» » Жуков менән дә осрашҡан

Жуков менән дә осрашҡан14.05.2015

Бөйөк Еңеү көнөн билдәләгән мәлдә атайым йыш иҫкә төшә. Йәнә күкрәк тулы орден-миҙалдарын сыңлатып, яғымлы ҡарашын беҙгә төбәп, һуғыш хәтирәләрен һөйләй кеүек…
Шәмсетдин Хөснөтдин улы Ханнанов 1926 йыл Илсе ауылында тыуа.Олатайымды 1941 йылда уҡ фронтҡа оҙаталар. Ир-егеттәр яу ҡырына киткәс, колхоз эшендә күберәге үҫмерҙәр һәм ҡарт-ҡоро ҡала. Атайыма ла иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҫыу эштәрендә йөрөргә тура килә. Ҡайһы баҫыуҙар ауылдан 8-9 саҡрымда булғас, ҡырҙа ҡунып эшләйҙәр. 1943 йылдың көҙөндә урып-йыйыу эштәрен тамамлап ауылға ҡайтһалар, 1926 йыл тыуған егеттәргә хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙҙары килгән була. Бергә уйнап үҫкән, бер класта уҡыған тиҫтерҙәр һуғышҡа китә. Атайым Украина, Белоруссия, Польша, Латвия, Румыния, Венгрияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ул - «Дан» ордены кавалеры, бер түгел, ике «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградлана, «Сигенеү белмәгән өсөн» тағылған гвардия знагын да ғорурлыҡ менән йөрөттө. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Яраланып йығылғас, уны яу яланынан санитар эттәр егелгән тәпәш кенә арбаға һалып алып сыҡҡан булалар. Егеүле эттәр алдынан миналарҙы урап үтергә өйрәтелгән Вожак ҡушаматлы арлан барған була. Бер-нисә тапҡыр яралыларҙы алып сыҡҡас, Вожак яңғыҙы ғына ҡайта. Ҡалған эттәр һәләк булалар.
Кенигсберг ҡалаһы өсөн барған ҡаты алышта атайым дошмандың ут нөктәһен юҡ итә. Командиры приказ биргәс, уң яҡтан һиҙҙермәй генә яҡынлашып, аҙағынан шыуышып бара - бер снаряд соҡоронан икенсеһенә күсә, ватылған орудиелар артына ышыҡлана. Граната ырғытырлыҡ араға еткәс, дошмандың өнөн тыға.

Кенигсбергтан фашистарҙы бәреп сығарып, батарея эргәһендә ял иткәндә яндарына генерал Андрей Еременко килә. «Ут нөктәһен шартлатыусы һалдат иҫәнме?» - тип һорай. Атайым алға сығып баҫа. Генерал уға рәхмәт әйтеп ҡулын ҡыҫа. Ҡуйы ҡара ҡаштарына, сәсенә, ҡуңырыраҡ йөҙөнә иғтибар итептер инде, һорай ҡуя:
-Милләтең кем, грузинмы әллә?
- Мин - башҡорт.
-Башҡорттар һуғышсан, мәргән халыҡ тип ишеткән бар. Ана арыла торған ағастағы ҡош ояһына атып тейҙерә алырһыңмы?
Атайым автоматтан ҡыҫҡа ғына сират биреп, ояны селпәрәмә килтерә. Генерал бик тә ҡәнәғәт ҡала: «Һиңә бер аҙна ял бирәм. Берәй һорау-үтенесең юҡмы?» - тип тә ҡыҙыҡһына. Йәш һалдат шундуҡ теләген белдерә: «Атайым да ошо яҡтарҙа алыша, барып күрергә ине…» Андрей Еременко шундуҡ телефондан белешергә ҡуша һәм күпмелер ваҡыттан хәбәр итә:
-Йәл, атайыңдың подразделениеһы 2 көн элек икенсе урынға күскән, алыҫлашҡандар инде. Юғиһә, машина менән генә алып барып, ошондай батыр ул үҫтергән кешене үҙем дә күрер инем. Шуныһына шатлан - ул иҫән.
ª 1944 йылдың көҙөндә булған хәлде атайым тетрәнеп хәтеренә ала ине. Бер ваҡыт, трибунал була, тип һалдаттарҙы сафҡа теҙәләр. Баҡһаң, бер бәндә, һуғыштан ҡасыуы ғына етмәгән, былай ҙа ас-яланғас урындағы ҡарт-ҡороноң аҙығын талап йөрөүе асыҡлана. ¤ҫ-башы ҡарарлыҡ та түгел, әҙәм фиғелен юйған була. Һуғыш шарттары бит, трибунал уны шундуҡ атырға тип хөкөм сығара. Һуңғы теләген һорайҙар. Теге бисара: «Шәкәр менән икмәгемде ашайһы килә», - тип яуаплай. Рөхсәт ителгәс, тоҡсайынан ризыҡты сығарып, яйлап ашарға ултыра. Теҙелеп баҫҡан һалдаттар араһында шылт иткән тауыш та сыҡмай, теге дезертирҙың шәкәр ҡытырлатҡаны ғына ишетелә. Һуңғы теләген үтәгәс уны аталар, соҡорға күмәләр һәм ерҙе танк менән тигеҙләйҙәр - өҫтә, хатта, өйөм дә ҡалмай...
-Кем нисек кисер-гәндер, минең иһә сикә тамырҙарым тартышып ҡуйҙы. Ләкин беребеҙ ҙә йәлләмәнек, һабаҡ ҡына алдыҡ. Үлһәң дә, исемең яҙылған ҡәберең ҡалһын, - тип һөйләр ине атайым беҙгә.
1944 йылдың 30 декабрендә бик ҡаты алыштарға инәләр. 3 тәүлек рәттән, төнгә лә туҡтамай туптар аталар. Һәләк булыусылар, яраланыусылар ныҡ күбәйә. Фашистар ҙа теш-тырнаҡ менән йәбешеп, сигенергә теләмәй, беҙҙекеләр ҙә позицияларын ҡалдырмай. Алғы сафта полк командиры ҡаты яралана. Быны күргән атайым уны хәүефһеҙерәк урынға күсерә. ª командир атайыма үҙенең ялан сумкаһындағы бик мөһим документ-мәғлүмәттәрҙе штабҡа еткерергә бойора. Патрондары ла, гранаталары ла бөткән, өс көн ризыҡ күрмәгән атайым штабҡа барып етә, документтарҙы тапшыра һәм ундағы офицерҙарҙан рөхсәт һорай:
- Кухняға барырға рөхсәт итегеҙ, былтырҙан алып ашағаным юҡ!
Штабтағы бар командирҙар ирекһеҙҙән көлөшә башлай - ҡаты алыштар арҡаһында Яңы йыл ҡайғыһы ла ҡалмаған була бит. Ә документтар бик кәрәкле булып сыға, атайыма II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тап шуның өсөн бирелә лә инде.
Еңеү яҙын уларҙың подразделениеһы Румыния ерендә ҡаршылай. Һуғыш тамамланғас, Европа аша үткән армия тыуған илгә кире ҡайта. Атайымдар 1945 йылдың йәйендә Одессаға тиклем йәйәү атлайҙар. Бик эҫе була, шуға ла төндәрен баралар, көндәрен ышыҡ урын табып йоҡлайҙар. Одессаға килеп урынлашҡас, атайым маршал Жуков менән осраша. Аптыраусылар ҙа булыр - нисек инде рядовой һалдат менән легендар полководец осрашһын, ти? ª бит осрашыу ғына түгел, иркенләп һөйләшеп тә ултыралар! Эш былай була. Г.К.Жуковтың Одессаға күсерелеүенә күп ваҡыт та үтмәгән мәл. Атайым казармала дежурҙа торғанда погондары күренмәгән олпат кеше килеп инә. Ҡарап сыға, һорауҙар бирә, әңгәмәселәрен тәмәке менән һыйлай. Атайымдар уны хужалыҡ эштәрен алып барған старшиналыр тип уйлайҙар. Ә ул: « Һеҙгә нимә кәрәк?» - тип һорай ҡуя. Атайым: «Ашхана бик бәләкәй, сиратлап ашайбыҙ. Иртәнге аш - 11-гә, төшкө аш - 4-кә, ә киске аш - сәғәт 11-гә тиклем һуҙыла. Йоҡларға ваҡыт аҙ ҡала. Шуны юғары командирҙарға еткерһәгеҙ ине», - ти. «Старшина» һынаулы ҡараш ташлай ҙа, йәнә ҡыҙыҡһына:
- Ашхананы таштан да һалырға була, башҡа материалдарҙы ла табырға мөмкин. Тик кем төҙөр икән ?
- Беҙ үҙебеҙ ҙә булдырыр инек !
Яуапты оҡшата, атайымдан орден-миҙалдарҙы ни өсөн алғанын ентекләп һораша башлай. Шулай иркенләп һөйләшеп ултырғанда ишек асылып китә лә, атайымдарҙың командиры килеп инә. «Смирно!» командаһы биреп, «старшинаға» рапорт яһай башлай. Үрә һикереп торған һалдаттар шаҡ ҡаталар. Жуков тураһында күп ишеткәндәре була бит инде. ª ул «Отставить!» командаһы бирә лә: «Ашхана ғына түгел, беҙ һеҙҙең менән бына тигән тормош төҙөйәсәкбеҙ әле!» - тип һәр бер һалдаттың ҡулын ҡыҫып, бик йылы хушлашып сығып китә. Күпмелер ваҡыттан ашхана төҙөп ҡуялар. Атайымдың хәтерендә Г.К. Жуков иң оҫта полководец, аҡыллы етәксе, һалдаттар өсөн ябай, иғтибарлы, кеселекле һәм ғәҙел кеше булып һаҡланды.
Одессанан һуң атайым Германияның Эберсвальде ҡалаһына ебәрелә. Бында ла һынатмай, өлгөлө хеҙмәт итә. Был хаҡта байраҡ янында төшкән фотоһы һөйләй. Тап уның бындай хөрмәткә лайыҡ булыуын раҫлап, карточканың артына командирҙың ҡултамғаһы һәм мисәт тә ҡуйылған.
16 йәшенән һуғышҡа киткән атайым һуғыш һәм хәрби хеҙмәттә 8 йыл йөрөп, 24 йәшендә тыуған ауылына ҡайтып төшә. Колхозда ниндәй генә эштә эшләмәһен, һынатмай хеҙмәт наградалары ла етерлек уның. Механизаторҙар курсын тамамлай, комбайнда, тракторҙа эшләй, йылҡы һәм сусҡа фермалары мөдире, балта оҫтаһы ла булды. Бер нисә саҡырылыш рәттән депутат итеп һайлана.
Атайым тормоштоң ҡәҙерен белде, араҡы эсмәне, тәмәке тартманы. ¤йөбөҙгә урыҫ һәм башҡорт телендә ололар һәм балалар өсөн гәзит-журналдар күп килде. китапханала ул уҡымаған китап та ҡалмағандыр. Беҙҙе шахмат, шашка уйнарға өйрәтте, ә бына ҡомар уйындарын тыйыр ине. Немец телендә иркен һөйләште. Әсәйем менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, өсәүебеҙ уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Һәр беребеҙгә өй һалып сығырға ярҙамлашты. 10 ейән-ейәнсәрен, 1 бүләһен, 3 бүләсәрен күреп өлгөрҙө, уларҙың уңыштарына ҡыуанып бөтә алманы. Беҙҙе ғәҙел булырға, һәр эште еренә еткереп башҡарырға өйрәтте. Бөтә яҡшы нәмәгә атайыбыҙҙан өйрәндек, ул беҙгә йәшәү өлгөһө булды һәм артабан да шулай булып ҡаласаҡ!


 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Тормош дауам итә…Тормош дауам итә…
Атайым, Аллаяров Заһиҙулла Хәбибулла улы 1923 йылдың июль айында Учалы районының Әбделҡасим ауылында урта хәлле ғаиләлә, Зөһрә менән Хәбибулланың... Тотош уҡырға
Атайым – минең  ғорурлығым!Атайым – минең ғорурлығым!
Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы «Атайым - минең ғорурлығым» тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Редакциябыҙға бик күп хаттар килде. Иң-иңдәрен... Тотош уҡырға
Ҡәҙерле кешеләремҠәҙерле кешеләрем
Тупрағы баҫылып өлгөрмәгән, кәҫләнеп ярмаланып ятҡан ҡәбер эргәһендә торам. Был минең улымдың ҡәбере. Йәшләй генә гүр эйәһе булды, йәне ожмахта... Тотош уҡырға
Атайым иҫтәлегенәАтайым иҫтәлегенә
Бөйөк Еңеүгә 69 йыл тула. Ошо уңайҙан мин үҙемдең атайым тураһында яҙып үткем килә. Һуғыш башланыу менән Мулдаҡай ауылы мәзине, олатайым... Тотош уҡырға
Тормош хәтирәләренәнТормош хәтирәләренән
Ҡарағужа ауылы уҙаманы атайым Минһажетдин Юлдыбаев, ҡатыны вафат булғас, биш бала менән тороп ҡала. Шунан ул Сораман ауылы ҡыҙын - әсәйемде икенсе... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.