» » Һаулығың үҙ ҡулыңда

Һаулығың үҙ ҡулыңда02.09.2014

Һаулығың үҙ ҡулыңдаШәмбе көнө Ленин майҙанында аҡ халатлыларҙы күреп күптәр аптырашта ҡалғандыр, моғайын. Белеүебеҙсә, был көндө ҡала майҙанында «Сәләмәтлек көнө» уҙғарылды.

Район хакимиәте тарафынан ойошторолған акцияла халыҡ дәррәү ҡатнашты. «Был көндө уҙғарыу ни өсөн кәрәк?» тигән һорауға яуап бар: кеше үҙенең тормошонда сәләмәтлектең ниндәй мөһим урын алыуын аңлаһын өсөн. Ә һаулыҡ һаҡлау учреждениелары кешеләрҙең сәләмәтлеге яҡшыраҡ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген хәстәрләргә, хәл итергә бурыслы.
Акция барышында халыҡҡа үҙәк ҡала дауаханаһы белгестәренә күренеү мөмкинлеге булдырылғайны. Майҙан уртаһына ҡуйылған палаткаларҙа табиптар ҡабул итеүҙәр ойошторҙо.
Беренсе палаткала теш табибы ҡабул итте. Тештәрен ҡаратырға теләүселәр бихисап булып сыҡты. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа сиратҡа теҙелгән, араларында бер йәшкә хәтлем сабыйҙар ҙа күренә.
- Хәҙерге ваҡытта балаларҙың теше бик иртә боҙола. Бының сәбәптәре төрлө. Был экологияға ла, аҙыҡ-түлеккә лә бәйле. Тәмле-татлыға ҡарағанда, кальций, фтор кеүек файҙалы матдәләргә бай ризыҡтар ашарға кәрәк. Кәнфит-шоколад урынына күберәк йәшелсә-емеш ҡулланығыҙ. 15-20 йыл элек кешеләрҙе теш боҙолоу проблемаһы ныҡ борсомай ине. Ул заманда татлы аҙыҡтарға ҡытлыҡ булды. Тәм-том ҙур байрамдарҙа ғына эләгә торғайны. Балалар йәшелсә-емеш ашап үҫте. Хәҙер магазин кәштәләре юҡ-бар менән тулы. Әммә уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күп. «Чупа-чупс», «Сникерс», «Киндер-сюрприз» һымаҡ нәмәләрҙе ашауҙан тыйылырға кәрәк. Күп ата-әсәләр балаларҙың һөт тештәрен дауалау кәрәкме икән, улар барыбер төшөп бөтә бит, тип һорай. Әлбиттә, кәрәк. Баланың тештәре дүрт йәшендә ҡойолоп бөтһә, ул нисек ашарға тейеш. Тештең һаулығы эстетик яҡтан ғына түгел, ә дөйөм организмдың торошо өсөн мөһим. Ауырыу, боҙоҡ тештәр, ашҡаҙан, аш һеңдереү ағзалары сиренә килтерә. Шуға күрә теш ауырыуҙарын дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү күпкә уңышлыраҡ. Теште, ауыҙ ҡыуышлығын тәрбиәләүгә бала саҡтан уҡ ғәҙәтләнеү зарур. Тештең сәләмәт булыуында уны дөрөҫ таҙартыу мөһим роль уйнай. Хәҙер теш йыуыу сараларына ҡытлыҡ юҡ, әммә уларҙы ла белеп һайларға кәрәк, - тип кәңәштәрен бирҙе теш кабинеты шәфҡәт туташы Татьяна Фәттәхова. Табиптар бәләкәй генә сюрприз да әҙерләгәйне, тештәрен ҡаратыусыларға алма һәм шар бүләк иттеләр.
Теш табибына сират көткән Рәмзиә Әһлиуллина менән әңгәмәләшәм. Ҡатын бөгөнгө сара тураһында телевизорҙан ишетеп килгән. Үҙе менән ике ейәнен дә алған.
- Теш табибына күренер өсөн талонды иртән уҡ алырға кәрәк. Ейәндәремдең ата-әсәһе ялһыҙ эшләй, дауаханаға барырға ваҡыттары юҡ. Минең кеүек оло кешегә йөрөүе ауыр, аяҡтар Һыҙлай. Бөгөн теш табибының ҡабул итеүен ишеткәс, йәһәтләп килеп еттек. Тештәренә зарланғандары юҡ, әммә мәктәп алдынан тикшерткәндә зыяны булмаҫ. Үҙем дә ҡаратасаҡмын, олоғая килә тештәр насарая. Ҡайһыһын һурҙырырға, ниндәйен дауаларға кәрәклеген әйтерҙәр исмаһам, - тип үҙенең уй-кисерештәре менән бүлеште ҡатын.
Эргәләге палаткала ла кеше күп күренә. Бында ҡан баҫымын үлсәйҙәр. Бер сәғәт эсендә йөҙләгән кеше ҡан баҫымын тикшерткән.
- Гипертония хәүефле сирҙәрҙең береһе булып һанала. Әммә уны иҫкәртеп тә, дауалап та була, - ти табип. «Ҡан баҫымығыҙҙы күҙәтеп тороғоҙ!» тигән девизды һәр кем иҫендә тоторға тейеш. Сөнки ҡан баҫымының ныҡ күтәрелеүе бик хәүефле, уның ҡапыл төшөүе лә организм өсөн насар.
Әгәр ҙә ҡан баҫымы йыш күтәрелһә йәки оҙаҡ ваҡыт юғары торһа, был хәлде сир булараҡ ҡабул итергә кәрәк. 120/ 80 - иң яҡшы ҡан баҫымы;
130/85 - нормалағы ҡан баҫымы; әгәр ҙә инде 130-139/85-89 һәм унан юғарыны күрһәтһә, хафаланырға урын бар, был күтәренке нормалағы ҡан баҫымы. Ауырыуҙы ныҡлап тикшермәйенсә ҡалдырырға ярамай, сөнки уның башҡа сәбәптәре лә булыу ихтималлығы ҙур. Юғары ҡан баҫымы сәләмәтлек өсөн зарарлы. Үҙегеҙҙе яҡшы тойғанда ла ҡан баҫымығыҙҙы үлсәп тороғоҙ, сөнки гипертонияның билдәләре ифрат күп. Баш ауыртыуын йыш ҡына ҡан баҫымы күтәрелеүенә япһарырға ғәҙәтләнгәнбеҙ, әммә был һәр саҡта ла тап килеп бөтмәй. Ҡан баҫымы күтәрелгәндә баш әйләнгәндәй итә, ҡайһы саҡта танауҙан ҡан килә, баш йылынып киткәндәй тойола. Күҙ алдында себен осҡан төҫлө. Йоҡоһоҙлоҡ та, йөрәк ауыртыуы ла ошо сир арҡаһында булыуы мөмкин. Кешенең ярһыусанға әүерелеү сәбәбе лә тап ошонда йәшеренеүе бар. Әле лә тикшерелгәндәрҙең күбеһенең ҡан баҫымы юғары булып сыҡты, уларҙы ЭКГ үтергә йүнәлттек, - тине профилактика бүлеге шәфҡәт туташы Әнзирә Мортазина.
ЭКГ үткәрелгән палатка янына яҡын барырлыҡ түгел, кеше күп булды. Халыҡ уңайы сыҡҡанда тикшерелеп ҡалырға ашыҡты.
- Бигерәк шәп уйлағандар, исмаһам талонһыҙ ЭКГ үтәсәкбеҙ. Дауаханаға барырға иренәбеҙ, йә ваҡыт табылмай. Ә бында бар мөмкинлек булдырылған, - тип ҡыуаныстарын йәшермәй ҡатындар.
- Ҡан баҫымым һәр ваҡыт түбән була торғайны. Әле үлсәткәйнем - күтәрелгән. Шундуҡ ЭКГ үтергә ҡуштылар. Сират көтәм, нимә тип әйтерҙәр. Артабан тикшеренеүҙәр үтергә тура килер инде. Һаулығыңа битараф ҡарарға ярамай. Сирҙе ваҡытында асыҡларға, дауаланырға кәрәк, - ти Фәриҙә Иҫәнова.
Людмила Фомина ла табиптарға күренергә килгән. Теш табибында ҡаралған, ҡан баҫымын үлсәткән, хәҙер ЭКГ-ға сират көтә.
- Күптән түгел тешемде һурҙыртҡайным, төпһәһен ҡалдырғандар. Ҡабаттан ярҙырырға, таҙарттырырға тура килде. Остеомиелит башланған тинеләр. Диагноз бик ҡурҡытты, көслө дарыуҙар ҡабул иттем. Унан һуң табипҡа күренгәнем булманы, дөрөҫөн әйткәндә ҡурҡтым. Бөгөн батырсылығымды йыйып килдем. Теш табибы ентекле тикшергәндән һуң ҡурҡыныс бер нәмәлә юҡлығын әйтте, ҡыуанысымдың сиге юҡ, - ти ханым.
Терапевт ЭКГ һөҙөмтәләре буйынса ҡабул итте. Халыҡ консультация алды, артабан ниндәй белгестәргә күренергә кәрәклеген әйттеләр.
«Тәмәкеңде кәнфиткә алмаштыр!» акцияһына ла халыҡ ихлас ҡушылды. Аҡ халатлылар эргәләге такси паркына, йәрминкәгә барып тәмәке тартҡандарға ла, тартмағандарына ла кәнфит өләште.
- Шәфҡәт туташы эргәмә килеп: «Тартаһығыҙмы?» - тип һорағас, юғалып ҡалдым. Тәмәкене 30 йыл ауыҙҙан төшөргәнем юҡ, шуға ла фәрештәләй был һылыу алдында оят булып китте. Бер һүҙ өндәшмәй баш һелктем. Тәмәке урынына, тип кәнфит бирҙеләр. Бына, ихлас кәнфит һурып торған булам. Бәлки тәмәкене ысынлап та ташларға кәрәктер. Ҡара төтөндө күпме һурһаң да файҙаһы юҡ, - тине таксист ир. Минеңсә, был акцияның кемделер уйланырға мәжбүр итеүе ҙур ҡаҙаныш. Халыҡ сәләмәт тормош яҡлы, әммә ялҡаулыҡтары, вайымһыҙлыҡтары ғына насар ғәҙәттәренән ҡотолорға ирек бирмәй.
Сара барышында халыҡ табиптарға күренеүҙән тыш, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, балалар ижады йортонда, «Таусы» боҙ һарайында эшләгән түңәрәктәр тураһында мәғлүмәт алды. Учреждениелар хеҙмәткәрҙәре һорауҙарға яуап бирҙе.
Акцияны ойоштороусылар спорт менән даими шөғөлләнеү сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүен һөйләне. Бергәләшеп физик күнегеүҙәр яһанылар. Айырыуса тренер Гүзәл Ғәлимйәнованың күңелле музыка аҫтында тәрбиәләнеүселәре менән гимнастика эшләүҙәрен ифрат оҡшаттылар. Тренерҙың йәштәр кеүек етеҙ, еңел аҙымдар менән яһаған күнегеүҙәренә һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә ҡарап торҙом. Кеше шул тиклем энергияны ҡайҙан алалыр? Эшеңә бар күңелең менән бирелгәндә генә йәш сырайлы, еңел хәрәкәтле булып ҡалырға мөмкиндер, моғайын.
Спорт ярыштарынан береҺе лә ситтә ҡалманы. Гер күтәрергә теләк белдереүселәр ҙә күп булды, бер яҡ ситтә ир-егеттәр ҡул көрәштерҙе. Балалар «Күңелле старттар»ҙа ҡатнашты.
«Барыһы ла һаулыҡ өсөн» дарыухана селтәре халыҡҡа үҙҙәренең тауарын - төрлө үлән сәйҙәре, сироптар тәҡдим итте. Уларҙы ниндәй сирҙәрҙән ҡабул итергә кәрәклеген һөйләнеләр. Хатта ҡарабойҙайҙан мендәр ҙә һатыла ине. Дарыухана хеҙмәткәрҙәре уның остеохондроздан файҙалы булыуын аңлатты.
«Сәләмәтлек көнө» халыҡҡа бик оҡшаны. Бындай акцияларҙы йышыраҡ уҙғарырға кәрәк, тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Табиптар кешеләргә сәлә-мәтлектәрен йәштән үк хәстәрләргә ҡушты. Бының өсөн сәләмәт тормош алып барыу мөһим. Дөрөҫ туҡланырға өйрәнеү зарур. Юҡ-барға кәйефте төшөрөргә ярамай, һәр ваҡыт үҙеңде яҡшыға көйләргә, оптимист булырға кәрәк. Һәр кемдең һаулығы - үҙ ҡулында. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда булдырмау еңелерәк.

Фотола: Теш табибына ҡаралырға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа килде. Ҡыҙ-малайҙарға бүләккә шарҙар бирҺәләр, ололар алма алып ҡыуанды.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һаулығыңды ҡайғырт!Һаулығыңды ҡайғырт!
30 август Учалы ҡалаһының Мәҙәниәт һәм ял паркы алдындағы майҙанда «Сәләмәтлек көнө» уҙасаҡ. Сара район хакимиәтенең инициативаһы менән ойошторола.... Тотош уҡырға
Эшегеҙҙән ҡыуанһындарЭшегеҙҙән ҡыуанһындар
Күҙҙәр... Ошо ике «төймә» беҙгә тирә-яҡтың матурлығын күрергә, донъяны танып-белергә ярҙам итә. Ғөмүмән, йәшәйешебеҙҙе уларһыҙ күҙ алдына ла... Тотош уҡырға
Нисек ҡотолорға?Нисек ҡотолорға?
«Учалы ҡалаһында йәмғиәтте һауыҡтырыу механизмын булдырыу» тигән девиз аҫтында район хакимиәте эргәһендәге ведомство-ара кәңәшмә үтте. Бында сирҙе... Тотош уҡырға
Ышаныслы ҡулдарҙаЫшаныслы ҡулдарҙа
Шәфҡәт туташтарын аҡ халатлы фәрештәләр тип юҡҡа атамайҙарҙыр. Улар сирлеләрҙе дарыу һәм уколдар менән генә түгел, йылы ҡараш һәм яғымлы һүҙ менән... Тотош уҡырға
Сирҙе нисек танырға?Сирҙе нисек танырға?
Теләмәҫтән, ике ханымдың борсолоп һөйләшеүенә шаһит булдым. Тауыштарының тоноҡлоғонан уҡ ниндәйҙер бәлә тураһында һүҙ барғаны аңлашыла. «Уға бит әле... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.