Үҙгәрештәр бар08.10.2014

Үҙгәрештәр барБашланған уҡыу йылының тәүге айы үтеп тә китте. Белем биреү өлкәһендәге хәлдәр менән яҡындан танышыу маҡсатында мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән Фазлетдинова менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һүҙ ҡотлауҙарҙан башланды.
- 27 сентябрь - балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең, 5 октябрь - уҡытыусыларҙың һөнәри байрамдары. Шул уңайҙан белем биреү өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, мәғариф бүлеге һәм шәхсән үҙемдең исемдән ысын күңелдән байрам менән ҡотлайым! Киләсәктә уларҙың һәр ҡайһыһына тыныс күк йөҙө, ғаилә бәхете, һаулыҡ, еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар, һөнәри оҫталыҡ һәм, шулай уҡ мөһим булған, уҡыусылар күплеген теләр инем.


- Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы, быйыл белем биреү процесында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
- Тәү сиратта БДИ-ға туҡталайыҡ. Быйылдан алып барлыҡ сығарылыш класс уҡыусылары декабрҙә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса инша яҙасаҡ. Ул БДИ-ға ҡағылмаған айырым һынау буласаҡ. Инша өсөн уҡыусыларға «зачет» ҡуйыла, ул дәүләт имтихандарына инеүгә рөхсәт. Әгәр ҙә уҡыусы был һынауҙы тота алмаһа, уны ҡабаттан февраль йәки апрелдә тапшыра ала. Һаулыҡтары буйынса инша яҙа алмаусы балалар дауахананан нотариус тарафынан раҫланған белешмә килтереп, изложение яҙыу хоҡуғына эйә.
Әйткәндәй, иншаның һөҙөмтәләре Республика мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгендә һаҡланасаҡ. Уҡыу йортона ингән саҡта, кәрәк тип тапһалар, ҡабул итеүселәр инша һөҙөмтәләрен асып ҡарай ала һәм уның абитуриент өсөн ыңғай йә кире йоғонто яһауы бар.
Шулай уҡ быйылдан «төрлө кимәлдәге БДИ» тигән төшөнсә индереләсәк. Әлегә был математика фәненә генә ҡағыла. Әгәр ҙә бала юғары уҡыу йортона инергә иҫәп тота икән, ул ауырлаштырылған - профилле кимәлдәге имтихандар тапшырасаҡ. Әгәр ҙә БДИ уҡыусыға аттестат алыу өсөн генә кәрәк булһа, йәки уҡыу йортонда был фән һөҙөмтәләре мотлаҡ булмаһа, һынауҙарҙың еңелерәк - база кимәлендәгеһе ҡаралған.
Быйыл сит телдәр буйынса БДИ-ға «һөйләү» бүлеген индерәсәктәр. Әлегә теләк буйынса, уҡыусы яҙма яуаптан тыш, телдән дә һынау тота ала. Шул рәүешле ул өҫтәмә балдар йыя.
Үҙгәрештәрҙең уҡыусылар өсөн ҡулай булғандары ла бар. Атап әйткәндә, һайлау буйынса бирелгән фәндәрҙе ҡабаттан тапшырыу хоҡуғы. Алдағы йылдарҙа тик мотлаҡ фәндәр буйынса ғына бындай мөмкинлек булһа, хәҙер һайлау буйынса тапшырылған фәндәрҙән «насар» билдәһен алған хәлдә уҡыусы уны шул уҡ йылда, сентябрҙә, махсус үҙәктәрҙә, ҡабаттан тапшыра ала. Хәҙер имтиханды ваҡытынан алда тапшырыу мөмкинлеге лә ҡаралған. Мәҫәлән, фән буйынса программа 10-сы класта тамамланды икән, уҡыусы уны шундуҡ биреп ҡуя ала. Әгәр ҙә балдары түбән булһа, әҙерләнеп, ҡабаттан 11-се класта йәки юғары уҡыу йортона ингәндә һынау тоторға мөмкин. БДИ-лар июлгәсә тамамланырға тейеш.
- Уҙған йылда индерелгән БДИ-лағы металл детекторы, видеокүҙәтеү нисек ҡабул ителде?
- Уҡыусылар, ата-әсәләр араһында был яңылыҡтарҙы хупламаусылар булды: бындай алымдар балалар өсөн өҫтәмә стресс, көсөргәнеш тыуҙыра һәм һынау тотоуҙа кире йоғонто яһай. Күҙәтеүҙәрҙең көсәйеүе - тик уҡыусылар мәнфәғәте өсөн индерелгән, имтихандарҙың ғәҙеллеген тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Күсереп булмаҫын белгән бала баштан уҡ төплө әҙерләнәсәк, һынауҙарға етди ҡараясаҡ, тик үҙ көсөнә генә ышанасаҡ. Йыл буйына уҡымай йөрөп БДИ-ла ғәҙел булмаған юлдар менән яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеү кеүек күренештәр булмаҫҡа тейеш. Юғары уҡыу йорттарына ныҡлы белемгә эйә, уҡыған балалар инһен. Ә металл детекторы, видеокүҙәтеүҙең әҙерләнеп килгәндәр өсөн бер ҡурҡынысы ла юҡ.
Тағы шуны әйтәһем килә, ата-әсәләр балаларын психик яҡтан ныҡ ҡаҡшаталар, ҡурҡыталар. Ошоларҙы иҫәпкә алып, беҙ октябрҙә БДИ-ның репетицияһын ойошторорға булдыҡ. Унда районыбыҙҙың барлыҡ 11-се класты тамамлаусы уҡыусылары математика фәненән үҙ көстәрен һынап ҡараясаҡ. Теләктәре булған ата-әсәләрҙең балалары менән бергә килеүен һорайбыҙ, улар БДИ-ның үтеүен йәмәғәт күҙәтеүселәре хоҡуғында ҡарай ала. Әммә кемгәлер ярҙам итергә йәки имтихан процесына ҡыҫылырға тейеш түгелдәр. Репетицияның маҡсаты - мөмкин тиклем ысын имтихандарға яҡын килтереп, ата-әсәләргә БДИ үтеү мәлен «эстән» күрһәтеү. Улар, үҙ сиратында, дөрөҫ һығымталар яһап, балаларына ниндәй йәһәттән ярҙам кәрәклеген билдәләр, тип ышанабыҙ.
Ата-әсәләргә лә, уҡытыусыларға ла БДИ-ла балаларҙы ҡурҡытырға түгел, ә әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн интернет селтәренең мөмкинлектәрен файҙаланырға була. Мәҫәлән, «Педагогик үлсәүҙәрҙең федераль институты» (fipi), «БДИ-ның рәсми мәғлүмәт порталы» (ege. edu. ru) сайттары. Уларҙа кәрәкле мәғлүмәттән башҡа имтиханда буласаҡ оҡшаш эштәр ҙә бирелгән. Бынан тыш, мәғариф бүлеге сайтында «Линк» программаһы аша олимпиадаларға әҙерлек алып барабыҙ. Киләсәктә, ошо алым менән БДИ-ға ла әҙерләнергә иҫәп тотабыҙ. Теләктәре булған ата-әсәләр, уҡыусылар беҙгә ҡушыла ала.
- Балалар баҡсалары эшмәкәрлеге хаҡында нимәләр әйтерһегеҙ?
- Республикабыҙ буйынса Берҙәм электрон сираттың булдырылыуы был тармаҡтың төп яңылығы булып торалыр. Сабыйын балалар баҡсаһына сиратҡа ҡуйыу өсөн ата-әсәләргә «Edu-rb.ru» сайтына инеп, ғариза бирергә кәрәк һәм ошонда уҡ үҙ сиратыңды күҙәтеп барырға ла була. Был эште мәғариф бүлеге аша ла атҡарырға мөмкин. Бының өсөн кәрәкле документтарҙы туплап, 2-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Нимәһе менән уңайлы һуң был программа? Әгәр ҙә ата-әсәләр берҙәм сиратҡа Учалы районында торҙолар ҙа теге йәки был сәбәптәр буйынса республикабыҙҙың икенсе районына күсеп киттеләр икән, уларҙың сираты юғалмай, базала һаҡлана.
Берҙәм электрон сират - ул ҙур мәғлүмәт базаһы. Сиратта тороусыларҙан тыш, унда мәктәпкәсә балалар учреждениелары хаҡында тулы мәғлүмәт туплана. Йәғни баланың баҡсаға килеү-килмәүе ошо программала сағыла. Һәр учреждение муниципаль задание ала һәм уға ярашлы балаларҙың йөрөү планын үтәргә тейеш. Был квартал һайын тикшерелеп тора. Әгәр ҙә план үтәлмәй икән, Мәғариф министрлығы учреждениеға хеҙмәт түләү фонды аша штраф һалыу хоҡуғына эйә. Шуның өсөн ата-әсәләр аңлап ҡабул итһендәр ине, сәбәпһеҙгә балалар баҡсаһы ҡалдырылмаһын.
Мәктәпкәсә балалар учреждениелары хаҡында һүҙ йөрөткәндә альтернатив формалар тураһында ла әйтеп үтеү кәрәк. Ҡунаҡбай ауылындағы «ғаилә» төркөмө ошондай типта эшләй. Бындай төркөм асыу өсөн күп балалы ғаиләлә мәктәпкә тиклемге йәштәге кәм тигәндә ике бала булыуы, көнкүреш шарттары барлыҡ санитар-гигиена талаптарына тап килеүе (канализация, һыу менән тәьмин ителеү һ.б.) мотлаҡ. Әсә кеше балаларҙы ҡарауҙан, ашатыуҙан тыш, тәрбиәүи йүнәлештә лә эш алып барырға тейеш. Үҙенең ике сабыйына өҫтәп, өсөнсө, йә унан да күберәк балаларҙы туплап эш башлай ала.
Әгәр ҙә районыбыҙҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының юғары формаларын асырға теләүселәр булһа, мөрәжәғәт итегеҙ, мәғариф бүлеге һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Яңы уҡыу йылында - яңы үҙгәрештәрЯңы уҡыу йылында - яңы үҙгәрештәр
Йәйге каникулдар күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр йыйған көстәрен туплап яңы уҡыу йылына аяҡ баҫырға әҙерләнә.... Тотош уҡырға
Сифатлы белем - төп талапСифатлы белем - төп талап
Ҡала филармонияһы алды һабантуй майҙанынан кәм түгел ине: ҡала-районыбыҙҙың мәктәп һәм балалар баҡсалары берләшеп татар, украин, ҡаҙаҡ, рус, кавказ... Тотош уҡырға
Һынауҙар уңышлы үттеҺынауҙар уңышлы үтте
БДИ-ла йәмәғәт күҙәтеүсеһе булырға тәҡдим иткәс, ҡуш ҡуллап риза булдым. Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшы тиҙәр бит халыҡта. Ғариза яҙып,... Тотош уҡырға
Балаға айлыҡ пособиеБалаға айлыҡ пособие
2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте балаға айлыҡ пособие тәғәйенләү һәм түләү тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерҙе. Положениеға... Тотош уҡырға
Күҙәтеү көсәйҙеКүҙәтеү көсәйҙе
Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, сығарылыш класы уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре яҡынлашып килгән етди һынау - Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.