Яҙҙы ҡаршылап14.03.2014

Яҙҙы ҡаршылапБалалар театр коллективтарының «Ҡыңғырауҙар сыңы» исемле республика фестивале иғлан ителде.
Уның беренсе этабы Учалы филармонияһында үтәсәк. 13 мартта киске сәғәт алтыла Учалы ҡалаһының «Теремок» (етәксеһе Р. Ракуть), Ҡорама ауылының «Аҡбуҙат» (Ғ. Ибраһимов), Учалы ауылының «Бөҙрәкәй» (Г. Хәкимова) өлгөлө балалар театрҙары фестивалдә үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Бынан тыш, Юлдаш ауылы балалар театры (Н. Аллаяров) «өлгөлө» исемен алыуға дәғүә итәсәк.
Ҡала-район халҡы иһә «Театр яҙы» фестивале сиктәрендә уҙған сәхнә тамашаларын ҡарап кинәнә ала. Ҡала филармонияһында 15 мартта Юлдаш ауылы мәҙәниәт йортоноң халыҡ теат-ры «Нисек түҙә был йөрәк?» трагикомедияһы (етәксеһе Н. Аллаяров), 18 мартта Учалы ауылының «Аҫылйәр» халыҡ театры «Эх, күгәрсенкәйҙәрем» лирик комедияһы (Ф. Мәғәфүрова), 19 март көнө Комсомольск ҡасабаһының «Уйташ» (Р. Сиражетдинов) һәм Ҡорама ауылы мәҙәниәт йорттарының халыҡ театрҙары «Париж башҡорто» драмаһы (Ғ. Ибраһимов), 20 мартта Ахун ауылының «Аҡ шишмә» халыҡ театры «Яусылар» комедияһы (Н. Усманова), 21 мартта Учалы ҡалаһы халыҡ театры «Изге ғәмәл» трагикомедияһы (Р. Фәизова), 22 мартта Һәйтәк ауылы мәҙәниәт йортоноң «Арғымаҡ» халыҡ театры «Өҙөлгән йөҙөм» драмалары (Ф. Шәһиев) менән сығыш яһаясаҡ. Тамашалар 19 сәғәттә башлана, инеү хаҡы балаларға - 50, ололарға 100 һум. Билеттарҙы филармония кассаһында һатып алырға мөмкин.
Әйткәндәй, ҡайһы бер дәртле халыҡ театрҙары ҡала филармонияһында сығыш яһағанға тиклем ауылдарҙы ла ситтә ҡалдырмай. Мәҫәлән, Һәйтәк ауылының «Арғымаҡ» халыҡ театры Ҡолош, Ишмәкәй, Рысай, Бөйҙө, Иҫке Байрамғол ауылдарында булып ҡайтҡан, 10 марттан улар Комсомольск, Уральск, Яңы Байрамғол, Учалы ауылдары халҡын һөйөндөрәсәк. Элегерәк ауылдан ауылға йөрөп тамашалар ҡуйыу, һуңынан барып ҡайтҡандарҙы үҙеңдә ҡабул итеү традицияһы әүҙем булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә был эш һүлпәнәйгән, ауыл халҡы тамашаға һыуһаған. Мәҙәниәт йылында әүҙемләшкән театр традициялары алдағы йылдарҙа ла һүнеп ҡалмаһын ине.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Йырлап асыла күңелЙырлап асыла күңел
Мәҙәниәт бүлегенең Лера Воронцова етәкселегендәге агитация-концерт бригадаһы барлығын күптәр беләлер. Көҙгө-яҙғы йәрминкәләрҙә, хәрби комиссариат... Тотош уҡырға
Әүҙемерәк булайыҡӘүҙемерәк булайыҡ
Баштан уҡ аныҡ әйтергә кәрәк, юғиһә күптәр аҡсаны Бөтә донъя банкы бирә, тип яңылыша. Республикала муниципаль берәмектәрҙең урындағы инициативаларына... Тотош уҡырға
Батыр разведчиктарБатыр разведчиктар
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Өргөн һәм Илсе мәҙәниәт йорттарының бергәләп «Йәгеҙ әле, егеттәр!» ярыштары үткәреүҙәре инде 10 йылға яҡын дауам... Тотош уҡырға
Учалылар – СочиҙаУчалылар – Сочиҙа
Сочи Олимпиадаһы тамамланыуға һанаулы көндәр ҡалды. Уйындар телевизор ҡаршыһына бар ғаләмде йыйҙы. Уны донъяның 5 континентында, 200-ҙән ашыу илдең... Тотош уҡырға
Дәртле башланғыстарДәртле башланғыстар
Районыбыҙҙа төрлө төркөмдәр, ғаилә, үҙешмәкәр ансамблдәре барлыҡҡа килеүе - шатлыҡлы күренеш. Илтабан ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Хафиза Вәлиуллина... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.