» » Бер-береңә ихтирам

Бер-береңә ихтирам16.02.2015

Бер-береңә ихтирам
Был донъяла бер нимә лә осраҡлы түгелдер инде. Иманғол ауылынан Минһажевтарҙың никахтарының 65 йыллығы Әҙәбиәт йылына тура килде. Ә бит Фәһим Афзал улы һәм Рәхимә Ғәлимулла ҡыҙы тәү тапҡыр район китапханасылар йыйылышында осрашҡан булалар.


- Беҙҙең быуын китап ҡәҙерен яҡшы белә инде ул, - тип йылмая Фәһим ағай, - «изба-читальня» мөдире булып эшләгән саҡ. Сират көткәндән һуң аҙ ғына ваҡытҡа «Молодая гвардия» китабын бирҙеләр. Кисен йәштәр йыйылабыҙ ҙа, берәү ҡысҡырып уҡый, ҡалғандар йотлоғоп тыңлай. «Повесть о настоящем человеке» китабы менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды.
Фәһим Афзал улы үҫмер сағында ғына колхозда хисапсы булып эш башлай, Иманғолда почта начальнигы, ауыл Советы сәркәтибе булып та ала. 1950 йыл өйләнеп бер аҙна үтеүгә хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Авиация механигы булып 4 йылдан ашыу Сахалинда хеҙмәт итә. Һуңынан «Коммунар» колхозында ферма мөдире, бухгалтер бурыстарын атҡара. Ә хеҙмәт биографияһының төп өлөшөн хужалыҡтың профсоюз лидеры вазифаһы биләй - 33 йыл! Был өлкәлә бындай стаж төбәгебеҙҙә башҡа бер кемдә лә юҡ, буғай. Һәм быныһы ла осраҡлы түгел - уның кеүек яҡшы мәғәнәлә тынғыһыҙ, һәр саҡ ғәҙеллек үә теүәллеккә ынтылған, тура һүҙле кеше ҙур хужалыҡта бөтә хеҙмәтсәндәрҙең мәнфәғәттәрен кәүҙәләндереүсе роленә иң яҡшы кандидатура инде. Социализм дәүерендәге социаль ғәҙеллекте һағынып иҫкә алһаҡ, бер нәмәнең дә үҙенән үҙе барлыҡҡа килмәүен дә онотмайыҡ: Фәһим ағай һәм уның кеүек меңәрләгән-миллионлаған кешеләрҙең тырышлығы һәм ҡыйыулығы менән ул ғәҙеллек күҙәтелде лә инде… Бөгөнгө көндә лә актив тормош позицияһында. Йыйылыштар үтһә, аҡһаҡалдың тос һәм көнүҙәк фекерҙәре иғтибарҙан ситтә ҡалмай торған.
Ә Рәхимә Ғәлимулла ҡыҙы сығышы менән Ахун ауылынан, оҙаҡ йылдар Иманғол ауылында уҡытыусы булып эшләне. Минһажевтарҙың икеһе лә бар ауыл халҡы тарафынан ихлас күңелдән ихтирам ителгән кешеләр. Быйыл никахтарының юбилейы ғына түгел, икеһенә лә 85 йәш тула. Күҙ генә теймәһен, матур итеп йәшәп яталар, икеһе лә йор һүҙле һәм алсаҡ. Йорт эсе йылы һәм таҙа, пенсия ваҡытында килеп тора - аҡыллы кешегә тормоштан ҡәнәғәт булыу өсөн артығы кәрәкмәй ҙә инде. Ә иң мөһиме - «Балаларҙы уҡыта алдыҡ, лайыҡлы кеше иттек. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә аң-белемгә ынтылып тора, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр, шөкөр!» - тип 65 йыл элек ҡоролған ғаиләнең төп ҡаҙанышын билдәләнеләр. Бөгөнгө көндә олпат йәшкә еткән Рафиға һәм Фәниәләре - китапханасылар, Әнисә менән Гәүһәр - уҡытыусылар, Фәнил - бухгалтер, бәғзеләре үҙҙәре пенсияға сығып өлгөрҙө инде. Оло Минһажевтарҙы тиҫтәләп ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә һө-йөндөрә.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән кешенең, әлбиттә, наградалары ла күп була торған. Беҙ иһә, Фәһим Афзал улының былтыр «Яйыҡ» гәзитенең Әҙһәм Ғарипов исемендәге премия менән бүләкләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып китәбеҙ. Иманғол ауылының йәмәғәт башланғысында баш тарихсыһы һәм йылúяҙмасыһы бит ул.
- 85 йыл тәжрибәһе бейеклегенән яҡшыраҡ кү-ренәлер бит инде, әйтегеҙ әле, әҙәм балаһына бәхет өсөн ни кәрәк? - тигән һорауыбыҙға Минһажевтар икеләнеп тормайынса, өҙә әйттеләр:
- Ғәҙел һәм кешелекле булыу, эшһөйәрлек һәм ғаилә эсендә бер-береңә ихтирамлы ҡараш.
… һәр кемебеҙ үҙен аҡыллы тип һанай, бәхет өсөн ни кәрәклеген (дөрөҫөрәге, ни етмәгәнен) бик яҡшы беләм, тигән фекерҙә. Тик ниңәлер, бик һирәгебеҙ шөкөр итеп, булғанына шатланып һәм ҡалғандарҙы шатландырып йәшәй ала. Минһажевтарҙың оҙон тормош тәжрибәһенә нигеҙләнгән аҡыллы кәңәшен һәр саҡ иҫтә тотоу һис тә ҡамасауламаҫ ине!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Изгелектәре үҙҙәренә ҡайтһынИзгелектәре үҙҙәренә ҡайтһын
Беҙ туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, күршеләребеҙ менән тиҫтәләрсә йылдар йәнәшә йәшәйбеҙ. Уларҙың яҡшы, кире ҡылыҡтарына өйрәнеп бөткәнбеҙ, шулай кәрәк... Тотош уҡырға
Ауылым уңғандарыАуылым уңғандары
Һәр ауылдың данлыҡлы һәм уңған, абруйлы кешеләре булған кеүек, Иманғол ауылы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Бер Советтар Союзы Геройы (Ж.Ғ.... Тотош уҡырға
Аҡһаҡал-ағинәйҙәр кәңәшеАҡһаҡал-ағинәйҙәр кәңәше
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, БР матбуғаты көнө айҡанлы мөхәрририәттә 2013 йыл һөҙөмтәләре буйынса лауреаттар билдәләнде. Күп кандидаттар араһынан... Тотош уҡырға
Лауреаттар билдәләндеЛауреаттар билдәләнде
Билдәле булыуынса, гәзитебеҙ 2012 йылда матур башланғысын дауам итеп, үҙенең йыллыҡ премияларын биреүҙе тергеҙҙе. Премиялар район һәм республика... Тотош уҡырға
ПочтальонПочтальон
Нисәмә йыл үтһә лә, һаман күҙ алдында торған һымаҡ - оҙон буйлы, сандыр кәүҙәле, почтальон муҡсаһы тағып өйҙән-өйгә йөрөй, бер генә битлек «Ударсы»... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.