» » Кем һин, изге Вәли?

Кем һин, изге Вәли?16.02.2015

Кем һин, изге Вәли?Татарҙар «День Святого Валентина» тигәнде «Изге Вәли көнө» тип йәһәт үҙгәртһә лә, беҙҙең байрам түгел инде ул. Ислам дине генә түгел, православие ла был датаны инҡар итә. 1969 йыл, ысынбарлыҡта ниндәй шәхес булыуы тураһында ышаныслы дәлилдәр һаҡланмағас, католиктар ҙа Валентинды изгеләрҙең рәсми исемлегенән төшөрөп ҡалдырҙы.
Нигеҙе икелерәк булһа ла, Ғашиҡтар көнөн билдәләү йылдың-йылы киңерәк ҡолас йәйә. 90-сы йылдарҙа ғына тәүләп ишетһәк тә, Рәсәй йәштәренең 80 проценты теге йә был кимәлдә әһәмиәт бирә икән. Бер ҡараһаң, насар бер нимәһе юҡ, киреһенсә, бындай саралар йоғонтоһо менән кешеләр нәзәкәтлерәккә, хислерәккә әйләнә торған. Ә икенсе яҡтан - байтаҡ өҫтәмә проблемалар ҙа тыуҙыра икән шул…
Изге Валентин көнөнөң нисек барлыҡҡа килеүен барыһы ла белә инде. Әйткәндәй, бер түгел, ике версия бар. Беренсеһе буйынса боронғо Рим менән 268-270 йылдарҙа идара иткән император Клавдий II һалдаттарға ғаилә ҡорорға тыя. Хәрби табип һәм рухани Валентин тыйыуға ҡарамай йәшерен рәүештә никах йолаларын башҡарыуҙы дауам итә. Тотола, төрмәгә ултыртыла. Ошо арала төрмәсенең ҡыҙы Юлиәгә ғашиҡ булып, хат - «валентинка» яҙа. 269 йылдың 14 февралендә язалап үлтерелә.


Икенсе легенда ниңәлер һирәгерәк билдәле. Уның буйынса Валентин - патриций, йәғни аҡһөйәк була. Үҙе йәшерен христиан булараҡ, ялсыларын да әүрәтә. Бер ир менән ҡатынға христиан дине буйынса никах уҡый. Властар белеп ҡала, ҡулға алалар. Валентин аҡһөйәк булғас үҙенә әллә ни ҡурҡыныс янамай, ялсылар иһә үлем язаһына хөкөм ителә. Валентин уларҙы тынысландырып йөрәк рәүешендә киҫелгән ҡыҙыл ҡағыҙға хат яҙа - мөхәббәт барыһынан да өҫтөн тигәнде аңлатырға тырышҡан була инде ( был хатты тапшырған һуҡыр ҡыҙыҡайҙың күҙе асыла, аҙағынан үтә сибәр ҡатынға әйләнә, ти). Тик патрицийҙың үҙенә лә ҡоро һүҙ генә булып күренгәндер инде, ялсылары урынына Валентин үҙе яза ҡабул итә.
… ошо матур легендалар менән генә лә сикләнергә лә булыр ине. Әммә хәҡиҡәткә хыянат итмәйек. Тарихсыларҙың раҫлауынса, Валентин көнө бөтөнләй икенсе рәүештә килеп сыға. Боронғо Римда луперкалия тигән йола киң таралған була. Рим ҡалаһына нигеҙ һалған Ромул менән Рэмды имеҙеп үҫтергән инә бүре хөрмәтенә (икенсе версия буйынса малды бүреләрҙән һаҡлаған затҡа бағышлап) ҡорбан салына. Тиреһенән сыбыртҡы әтмәләйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы яралар. Йәнәһе лә, шул осраҡта түллелеге артасаҡ. Йола башҡарыусылар шәрә кө-йөнсә ҡала буйлап йүгереп йөрөр булалар, тора бара сара тамам аҙғынлыҡ сығанағына әйләнә. Халыҡтың үҙенә оҡшай, христиан дине хөкөм һөрә башлағас та, инә бүре байрамдары оҙаҡ дәүер дауам итә. Шуға 494 Рим Папаһы Геласий I ҡамсы һәм перәник принцибын ҡуллана: луперкалияларҙы ҡәтғи рәүештә тыя, халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдермәһен өсөн бер көн алдан (мәжү-силек байрамы 15 февраль билдәләнгән була) изге Валентин көнө байрамын ғәмәлгә индерә.
Ә бит 2008 йылдан Рәсәйҙә 8 июль Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Датаһы христиандарҙың изге Петр һәм Февронияларына бәйле булһа ла, илебеҙҙең бөтә конфессиялары ла хуплау белдерҙе. Бәлки берәй саҡ боронғо Муром ҡалаһы кенәзе ғаиләһе иҫтәлеге сит-ят Вәлиҙе популярлыҡ буйынса уҙып китә алыр?
… ишкәктәрҙе
яңғыҙ ишкәндә

Бер ҡыҙ икенсеһенә хәбәр һала: «Валентин көнөн йәнем һөймәй!» Әхирәте уныһын-быныһын уйламай яуап ҡайтара: «Ә минең егетем бар…» Ошо ҡыҫҡа ғына көләмәстә лә, датаның кемгә байрам, кемгә - төшөнкөлөккә бирелергә сәбәп икәнлеге яҡшы күренә. Сей яраға тоҙ һипкән кеүек бит инде! Юҡҡа ғына түгел, Америка психологтары иҫкәртә - Валентин көнөн яңғыҙаҡтар үтә ауыр кисерә, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар күбәйә. Беҙҙә лә, йөрәк өйәнәге ҡубып «Ашығыс ярҙам» саҡыртыуҙар һи-ҙелерлек дәрәжәлә арта, ти. Юҡҡа түгелдер инде, Германияла бер ыңғайы 14 февраль - Психик сирлеләр көнө лә билдәләнә, ти. Махсус клиникалар биҙәлә, сиркәүҙәрҙә һауығыуҙарын һорап ғибәҙәт йолалары башҡарыла…
Интернеттағы бихисап материалдарҙы байҡап сыҡҡас, был көндө ауыр кисереүселәргә психологтарҙың түбәндәге кә-ңәштәре ҡамасауламаҫ, тигән һығымтаға килдек.
1.Иғтибарҙы икенсе йүнәлешкә ебәреү. Мәҫәлән, дуҫтар менән осрашыу, ҡа-тын-ҡыҙҙарға - магазиндарҙы байҡап сығыу, оҙаҡ тотона алмай һуҙып йөрөгән эште башҡарыу. Үҙ-үҙеңә байрам бүләк итергә лә мөмкин - яратҡан шөғөл менән булыу, тәмлерәк ризыҡ менән һыйланыу. Иң ышаныслыһы, бер нимә лә булмағандай (ысынында ла был иң ябай көн!) ҡәҙимге режимды күҙәтеү.
2.Энергияны күберәк сарыф итеү. Физик эш йә спорт менән шөғөлләнеү яҡшы - арыған кешенең юҡ-барға көйөргә көсө лә, ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай.
3.Ҡомар хисен ҡуҙғытыу. Мәҫәлән, бирелеп кәрт уйнау.
Психологтар, бәғзе оло-ларҙың Валентин көнөн нәфрәтләнеп ҡабул итеүҙәре лә яҡшы билдә түгел, тип иҫкәртә. Бер көнгә генә булһа ла, үҙ фекерегеҙҙе үҙегеҙҙә тотоғоҙ, кемдер ихлас күңелдән шатлана, өмөтләнә икән - унан һеҙгә ни зыян, тирә-йүндәгеләрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға өйрәнегеҙ.
Әйе, төшөнкөлөккә бирелгән ололарға юҡтан проблема яһама, башҡа бәләң юҡтыр, тип кенә ҡул һелтәү ҙә килешһә, үҫмерҙәр өсөн был көн «валентинка» алмау күңел ғазабына әйләнеүе бик тә ихтимал. Үҙ-үҙенә йомолоуы, мин һимеҙ (ябыҡ, буйға бәләкәй, йәмһеҙ һ.б) булғас, бер кемгә лә кәрәкмәйем тигән яҙыҡ һығымтаға инаныуы бар. Ата-әсәнең бурысы - үҙ-үҙенә ышанысын нығытыу, бер кемдән дә кәм булмаған шәхес икәнлегенә төшөндөрөү. Ниндәйҙер ҡыҙыҡлы шөғөлгә ылыҡтырыу, спортҡа йәлеп итеү ыңғай һөҙөмтәләр бирә торған - ундайҙарҙың иптәштәре күп була. Һәр хәлдә лә, ололарға Валентин көнөндә айырыуса сабыр һәм кеселекле булыу зарур. Открытка алмаһаң да, был тирә-йүндәгеләр һиңә битараф тигәнде аңлатмай. Кемдер ояла, кемдер был датаға әһәмиәт бирмәй, тигәнде төшөндөрөргә кәрәк.
Алыпһатар байрамы…
8 март Халыҡ-ара байрам тип аталһа ла, бөтә илдәрҙә лә билдәләнмәй бит инде. Донúяла һатылған бар сәскә букеттарының 70 проценты фәҡәт Валентин көнөнә тура килә. Шуға ла Валентин көнөнөң икенсе исеме - Сәскә магазиндары байрамы.
Ғөмүмән, шау-шыу күп сығарылыу был көндөң ниндәйҙер илаһи мәғәнәһен күрһәтмәй, был ни бары масштаблы реклама кампанияһы. Мәҫәлән, косметик фирмаларҙың сауҙа әйләнеше был көндә 25 процентҡа арта. Донúяла йылына 1 миллиард самаһы дана открыткалар һатыла, 800 миллионын ҡатын-ҡыҙ ала. Һәм, аңлауы ҡыйын түгелдер инде, төп өлөшө әлеге лә баяғы Валентин көнөнә тура килә.
Америкала 15 процент ҡатын-ҡыҙ алдан килешеп ҡуя ла, бер-береһенә эш урынына сәскәләр ебәртә. Йәнәһе лә, коллегалар алдында оят булмаһын өсөн…
Рәсәй буйынса статистика юҡ, ә бына Америкала ҡатын-ҡыҙҙар бүләктәргә уртаса 85 доллар тотҡан, ир-ат - 150 доллар. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ һатылған бүләктәрҙең 85 процентын гүзәл зат алған, ти.
Кеше кешене яратмау билдәһеме икән, 9 миллион кеше был көн йорт йәнлектәрен тәбрикләй… Бик борсолдорғос тенденция!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Сауап алдыларСауап алдылар
Барлыҡ мосолман донъяһы өсөн изге байрам - Ҡорбан ғәйетен бөтә ауыл көтөп алды. Үҙен мосолман тип һанаған, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле кеше ошо көндә... Тотош уҡырға
Аҡ сәскәләр бүләккәАҡ сәскәләр бүләккә
Ныҡлы ғаилә - ил тотҡаһы, тиҙәр. Рухи һәм физик яҡтан һау-сәләмәт, лайыҡлы шәхес булып китер балалар татыу, тулы ғаиләләрҙә ярала. Тап уларҙың... Тотош уҡырға
Донъя хәлдәреДонъя хәлдәре
* Үҙ-ара яҡындар менән һөйләшкәндә асыҡтан-асыҡ фекеребеҙҙе әйтә алабыҙ. Толерантлылыҡ тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Әлбиттә, йәмәғәтселек алдында... Тотош уҡырға
Халыҡты берләштергән көнХалыҡты берләштергән көн
Еребеҙгә, ниһайәт, бар тереклекте уятып, йәнә яҙ килде. Тәбиғәтебеҙҙең ошо миҙгеле айырыуса байрамдарға бай. Йылдар үтһә лә, уларҙың әһәмиәте... Тотош уҡырға
Бесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлемБесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлем
1 апрель - Көлкө, йә Иҫәрҙәр көнө. Бер аҡыл эйәһе әйткән бит, донъяла иң ғәҙел өләшелгән нәмә - аҡыл. Сөнки бер кем дә уның үҙенә етешмәүенә бәлә... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.