» » Тештәр сәләмәтлеге һағында

Тештәр сәләмәтлеге һағында08.06.2015

Тештәр сәләмәтлеге һағында- Кешенең ауыҙ ҡыуышлығында йөҙәрләгән микроб йәшәй. Улар, боҙоҡ тештәр аша ҡанға етеп, етди ауырыуҙар тыуҙырырға һәләтле. Шуға керә тештәргә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк. Улар боҙолмаһын өсөн ашағандан һуң даими сайҡатып торорға кәрәк. Йылына ике тапҡыр табипҡа керенеп тороу мотлаҡ. Бының менән кепселек теш сирҙәренең барлыҡҡа килеүен йә булғанының аҙып китеүенән һаҡланырға мөмкин, - тип файҙалы кәңәштәрен бирә ине теш табибы беҙ килеп ингәндә.
Ысынлап та, тип-тигеҙ ынйы кеүек тештәрен күрһәтеп йылмайған кеше тирә-йүндәгеләрҙә һоҡланыу уята. Бөгөн шәхси стоматологиялар быуа быуырлыҡ. Унда тештәрҙе яматырға ла, һурҙырырға ла, профессиональ таҙартыу, үҫтереү һ.б. процедуралар эшләтергә лә була. Кеҫәң генә ҡалын булһын. Мәҫәлән, теш яматыу 2000-3000 һумдан алып, һурып алыу - 500 һумдан башлап…

Был йәһәттән, Сәфәр ауылы халҡы күпкә бәхетле. Сөнки уларға теш дауалатыу өсөн күп суммала аҡса түләргә лә, әллә ҡайҙа йөрөргә лә кәрәкмәй, бары тик ауыл амбулаторияһына килеү ҙә етә. Унда ауыл халҡын тәжрибәле теш табибы Азат Йәнгиров һәр ваҡыт ихлас ҡаршы ала.
Азат Нәжип улы 1977 йылда Учалы ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университеты эргәһендәге медицина колледжының теш дауалау бүлегенә уҡырға инә. Уны 1999 йылда тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Миндәк ауылына эшкә ебәрелә. Яратып башҡарған эшенә ең һыҙғанып тотонған йәш белгесте ауыл халҡы тиҙ арала яратып өлгөрә. 2000 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Сәфәр амбулаторияһында теш табибы булып эшләй. Үҙ эшен яратып башҡарған табипты ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә, һәр ваҡыт маҡтап телгә ала.
- Мәшәҡәтле, сабырлыҡ талап иткән эш булһа ла, һайлаған һөнәрем оҡшай. Тап ошо һөнәрҙе һайлағанға бер ваҡытта ла үкенгәнем булманы. Бөгөн халыҡ тарафынан иң талап ителгәндәрҙең береһе, тип әйтһәм дә яңылышмаҫмын. Теш ауырыуҙары менән сирлеләр күп. Дауаланырға ғына түгел, кәңәш һорарға килеүселәр ҙә байтаҡ. Еңел түгел, әлбиттә. Көнөнә ҡайһы ваҡыт хатта 15-ләгән кешене ҡабул итергә тура килә, - ти Азат Йәнгиров.
- Ысынлап та, ҡаланан йөрөп эшләгән табип ваҡыт менән дә иҫәпләшмәй, көндөң ниндәй мәлендә мөрәжәғәт итһәләр ҙә, килгән кешене кире бороп сығармай. Сиратта торған кешеләрҙең барыһын да ҡабул итеп бөткәс кенә ҡайтып китә ул. Ә бының өсөн оло сабырлыҡ, түҙемлек һәм иң мөһиме - ғаиләңдең, тормош иптәшеңдең терәк булыуы кәрәк. Азат Нәжип улы - амбулаториябыҙҙың ғорурлығы, районыбыҙҙың иң яҡшы теш табиптарының береһе, тиһәм һис арттырыу булмаҫ. Сөнки ул үҙебеҙҙең зонаға ҡараған һигеҙ ауылдан тыш (Сәфәр, Первомай, Илинка, Шартым, Мансур, Малай Муйнаҡ, Буранғол, Абҙаҡ), Тунғатар, Учалы ауылдарынан, ҡаланан, ғөмүмән, ярҙам һорап килгәндәрҙең барыһын да ҡабул итә, - ти амбулатория етәксеһе Лилиә Әбүбәкерова.
Ғаиләһендә лә ал да гөл Азат Нәжип улының. Ҡатыны Эльмира менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. ¤лкән ҡыҙҙары Камиллаға - 11, ә кинйәләре Агнияға өс йәш.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Эше менән күркәмЭше менән күркәм
Хәҙерге заманда почта хеҙмәте менән файҙаланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Интернет селтәренән айырылмай, электрон хат-хәбәрҙәр алышҡан тормошта йәшәһәк... Тотош уҡырға
Тырыштың эше уңТырыштың эше уң
Һуңғы арала көндәр йылы тора. Ауыл халҡы уның һәр минуты менән файҙаланып ҡалырға ашыға. Берәүҙәр һаман бесән эшләү менән мәшғүл, икенселәр... Тотош уҡырға
Изгелектәре үҙҙәренә ҡайтһынИзгелектәре үҙҙәренә ҡайтһын
Беҙ туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, күршеләребеҙ менән тиҫтәләрсә йылдар йәнәшә йәшәйбеҙ. Уларҙың яҡшы, кире ҡылыҡтарына өйрәнеп бөткәнбеҙ, шулай кәрәк... Тотош уҡырға
Һаулығың үҙ ҡулыңдаҺаулығың үҙ ҡулыңда
Шәмбе көнө Ленин майҙанында аҡ халатлыларҙы күреп күптәр аптырашта ҡалғандыр, моғайын. Белеүебеҙсә, был көндө ҡала майҙанында «Сәләмәтлек көнө»... Тотош уҡырға
Иртәгәне бөгөн хәстәрләйИртәгәне бөгөн хәстәрләй
«Аҡҡужа» КФХ-һы төбәгебеҙҙә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән хужалыҡтарҙың береһе. Бөгөнгө көндә улар иген үҫтереү, мал, йылҡы үрсетеү менән... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.