», - тигән пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм.
Тимәк, Ураҙа тотоусы борсаҡ ҙурлығы ризыҡ ҡапмау, тамсы һыу эсмәүҙән тыш, күңел таҙалығын һаҡларға бурыслы. Был ваҡытта тыйылған эштәргә шулай уҡ файҙаһыҙ, әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү, мунсаға кереп оҙаҡ ултырыу, һыуға сумып ҡойоноу, һағыҙ сәйнәү, ирендән үбешеү, ауыҙ асмайынса ике көн рәттән ураҙа тотоу, ниндәй ҙә булһа гонаһ ҡылыу, ауырыу көсәйәсәген белә тороп ураҙа тотоу ҙа инә. Был изге айҙа күберәк яҡшы ғәмәлдәр атҡарып, буш ваҡыттарҙа Ҡөрьән уҡып уҙғарыу һәйбәт. Бөтөнләй бер нәмә эшләмәй тик ултырыу, йә йоҡлау ҙа килешмәй. Кеше баҡсаға сығып булһа ла хәрәкәт итеп инергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ураҙала көндөҙ аҙыраҡ ял итеп алыу хәйерле булыр.
Ураҙала булыусы, тәмле, туҡлыҡлы ризыҡтар әҙерләп, табын ҡороп, ауыҙ асыуға йәмәғәт саҡырһа, ифтарҙа нисә кеше булған, шунса күләмдә саҡырыусы иҫәбенә ураҙа тотҡандағы кеүек көндәр яҙыла.
Аллаһы Тәғәлә үҙ бәндәләренә һис бер ваҡыт ҡыйынлыҡ теләмәгән, тик еңеллек кенә теләгән, шул иҫәптән ураҙала ла. Ауырыу арҡаһында дарыу эсергә тейешлеләргә, йөклө ҡатындарға, бала имеҙеүсе әсәләргә, оҙаҡ һыу эсмәй тора алмаған ҡарт кешеләргә, сәфәрҙә булғандарға (йорттан 90 саҡрым алыҫлыҡтағы юл), ауыр эштә йөрөүселәргә, төрмәлә ултырыусыларға ураҙа тотоу тыйыла. Һауыҡҡас, бала тапҡас, сәфәрҙән ҡайтҡас, ялға сыҡҡас, ҡалған көндәрҙе икенсе бер ваҡытта тотоп ҡуйыу дөрөҫ булыр. Ә инде бөтөнләй тота алмаусыларға мәсеттәргә фидиә саҙаҡаһын биреү шарт.
Бер имам әйткән: «Аллаһ байҙар менән ярлылар араһында тигеҙлек булдырыу өсөн ураҙа тоторға бойорған. Байҙар ҙа аслыҡтың тәмен татып ҡараһын өсөн». Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең «Һәр нәмәнең зәҡәте була. Тәндең зәҡәте - ураҙа» тигән һүҙҙәре бар.
«Ураҙа айы башланыу менән Ожмах ишектәре асыла, Тамуҡтыҡы ябыла, Шайтан һәм уның ҡолдарына бығауҙар кейҙерелә» («Әл-Бохари», «Мөслим»).
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Һеҙгә Рамаҙан килеп етте, ул - Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе мәрхәмәтлелеге менән уратып алған, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаған, ялбарыуҙарығыҙға яуап биргән изге ай. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең изгелектә ярышыуығыҙҙы ҡарап торасаҡ, ә фәрештәләр һеҙгә аптыраясаҡ. Һуң, шулай булғас, Аллаһы Тәғәләгә үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтегеҙ, был айҙа Хоҙайҙың мәрхәмәтенән яҙған ысынлап та бәхетһеҙ!» - тип әйткән («ат-Табарани»).
Фытыр саҙаҡаһы хаҡында
Фытыр саҙаҡаһы Рамаҙан айында бирелә. Мосолман дине белгестәре, саҙаҡаның был төрө айҙың аҙағында бирелергә тейеш, тигән фекерҙе яҡлай. Бигерәк тә Ураҙа байрамы көнөндә таң менән тапшырылыуы яҡшы.
Саҙаҡаны биреүҙән бер кем дә азат түгел, ауырыу кеше өсөн дә, яңы тыуған сабый өсөн дә ул бирелергә тейеш. Әммә был мөһим эште Ураҙа байрамына тик-лем башҡарып ҡуйырға кәрәк. Ураҙа байрамынан һуң бирелгән саҙаҡа фытыр саҙаҡаһы түгел, хәйер генә була. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Рама-ҙан айында ураҙа тотоу ер менән күк араһында аҫылынып тора һәм фытыр саҙаҡаһын биргәс кенә Аллаһы Тәғәләгә күтәрелә», - тигән.
Фытыр саҙаҡаның күләме Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты тарафынан билдәләнә. Бына ниҙәр еткерҙе был хаҡта Марс хәҙрәт Әлтәпов:
- Түбән килем алыусы бер кешегә 40 һум күләмендә бирелә. Эшләп йөрөүселәргә, урта хәллеләргә - 150 һум. Ә байҙар өсөн 250 һум ҡаралған. Әгәр берәйһе ураҙа тоторға бик теләп тә, ауырыу сәбәпле тота алмаһа, көнөнә 150 һум иҫәбенән 30 көнгә 4 мең 500 һум фидиә саҙаҡаһы бирә. Фытыр саҙаҡаны мәсеткә, йә ярлы, мохтажлы кешеләргә биреү хәйерле. Бер кеше башҡа ғаилә ағзалары исеменән тапшырырға мөмкин, тик уны үҙ туғандарына, яҡындарына биреү дөрөҫ булмай. Аҡсаны биреүсе йәлләмәй, риза булып, ҡыуанып бирергә тейеш. Алыусы кешенең күңелендә лә шатлыҡ сағылһын.
Аллаһы Тәғәлә кешегә көсө етмәҫлек бурыстар ҡуймай, шуға ла фытыр саҙаҡаһын бирә алмаусыларҙа бер гонаһ та, бурыс та юҡ.
Фытыр саҙаҡаһы мохтажлыларға тапшырылғанға күрә, уны аҡсалата биреү отошлораҡ булыр. Улар был аҡсаны үҙҙәренә кәрәгенсә тотона аласаҡ. Ҡайһы бер дин белгестәре, фытыр саҙаҡаһын аҡса менән бирергә ярамай, тип әйтә, әммә күпселек был фекер менән килешмәй. Аҙыҡ менән бирергә лә мөмкин, әммә ул тиҙ боҙола торғандан булмаһын. Саҙаҡа шәкәр йәки тоҙ менән дә бирелергә тейеш түгел. Сөнки улар аҙыҡ булыуҙан бигерәк тәмләткестәр иҫәбенә инә. Кемгәлер ризыҡ менән биргәнһегеҙ икән, кеше уны бешереп, табынға ҡуйып ашарлыҡ булһын.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ураҙа мөбәрәк булһын!Ураҙа мөбәрәк булһын!
27 июнь көнө Ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана. Рамаҙан - исламдағы ун ике айҙың солтаны, йәннәт ҡапҡалары асылған ай. Аллаһы Тәғәлә был... Тотош уҡырға
Татыулыҡта - көсТатыулыҡта - көс
Ҡала-районыбыҙҙың этник йөҙө үтә лә сыбар. 72 мең кешенең 68% - башҡорттар, 18% - урыҫтар, 12% - татарҙар, 2% - бүтән милләт вәкилдәре тәшкил итә.... Тотош уҡырға
Мәхәллә һәм имамМәхәллә һәм имам
Изге Ҡөрьәндә: «Аллаһтан ҡурҡығыҙ, мөьминдәр араһында фетнә, дошманлыҡ тыуҙырыуҙан һаҡланығыҙ, шул ваҡытта Аллаһтың рәхмәтен алырһығыҙ», тип әйтелә.... Тотош уҡырға
Ни күрһәң дә, сабыр ит!Ни күрһәң дә, сабыр ит!
Әҙәм балаһының ғүмере төрлө мәшәҡәттәр, хәстәрлектәр, ауырлыҡтарға ҡаршы тороуҙар менән тулы. Донъя тормошо аҙым һайын сабырлыҡҡа һынауҙар үткәрә.... Тотош уҡырға
Ултырыш үттеУлтырыш үтте
Ошо көндәрҙә Абҙаҡ ауылы ветерандар Советы ултырышы үтте.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.