» » Оҫталарҙан оҫтараҡ

Оҫталарҙан оҫтараҡ27.08.2014

Оҫталарҙан оҫтараҡ21 август Учалы ҡалаҺында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең «Һөнәрендә иң яҡшы» зона конкурсы үтте. Әбйәлил, Белорет райондары, Сибай Һәм Межгорье ҡалалары вәкилдәре килде. Хужаларҙың намыҫын «Төҙөкләндереү», «Учалыводоканал» муниципаль унитар предприятиелары, «Учалы йылылыҡ селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәте, «1-се торлаҡ-эксплуатация идаралығы» Һәм «Монтажсы» яуаплылыҡтары сикләнгән йәмғиәттәренең алдынғы эшселәре яҡланы.

Сараны башлау тантанаҺында район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан Гиләзетдинов конкурсҡа килеүселәрҙе сәләмләп телмәр тотто, ҡыҫҡаса төбәгебеҙ менән таныштырҙы Һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге Һәр кеше өсөн үтә мөҺим икәнлеген Һыҙыҡ өҫтөнә алды.
-Йылына - 365 көн, тәүлегенә - 24 сәғәт көсөргәнешле эшмәкәрлек алып барған тармаҡ кешеләренә нисек рәхмәтле булмайҺың инде! - тип сығыш яҺаны ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов, - фәҡәт коммуналь-торлаҡ өлкә хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән Учалы хәҙер инде 3 йыл рәттән Башҡортостандың иң төҙөкләндерелгән ҡалаҺы исемен яулап ала.
Бәйге Учалы тау-металлургия техникумы Һәм 98-се Һөнәрселек училищеҺының сәнәғәт майҙансыҡтарында барҙы. Конкурс ике этаптан ҡоролдо - теоретик Һәм ғәмәли өлөштәр. Тест Һорауҙары буйынса ла имтихан тоттолар, бөтә технология талаптарын Һәм хәүефҺеҙлек техникаҺы ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтеп ҡул менән эшләү етеҙлектәре лә Һыналды.
Кран асып Һыу ағыҙыуы ғына анҺат. Ҡәҙимге кеше йорттарҙа йылы булҺын, коммуналь уңайлыҡтар үтҺен өсөн күпме ҡатмарлынан-ҡатмарлы техник прибор-ҡоролмалар ҡулланылыуын күҙ алдына ла килтермәй! Сантехниктар Һыу торбаларының ябыу-асыу арматураҺын Һүтте Һәм йыйҙы, иретеп йәбештереүселәр тип-тигеҙ итеп металл «яманы», электромонтажсыларҙың ҡулдарында паяльник уйнап ҡына торҙо, төрлө приборҙарҙы электр селтәренә тоташтырҙылар. Ниндәй генә шөғөл булмаҺын, ысын оҫта башҡара икән, ситтән күҙәтеп тороуы ла күңелгә кинәнес бирә.
Бөтә конкурсанттар ҙа Һоҡландырғыс маҺирлыҡ күрҺәтте. Әммә ярыш - ярыш инде, кемдер еңә, кемдер юҡ. Һәм Һөҙөмтәләр ниндәйҙер мәғәнәлә сенсацион тиергә хаҡ бар - ҡалған 4 төбәк вәкилдәрен шартлы рәүештә йыйылма командаға туплағанда ла, учалылар 5:1 иҫәбе менән еңер ине икән!
Иретеп йәбештереүселәр араҺында Межгорье ҡалаҺынан килгән Андрей Васеченков ҡына беренсе урынға сыға алды. Ҡалған бөтә номинацияларҙа Учалы вәкилдәре иң яҡшы тип танылды: слесарь-сантехниктар араҺында - Азат Йосопов (1-се торлаҡ-эксплуатация идаралығы), ҡаҙанлыҡ операторҙары араҺында - Рәүил Ниязов ( «Учалы йылылыҡ селтәрҙәре»), электромонтажсылар араҺында - Илшат Хәлилов («Монтажсы» йәмғиәте), механик-тракторсылар араҺында - Виталий Филипенко («Төҙөкләндереү»), урам йыйыштырыусылар араҺында - Гөлсинә Юлмөхәмәтова («Төҙөкләндереү»). Ә иретеп йәбештереүсе Тәлғәт әйнуллин («Водоканал») - призлы өсөнсө урын алды. БарыҺын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Кемдең арбаҺына ултыраҺың, шуның йырын йырлайҺың, хужалар үҙҙәренә өҫтөнлөк биргән тип яңылыштан уйлай ҡуймағыҙ. Сараның аҙағында Һүҙ тотҡан «Белорет йылылыҡ селтәрҙәре» предприятиеҺының баш инженеры Дмитрий Сорокин эксперт комиссияҺы (жюри) исеменән аныҡ билдәләне - комиссия составына бөтә төбәк вәкилдәре лә индерелә, баҺа биреү обúектив Һәм ғәҙел башҡарыла, бер кемдә лә Һөҙөмтәләр шөбҺә уятмай. Ул шулай уҡ зона конкурсы статусындағы сараны республика кимәлендә үткәргәнебеҙ өсөн рәхмәт әйтте. Эйе, ысынлап та, юғары кимәлдә ойошторолдо.
Юҡҡамы ни, әүҙемлек күрҺәткән, әҙерлек эштәренә көс йәлләмәгән ҡала коммуналь хужалыҡ предприятиелары муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Фото: БР Торлаҡ-коммуналь министрлығы хәбәр итеүенсә, был конкурс республика 8 зонаға бүлеп үткәрелә. Зона ярыштарында 1-се, 2-се, 3-сө урын алыусылар сентябрь аҙағына планлаштырылған республика финал ярышында ҡатнашасаҡ.
Сараның төп маҡсаттары - эшсе Һөнәрҙәренең дәрәжә-абруйын күтәреү, хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталыҡтарын камиллаштырыу, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тикшереүҙәр үтәсәкТикшереүҙәр үтәсәк
20 майҙа БР прокуроры Андрей Назаров Учалы ҡалаһында халыҡты ҡабул итте. Сарала шулай уҡ Учалы район-ара прокуроры Роберт Әминев, муниципаль район... Тотош уҡырға
Яңы офоҡтар астыЯңы офоҡтар асты
Сибай-Белорет төбәгенең урта-махсус уҡыу йорттары араһында «Иң яҡшы уҡытыусы-2014» республика конкурсының II этабы үтте. Унда үҙ белем усаҡтарында... Тотош уҡырға
Субсидия юлларға онотмаСубсидия юлларға онотма
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә йылдан-йыл хаҡ күтәрелә. Айырыуса матди хәле ауыр булған кешеләр өсөн был сығымдар ныҡ һиҙелә. Шуға күрә килемдәре аҙ... Тотош уҡырға
Баҙар хаҡтары раҫландыБаҙар хаҡтары раҫланды
Башҡортостан ҡалаларында, муниципаль райондарында 2014 йылдың беренсе кварталына дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрына уртаса баҙар хаҡы... Тотош уҡырға
Һалдаттарға көс кәрәк!Һалдаттарға көс кәрәк!
Учалы ҡалаһында дзю-до көрәше буйынса турнир үтте. Ярыш төбәк-ара статусына эйә, сөнки учалыларҙан тыш, Мейәс, Белорет ҡалалары, Уйск, Йылайыр... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.