Туҡмас тәме14.05.2015

Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары менән йыш осрашырға тура килгеләй. Бар донъяны онотоп, хәтирәләрҙе мауығып тыңлайһың һәм хушлашҡанда, башҡа осрашырға тура килмәүе лә бар бит тигән фекер ҙә йөрәкте семетеп ҡуйғылай. Шулай, бер Сталинград алышы яугирына инеп һөйләшергә ниәтләгәйнем, осрашыуға бер көн ҡалғас, вафат булды… Оло быуындың бар күргәндәрен яҙып, теркәп ҡалырға ине - баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле тарихи материал, еңеүселәр һабағы һәм тәжрибәһе бит был!
Сәфәр ауылынан Сәғиҙә әбей менән осрашырға һүҙ ҡуйышҡас, оҙаҡҡа һуҙмай, юлға сыҡтым. Алсаҡ, яҡты сырайлы апай, күҙҙәрендә генә ҡаҡшамаҫ рух көсө һәм һағыш сағылғандай. Әбейҙең өйөнә индек. Бындай бөхтә ауыл йортон күргән юҡ ине әле! 1925 йылдың 15 авгусында Ахун ауылында тыуыуы тураһында әйткәс, оло көнөндә лә өлгөлө хужабикә булып ҡала алыуының серенә төшөндөм - ауыл кешеләренә бер осраҡта ла һыр бирмәү, йәшәгән урыныңды таҙа һәм йыйнаҡ тоторға ынтылыу айырыуса хас бит.
Сәғиҙә Кәримова (ире буйынса - Мотаһарова) крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы, Ниғмәтйән Кәрим улы, 1875 йылғы, Беренсе донъя һуғышы яугиры. Шәмсиниса Латиф ҡыҙы (1885 йылғы) менән ике ул, ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Сәғиҙә 1941 йыл мәктәпте тамамлай. Хәйерһеҙ 22 июнь көнөн дә яҡшы хәтерләй:«Иртән сәғәт һигеҙенсе киткәндә әсәйемде ҡапҡаға тиклем эшкә оҙатып ҡала торғайным, урам гел тын булды. Ә был юлы урам туп-тулы, халыҡ гөр килә. Барыһының да телендә - һуғыш башланыу». Ауылдың ир-атын фронтҡа оҙатҡандан һуң колхоз рәйесе ҡатындарҙы, йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе йыйып ала ла, телмәр тота: «Ҡәҙерлеләрем минең, һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылыуы ла ихтимал. Иртәгәнән барыбыҙ ҙа ныҡлап эшкә тотонабыҙ. Көнө-төнө эшләп булһа ла, яугирҙарыбыҙҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тейешбеҙ!»
Сәғиҙә әбейгә юрған-мендәр, башҡа әйберҙәрен тотоп иртәнге етегә контораға килергә ҡушыла. Ахундан 15 саҡрым ситкә, Янсап утарына алып китәләр. ¤с бәләкәй бала тәрбиәләгән ҡатындың йортона урынлаштыралар. Хужабикә туҡтай алмайынса илай ҙа, илай. Баҡһаң, ире балаларын туя алмайынса ҡосаҡлап, барыһы менән дә бәхилләшеп фронтҡа сығып киткән мәл була.
Башта бригадир Сәғиҙәне өс ҡыҙ менән утын әҙерләргә ебәрә. Ҡара урманда төндәрен бүреләр олой, ҡыҙсыҡтар ҡурҡһалар ҙа, ни эшләһендәр инде? Ярар ҙа, күпмелер ваҡыттан бесән әҙерләүгә күсерәләр, Сәғиҙә йәһәт кенә кәбән өйөргә өйрәнеп ала. Хатта, бесәнселәрҙең бригадиры итеп тәғәйенләнә. Тик бына күпмелер ваҡыттан колхоз рәйесе, Сәғиҙә көслө күренә, лобогрейкала эшләргә хәленән килер, күсерегеҙ, тип ҡуша. Лобогрейка - урыу һәм үлән сабыу механизмы. Был ҡоролмала эшләү үтә ауыр була. Айырыуса арыш урғанда интегә - уңыш ҡутарылып уңған була, ауыр башаҡтар ергә эйелә. ¤с көн эшләгәндән һуң баш тартырға ла йыйына, әммә атаһына ҡыҙың булдыҡһыҙ, тип ошаҡлауҙарынан ҡурҡа. Ә дүртенсе көн бригадир ҡыҙсыҡтың ныҡ йонсоған икәнлеген үҙе лә абайлай. Ҡыҙҙарҙы лобогрейкала сиратлап эшләтергә хәл итә. Шулай, бесән әҙерләү менән аралаштырып хеҙмәт итәләр.
1942 йыл алдынан ун биш ҡыҙҙы Рудникка йүнәлтәләр. Контора землянкала урынлашҡан була. Ҡыҙҙарҙы шундай уҡ землянкаларҙағы дөйөм ятаҡҡа һалалар һәм эш урындарын күрһәтәләр. 31 декабрь эшкә сығалар. Һыуыҡ көн, ел үҙәккә үтә. Сәғиҙәгә шахтанан вагонетка менән сығарылған мәғдәнде бушатып, химзаводҡа ташырға ҡушыла. Әйтеп тораһы ла түгел инде, ауыр эш. Шахтерҙар етешмәгән мәлдә ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен дә махсус кәрзингә ултыртып шахтаға төшөрәләр. Ер аҫтында эш ауыр булһа ла, Сәғиҙәгә оҡшай - бында сағыштырмаса йылы була бит! Өс ай эшләгәндән һуң, колхоз бригадиры килеп, кире алып ҡайта уларҙы. Ҡыҙҙарҙың ҡыуанысының сиге булмай, уларға эш өсөн «бон», йәғни аҡсаны алмаштырған ҡиммәтле ҡағыҙ ҙа бирәләр бит. Сәғиҙә Рудниктағы «Алтын» магазинынан үҙенә һәм туғанына, атаһы һәм ҡустыларына күлдәктәр, әсәһенә - матур яулыҡ алып шатлана. ҡайтҡандың икенсе көнөнә бригадир һөтсөлөк фермаһына алып бара.
1943 йыл Сәғиҙәне иҫәпсе итеп ҡуялар. Ҡағыҙ ҙа юҡ, ул дәүерҙә авторучкалар ҙа булмай. Ҡулына ҡәләм менән ҙур ҡатырға киҫәге тотторалар.Кемдең күпме эшләгәнен шунда теркәй бара, ошо яҙыуҙарға ҡарап, икмәк йә он рәүешендә эш хаҡы түләнә. Яуаплылыҡ теүәл иҫәп алып барыу менән генә сикләнмәй, бригадалағы 40 аттың берәйһе хәлһерәп йығыла икән, иҫәпсе ҡыҙға штраф янай…
Ошолай һөйләшеп ултырғанда, Сәғиҙә әбей район гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан фотографияны килтереп сығарҙы. Ун кешенән торған «Юғары уңыш өсөн» комсомол звеноһы ағзалары төшөрөлгән унда. 1948 йылдың ғинуар айында ¤фөгә саҡыртып «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы тапшыралар, төшөрөп алып һәр кеменә фотографиялар тараталар һәм гармун бүләк иткән булалар.
Сәғиҙә әбейҙең хеҙмәт биографияһы оҙон, төрлө ваҡиғаларға бай, улар буйынса ғына ла Совет ауыл тормошон күҙалларға мөмкин. Башҡаһынан тыш почтальон, Сәфәр мәктәбе китапханасыһы ла булып эшләй ул.
Кейәүгә сығыуы ла үҙенсәлекле ваҡиға. Баҡһаң, уның һәм Сәфәр ауылы егете Рәшит Мотаһаровтың аталары Беренсе донъя һуғышында бергә хеҙмәт иткән булалар. ‡ҫеп еткәс, балаларын таныштыралар. Һуғышҡа тиклем үк егет ҡауышыу теләген белдергән була. Рәшит 1942 йыл ҡулына ҡорал тотоп, Ватан һағына баҫа. Еңеү менән ҡайтҡас ҡына өйләнешәләр. Сәғиҙә әбей Сәфәргә килен булып төшөп, бына хәҙер инде 65 йыл йәшәй, бер тапҡыр ҙа үкенергә тура килгәне юҡ, ти. Тик Рәшит бабай ғына, 53 йыл бергә йәшәгәндән һуң, 2002 йыл баҡыйлыҡҡа күсә.
Олоғая барыуына ҡарамаҫтан, Сәғиҙә әбей, күҙ теймәһен, бик тә теремек, бер ҙә тик ултырмай. Аяттарға ла йөрөй, сүрәләрҙе лә белә. Уны һис икеләнмәй ағинәй тип ололап атарға мөмкин.
...Сәғиҙә әбей һу-ғыштың башланған көнөн генә түгел, һуңғы көнөн дә яҡшы хәтерләй. Баҫыуҙа була ул был шатлыҡлы хәбәрҙе ишеткәндә. Һөйөнсө әйткән бригадир үҙе менән ит һәм он алып килә. Барыһы ла һуғыш йылдарында тәме онотола башлаған туҡмас бешереп һыйланалар. Ошондай һурпа менән мине Сәғиҙә әбей әле лә һыйланы. Туҡлыҡ менән рәттән күңелгә һиллек тә килтерҙе был һый. Үҙемде Бөйөк Еңеүҙе ҡара тир түгеп, баш күтәрмәй эшләп яҡынайтҡан «Ҡыҙыл партизан» колхозсылары араһында кеүек хис иттем. Барығыҙға ла сәләмәтлек, хәйерле ҡартлыҡ һәм оҙон ғүмер теләп ҡалам, һеҙ быға лайыҡһығыҙ!
Распечатать
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һуғыш балаларыҺуғыш балалары
Һуғыш һәм бала саҡ… Был ике төшөнсә бер нисек тә яраша алмай. Ҡәһәрле һуғыш балаларҙыœ ғәмһеҙ, шат сабыйлығын юҡҡа сығара, уларҙы ваҡытынан алда... Тотош уҡырға
Һәр ветерандың үҙ яҙмышыҺәр ветерандың үҙ яҙмышы
Һуғыш осоро балалары. Уларҙың кеме менән осрашһаң да - утлы афәттең эҙемтәләре хәтерҙәренән юйылмаған, яу яландарында ятып ҡалған яҡындары... Тотош уҡырға
Әсәләр көттө улдарынӘсәләр көттө улдарын
Заманында Иманғол ауылында күп балалы әсәләр байтаҡ булды. Тәскирә Фәхретдинова һәм Фәүзиә Хәмбәлиевалар «Герой-әсә» миҙалы менән билдәләнделәр. Ә... Тотош уҡырға
Мәфтүхә ҡойоһоМәфтүхә ҡойоһо
Тыуған ерҙән килен булып төшкән ер эҫерәк, ти халыҡ мәҡәле. Мин Ишмәкәй ауылына килен булып төшкәс, ҡайным, ҡәйнәм менән бергә йәшәнек. Көйәнтәне... Тотош уҡырға
Мәңгелек хәтерМәңгелек хәтер
Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе, еребеҙҙе яҡлап көрәшкән яугирҙар батырлығы баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт. Ҡорал күтәрергә яраҡлы бар ир заты фронтҡа... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.