» » Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!02.10.2014

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!Ҡорбан ғәйете алдынан йортто йыйыштырыу, тәртип урынлаштырыу байрамды ҡаршылау шарттарының береһе. Бысраҡ йортҡа бер ваҡытта ла ҡот ҡунмаҫ, ырыҫ килмәҫ.

Байрам алды төнөндә Аллаһы Тәғәләнең үҙ ҡолдарының теләктәрен үтәй икәнлеге билдәле (әммә Ҡәҙер кисе менән бутамағыҙ). Шуға ла был төндә йоҡламау хәйерле. Төнө буйы Хоҙайҙан ялбарырға мөмкинлеге булмағандар, ярты төн булһа ла доғалар уҡырға, Раббыбыҙға теләктәрен еткерергә тейеш. Ә инде төндә йоҡламау мөмкинлеге булмаһа, иртәнге намаҙға мәсеткә мотлаҡ барырға кәрәк.
Мөхәммәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм: «Ҡорбан байрамы көнөндә иң яҡшы ғәмәлегеҙ - ҡорбан салыу», - тип әйткән. Аллаһы Тәғәлә ҡорбан салғанда тамған һәр бер ҡан тамсыһын ул ергә барып төшкәнсе үк ҡабул итә.
Ҡорбан ғәйете быйыл 4 октябргә тура килә. Был бик ҙур байрам. Уның төп мәғәнәһе шунда: Ибраһим хәҙрәттең Раббыһына тоғролоҡ күрһәтеп, шуның хаҡына һөйөклөләрҙән һөйөклө улын ҡорбан итергә әҙер булыуын иҫкә алыу көнө.
Ҡартлыҡ ҡорона еткәнсе Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең балаһы булмай. Шул ваҡыт ул: «Эй, Раббым! Миңә игелекле, күндәм бер ир бала бир!» - тип доға ҡыла. Уның теләге ҡабул була. Исмәғил тыуа. Улына ҡарата һөйөүе ни тиклем оло булмаһын, Ибраһимдың (с.ғ.с.) Аллаһҡа ҡарата һөйөүе бынан да олораҡ була һәм уның: һинең ризалығыңды алыу өсөн ҡорбан кәрәк булһа, мин улымды ла ҡорбан итергә әҙер тигән сағы була.
Улы йомошҡа ярарлыҡ булып үҫеп еткәс, Аллаһ Ибраһимға (с.ғ.с.) төшөндә был нәҙерен иҫләтә. Бындай төш бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, Ибраһим үҙенең серен улына аса. Исмәғил ҡорбан булырға риза була. Ҡулына бысаҡ алып, ата кеше улын йөҙ түбән ташҡа ятҡыра. Шунда ул тауыш ишетә: «Эй, Ибраһим, төшөңдә күргәнгә һин тоғро булып ҡалдың. Игелек эшләгәндәрҙе беҙ бүләкләйбеҙ. Был һиңә, әлбиттә, ҙур һәм ауыр һынау ине. Беҙ оло ҡорбанлыҡҡа ҙур тәкә ебәрҙек һәм яҡшылыҡ менән иҫкә алыу өсөн һинән һуң килгәндәргә яҡшы хәтер ҡалдырҙыҡ», - ти.
Был бөйөк ваҡиғаның оло мәғәнәһе Ҡөрьәндә үк әйтеп бирелә: «Салған ҡорбанығыҙҙың ите лә, аҡҡан ҡандарының тамсыһы ла Беҙгә түгел. Ҡорбан салғанда Уға ҡорбан салыусының тәҡүәлеге генә барып өлгәшә» (Хаж сүрәһе, 37-се аят). Әгәр Исмәғилде Ибраһим ғәләйһис-сәләм ҡорбан итеп салған булһа, ул ваҡытта кеше салыу сөннәт булыр ине. Әммә Аллаһы Тәғәлә терелек һуйыуҙы рөхсәт итте. Шуға күрә хәленән килгән мосолманға ҡорбан байрамында ҡорбан салыу вәжиб булып тора йәғни мәжбүри. Ә мосафир, ярлы кешегә вәжиб түгел.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Хәленән килеп тә ҡорбан салмаған кеше минең өммәтемдән түгел», - ти.
Ҡорбан байрамында төп бурыс булып, ҡорбан салыу һәм хаж ҡылыу тора. «Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал», - тип бойора Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдә.
Ә хаж - исламдың бишенсе терәге (1-сеһе - Аллаһтың барлығына һәм берлегенә ышаныу, 2-сеһе - биш ваҡыт намаҙ уҡыу, 3-сөһө - Рамаҙан айында ураҙа тотоу, 4-сеһе - тапҡан малдан зәҡәт биреү). Зөлхизә айының тәүге ун көнөндә, исламдың изге урындарына барып (Мәккә, Мәҙинә ҡалалары), пәйғәмбәребеҙ өйрәтеп ҡалдырған айырым йолаларҙы үтәү - фарыз хаж ғибәҙәтен үтәү була.
Ҡорбан салыу ваҡыты - ғәйет көнө. әйет байрамы өс көн дауам итә. Был көндәрҙә ҡорбан салыуҙан да сауаплыраҡ ғәмәл юҡ. Ошо байрамда салынған ҡорбан вәжиб ҡорбаны тип атала.
Вәжиб ҡорбанын вафат булғандарға ла, тере кешегә лә салырға була, ләкин икеһенә бергә салырға ярамай. Айырым салырға кәрәк.
Нәҙер ҡорбаны - Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн кеше эшләргә тейешле бер эшен, ғәмәлде атҡарыуҙы үҙенә бурыс итеп ҡуя. Мәҫәлән: «Операция уңышлы үтһә, ҡорбан салам», - тип нәҙер әйтергә була. Ул - Аллаһы Тәғәләгә һүҙ биреү тигәнде аңлата. Нәҙер - ул ғибәҙәт. Аллаһы Тәғәлә өсөн генә булһа - дөрөҫ була. Был ҡорбанды кисектермәй тиҙерәк үтәргә кәрәк. Нәҙер ҡорбанының итен салған, салдырған кеше ашарға тейеш түгел. Уны мохтаждарға, фәҡирҙәргә саҙаҡа итеп өләшергә кәрәк. Нәҙер ҡорбанының вәжиб ҡорбандан айырмаһы шунда. Вәжиб ҡорбанды байлығы булған кеше сала. Уның ите өскә бүленә. Бер өлөшө үҙ өйөндә ҡала, икенсеһе күрше, туған-тыумасаларға бирелә, өсөнсөһө мохтаждарға саҙаҡа итеп таратыла.
Нигеҙ ҡорбаны - Аллаһ ризалығы өсөн шул өйҙә һау-сәләмәт йәшәргә насип булһа ине, тип салына.
Аҡыйҡа ҡорбаны - бала тыуғас салына. Ир балаға ике ҡорбан, ҡыҙ балаға бер ҡорбан тейешле. Тәртибе башҡаларҙыҡы кеүек. Был ҡорбан сөннәт ҡорбаны тип тә атала, уны үтәү бик тә күркәм ғәмәл һанала.
Ҡорбан салыуҙың ниндәй сауабы бар һуң? Уның сауабы бик ҙур. Бер хәҙистә әйтелә: «Бер кеше ҡорбанлыҡ алам тип сығып китһә, уның бер аҙымына ун сауап яҙыла, ун гонаһы ғәфү ителә».
Ҡорбан алырға һатыулашҡан ваҡытта һөйләшкән һүҙҙәре зикер-тәсбихтән булып яҙыла. Ҡорбанлыҡҡа түләгән аҡсаһы саҙаҡанан китә. Ҡорбанды салыр өсөн ятҡырғанда ер өлөшөндә күпме нәмә (бөжәкме, үләнме) бар, һәр береһе Аллаһы Тәғәләгә был кеше өсөн истиғфар ҡыла. Ҡорбандың тәнендә булған йөндөң һәр бөртөгө һайын ун сауап яҙылып, гонаһы ғәфү ителеп бара. Ә инде ҡорбандың ҡаны ергә төшөү менән салдырыусының булған гонаһтары ғәфү ителә.
Итен киҫәкләп биргән ваҡытта һәр бер киҫәге һайын сауап яҙыла. Ә ҡорбан ите менән мәжлес үткәргәндә аш-һыу әҙерләүселәргә һәр сәғәте, минуты изгелектән яҙылып барыла. Шуға күрә лә мосолман кешеһенә һәр йылда ла ҡорбан салына торған көндәрҙең береһендә ҡорбан салыу вәжиб булып тора.
Ҡорбанлыҡтың итен, тиреһен һатыу дөрөҫ түгел. Бай кешеләр тиреһен һәм ҡорбан итенең өстән бер өлөшөн саҙаҡа ҡылырға тейеш, был бик сауаплы ғәмәл. Мохтаж кеше тик үҙ файҙаһына ғына тотһа ла дөрөҫ була.
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын! Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, үҙ-ара татыулыҡ, ижад һәм хеҙмәт уңыштары, Башҡортостаныбыҙға, тыуған Уралыбыҙға хәйерле бәрәкәттәр насип итһен.


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ил-көн тыныслығы өсөнИл-көн тыныслығы өсөн
Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдә: «Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал», - тип бойора. Ислам – мәрхәмәтлек дине. Ибраһим ғәләйһис-сәләм... Тотош уҡырға
Еңел булмаған хеҙмәтЕңел булмаған хеҙмәт
Ғүмеркәйҙәр аҡҡан һыу кеүек, үтә лә китә. Әҙәмдең нисек көн иткәне, ғүмерен нисек йәшәүе, халыҡ өсөн ниндәй хеҙмәт күрһәткәне ваҡытында әйтелмәһә,... Тотош уҡырға
Изге байрам мөбәрәк булһын!Изге байрам мөбәрәк булһын!
Йыл буйына йыйылған йән һәм тән бысрағынан арыныу, таҙарыныу өсөн мосолман илендә күркәм бер ай бар. Ул да булһа - Рамаҙан. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән... Тотош уҡырға
Ураҙа мөбәрәк булһын!Ураҙа мөбәрәк булһын!
27 июнь көнө Ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана. Рамаҙан - исламдағы ун ике айҙың солтаны, йәннәт ҡапҡалары асылған ай. Аллаһы Тәғәлә был... Тотош уҡырға
Ултырыш үттеУлтырыш үтте
Ошо көндәрҙә Абҙаҡ ауылы ветерандар Советы ултырышы үтте.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.