» » Батыр даны онотолмай

Батыр даны онотолмай08.06.2015

Батыр даны онотолмайМилли көрәш...Уның тарихы халҡыбыҙҙың боронғо легендаларына барып тоташа. Элек-электән төрлө йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа көрәш халыҡтың иң яратып, сәмләнеп, тулҡынланып ҡарай торған спорт төрө булып һаналған. Халҡыбыҙҙың был йолаһы бөгөнгө көндә лә иғтибарҙы үҙенә ылыҡтырған тамаша. Милли көрәш хәҙер үҙенең икенсе йәшлеген кисерә, тиһәк һис тә яңылышмаҫбыҙ.
Спорттың был төрө Бөтә Союз берҙәм спорт классификацияһына индерелде, көрәшселәрҙе дәртләндереп, илһамландырып спорт разрядтары, спорт мастеры тигән исем бирелә. Хәҙер Бөтә Донъя, Рәсәй беренселеге даими рәүештә үткәрелеп килә. Шуныһы ҡыуаныслы - нигеҙҙә беренселек өсөн Башҡортостан, Татарстан батырҙары алышып ҡына ҡалмай, һәр саҡ еңеү яулай. Шундай ҙур ярыштарҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреү үҙе үк һоҡландыра.
Ошо көндәрҙә Ишмәкәй ауылында милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры мәрхүм Радик Әүхәҙей улы Зәйнуллин призына уҡыусылар араһында ете йәштән ун ете йәшкә тиклем төрлө ауырлыҡтары буйынса дзюдо, ә ветерандар араһында милли көрәш буйынса турнир ойошторолдо. Ярышта Балалар спорт мәктәбе, Балалар ижад йорто, 10-сы, Ҡотой, Ишмәкәй мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Барлығы ике йөҙләп көрәшсе килгәйне. Шуларҙың егермеһе - ҡыҙҙар.

Төрлө ауырлыҡтар араһында Балалар ижад йортонан Владимир Ильясов, Эмиль өбәйҙуллин, Надир Мәғәсүмов, Әмир Шәрипов, Руслан Хәлилов; Балалар спорт мәктәбенән Азалина Сафина, Денис Усманов, Артур Йәшелбаев, Тимур Байбулатов, Родион Юнысов, Арсен Камалов; 10-сы мәктәптән Айлина афарова, Диана Таһирова, Эльвина Астанова; Ҡотойҙан Нургиз Камалетдинов, Зариф Сөләймәнов, Илдар Сафин; Ишмәкәйҙән Виктория Фазлетдинова, Айгүзәл Ваһапова (күнекмәләргә Иҫтамғол ауылынан йөрөй), Самир Абыҙгилдиндар үҙ ауырлыҡтарында чемпиондар булһа, командалар араһында 1-се урынға Ишмәкәй көрәшселәре сыҡты (тренеры Ф.З. Шакиров), 2-се урынға Балалар ижад йорто (А.Ю. Воронцов), өсөнсөгә Балалар спорт мәктәбе һәм 10-сы мәктәп (И.Г. Харисова, А.А. Шумков) командалары сыҡтылар. Ә милли көрәштә ветеран көрәшселәр, спорт мастеры, «Башҡортостандың атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре», Рәми Гарипов исемендәге башҡорт гимназияһы ның тренеры Жәлил Йосопов, спорт мастеры, 2001 йылда Республика һабантуйында еңеү яулап машина отоусы Илдус Әсәҙуллин, спорт мастеры кандидаттары Дамир Зарипов, Йәүҙәт Сафин һәм Радик Әүхәҙей улының ауылдашы, балалыҡ дуҫы Аусаф Ишмөхәмәтов көрәш майҙанына сығып, таһыллыҡ күрһәтеп, үҙҙәренең йәшлектәрен иҫтәренә төшөрҙө.
Көрәште ауыл советы рәйесе Салауат Лоҡманов асып ебәрҙе. Турнирҙы башлар өсөн турнир флагын, Радик Зәйнуллиндың яҡын туғаны, 2015 йылда дзюдо, самбо буйынса республикабыҙ чемпионы Азалина Сафина һәм Рәсәйҙә, Башҡортостанда милли көрәш чемпионы Илдус Әсәҙуллин күтәрҙе. Зәйнуллиндарҙың ғаилә дуҫтары исеменән Ә. Сафина, ветерандар Жәмил Йосопов, Илдус Әсәҙуллин Радик Әүхәҙей улының тормош юлына байҡау яһаны.
Радик 1949 йылда Ишмәкәй ауылында ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Уның бала сағы шатлыҡлы, сағыу ваҡиғаларға бай була. Әсәһе Мәүжиҙә апай - уҡытыусы, атаһы Туңғатар, Ураҙ ауылдарында ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе, Ишмәкәйҙә бригадир эшен башҡара. Мәүжиҙә апай менән Әүхәҙей ағай ғаиләләге туғыҙ балаһына ла татыу, берҙәм, ярҙамсыл булып йәшәү орлоҡтарын һала беләләр. аиләлә һәр баланың үҙенә тәғәйенләнгән вазифаһы була. Сибек, әммә тарамыштары ныҡ Радик мәктәп йылдарында уҙғарылған бар спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Гер, штанга, күтәрә, йүгерә, волейбол, футбол уйнай, ҡул көрәштерә. Йәй етһә, күк үләндә аунап-түмәләп тиҫтерҙәре менән көрәш ойошторалар. Унынсы класты бөткәс тә Бәләбәйҙә киномеханикка уҡый. Бында ла спортты ташламай һәм йүгереү буйынса беренселекте бирмәй. Училищены тамамлағас, үҙенең тыуған ауылы Ишмәкәйҙә киномеханик булып эш башлай. Уның ҡарамағында Ҡотой, Яңы Байрамғол, Илтабан ауылдары була. Радик Әүхәҙей улы йәштән бик көслө була. Әлбиттә, бының өсөн егеткә ҡара көс кенә етмәй, шуға ла үҙ аллы төрлө күнекмәләр эшләй, гер уның ҡулдарында уйнап ҡына торор була. Штанга күтәреүҙә күрһәткестәре көндән-көн яҡшыра. Физик эшкә сыныҡҡан егетте 1969 йылдың яҙында армия хеҙмәтенә алалар. Ике йыл хеҙмәт итеү уның файҙаһына ғына була. Әҙ генә буш ваҡыты ҡалһа спортзалға йүнәлә, бында ул үҙенең өҫтөндә тағы ла нығыраҡ эшләй һәм таһыллана. Уның элекке һөнәрҙәренә турникта уйнау, иҙәндән кәүҙәне ҡулдарҙа күтәреү һ.б. өҫтәлә. Ауыр атлетика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа тәүге уңыштарына өлгәшә. Армия хеҙмәтенән ҡалынайып, типһә, тимер өҙөрлөк, һуҡһа, таш емерерҙәй ғәйрәтле егет булып ҡайта ул. Ҡайтҡас та үҙенең яратҡан һөнәренә тотона. Бер туған Ринат ағаһы (мәрхүм) тирә-яҡҡа даны сыҡҡан, бил бирмәҫ көрәшсе була.
Ҡустыһы ҡайтҡас та уға:
- Радик, оҙаҡламай һабантуйҙар башлана, көслөһөң, нығынып ҡайттың. Әйҙә мин һиңә көрәш алымдарын өйрәтәйем. Көрәш - ул беҙҙең башҡортобоҙҙың ғорурлығы, халҡыбыҙҙың яратҡан ғөрөф-ғәҙәте. Көрәшкә иғтибар ныҡ артты хәҙер. Көрәшкән ир-уҙаманы бер ваҡытта ла насар юлдан йөрөмәҫ, - тип уның дәртен ҡуҙғата. Радик ағаһы өйрәткән алымдарҙы бик тиҙ отоп ала. Шул йылда егет тирә-яҡтағы байтаҡ ауылдарҙа көрәшеп, бер-нисә тәкә алып ҡайта. 1972 йылда Радик Зәйнуллин көрәшселәрҙең командаһына индерелә һәм Кушнаренкола республика беренселегендә ҡатнашып, тәүге ҙур еңеү яулай. Уның уңыштарын күреп, «Байрамғол» совхозы директоры Әҙһәм Шәрәфетдинов Радикка фатир биреп, Уральск ҡасабаһына күсерә.
1973 йылда ғына йәш батыр Салауат ҡалаһында гер һәм штанга күтәреү буйынса РСФСР беренселегендә - беренсе, милли көрәш буйынса - икенсе, республика буйынса беренсе урындарҙы яулай. Радик Әүхәҙей улы йылдан-йыл үҫә, оҫталығын арттыра. 1974 йылда - Ишембайҙа, 1975 йылда - Баймаҡта, 1977 йылда - Туймазыла, 1978 йылда - Бөрйәндә, Дүртөйлө, Малаяҙҙа, Бөрөлә, ¤фөлә һ.б. ҡалаларҙа беренселекте генә алып ҡалмай, абсолют чемпион исемен яулай.
Радик Әүхәҙей улы Зәйнуллин милли көрәш буйынса ете тапҡыр Рәсәй чемпионы, 16 тапҡыр Башҡортостан чемпионы, дүрт тапҡыр двоеборье (штанга, гер), ике тапҡыр гер күтәреү буйынса республикабыҙ чемпионы була. РСФСР-ҙың спорт мастеры 1999 йылда инфаркт кисерә. Байтаҡ дауаланғандан һуң уға 2000 йылдың майында икенсе төркөм инвалидлығы бирелә.
Табиптарҙың көрәшмәҫкә ҡушыуына ҡарамаҫтан, 2003 йылда район һабантуйына сығып, еңеп, үҙенең батыр исемен тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.
Ҡатыны Альбина менән өс малайға ғүмер бирәләр. Альбина «Байрамғол» совхозында иҡтисадсы, бухгалтер булып эшләне. Ата-әсә балаларына яҡшы тәрбиә биреүгә көстәрен йәлләмәне, шуға ла егеттәр мәктәптә тырышып уҡынылар. Руслан да, Артур ҙа - көрәшселәр. Тик Радмир ғына футболды яҡыныраҡ күрҙе.
Әгәр Радик Әүхәҙей улының хеҙмәт кенәгәһенә күҙ һалһаң, унда бер генә яҙыу - киномеханик. Был эшен яратып башҡара ул. Шуға ла уны йыл да тиерлек «Социалистик ярыш еңеүсеһе» знагы менән наградлайҙар. Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап. Беренсе категориялы киномеханикка 1995 йылда «Рәсәйҙең почетлы кинематографисы» исеме бирелә.
Радик Зәйнуллин кино ғына күрһәтеп ҡалмай, үҙенә лә киноға төшөргә насип була. Төбәгебеҙҙә төшөрөлгән «Алтын атлы һыбайлы» киноһы эпизодында уға баһадир ролен башҡарырға тура килә.
2005 йылдың 18 июнендә Радик Әүхәҙей улы Зәйнуллин баҡыйлыҡҡа күсте. Радик көрәш өсөн, уны үҫтереү, йәштәрҙе көрәшкә ылыҡтырыу өсөн күп көс һалды. Ундағы ныҡышмалылыҡ, көс, етеҙлек барыһын да хайран ҡалдырырлыҡ ине. Шуға ла уның уңыштары бик ҙур булды. Ул үҙенең уңыштары менән бер ваҡытта ла маҡтанманы, ярҙамсыл, кешелекле булды. Награда, исем талап итеп күкрәк ҡаҡманы.
Радик Әүхәҙей улы гүр эйәһе булғас та ике йыл рәттән уның исемендәге призға Уральск ҡасабаһында милли көрәш ярышы уҙғарылды һәм бер нисә йылға онотолдо.
Тик 2012 йылда республика кимәлендә ҡалабыҙҙа тренер Айбулат Сафиндың тырышлығы менән ирекле көрәш буйынса балалар араһында Радик Зәйнуллин призына турнир уҙғарылды.
Быйылғы турнирҙың батырҙың тыуған ауылында үтеүе үтә отошло булды. Ойоштороусыларға ауылдаштары онотола барған ир уҙаманын иҫтәренә төшөрөүҙәренә рәхмәттәр уҡыны.
Радик Әүхәҙей улы менән бер командала көрәшеп йөрөүселәр: классик көрәш буйынса СССР-ҙың, милли көрәш буйынса РСФСР-ҙың спорт мастеры Ким Латипов, спорт мастерҙары Вадим Моратшин, Урал Шәйхисламов, Иршат Ирмикимов, Юнир Шаһиев, «Тәгәрмәс» шәхси предприятиеһы директоры Фәрүәз Мурдашев, «Строй заман»дан Айнур Хәйретдиновтың бағымсылыҡ күрһәтеүҙәре оло шатлыҡ булды. Әйткәндәй, Айнур Юлай улы бынан алда 2012 йылда районыбыҙ һабантуйына ололар көрәшенә электр станцияһы, йәштәргә мотоцикл бүләк иткәйне. Кинйәморатов Ишмораттың (мәрхүм) ҡатыны Зиләнең, Сәлимә Хафизованың ярҙамдары, Дамир Зариповтың ҡатыны Менәүәрәнең хәйер таратыуы Радикка ҙур хөрмәт күрһәтеү баһаһы булды.
Бер төркөм көрәшселәр - Рәмил Әхмәтйәнов, Йәүҙәт Сафин, Аусаф, Рәүеф Ишмөхәмәтовтар, Илдус Әсәҙуллин, яҡын дуҫтары, ағай-энеләре мәрхүмдең ҡәберенә сәскәләр һалды.
Ошо турнирҙы ойоштороусы егеттәр тураһында яҙмаһам, мәҡәләм тулы булмаҫ кеүек.
Рәүеф Ишмөхәмәтов - элекке көрәшсе, Ишмәкәй ауылы егете, хәҙерге көндә үҙенең шәхси предприятиеһын ойошторған.
Икенсе егетебеҙ - көрәшсе, тренер Фәһим Шакиров. Фәһим Зәйет улының уңыштары тураһында күп тапҡыр гәзит биттәрендә яҙылды инде.
Ауылды таҙартыуҙа, тәртипкә килтереүҙә Афғанстанда интернациональ бурысын намыҫ менән үтәгән егетебеҙ Мансур Кирамов ҙур әүҙемлек күрһәтте. Афарин, егеттәр!
Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә тренерҙарға аҡса түләй алмау сәбәпле милли көрәшкә иғтибар бер аҙ кәмей төштө. Ҡайһы ауылдарҙа йыл да ойошторолоп килгән турнирҙарҙың үтмәй ҡалыуы ла үкенесле. Ә Учалы районы көрәшселәре элек-электән дан тотҡан бит.
Көйәрмәндәребеҙ Илһам Әнүәровтың, Шәмсимөхәммәт Йосоповтың (икеһе лә мәрхүмдәр), Вадим Моратшиндың, Ким Латиповтың, Малик Минһажевтың, Фәйзрахман Ҡадировтың, Дим Сафиндың, Хәлил Әхмәтйәновтың, Илдус Әсәҙуллиндың, Урал Шәйхисламовтың, Хәлим Ғәлимовтың матур көрәштәрен һағынып иҫкә алалар.
Тыуған телебеҙ төп милли ҡиммәтебеҙ булған кеүек, милли көрәшебеҙҙе лә ошо рәткә ҡуйып уны һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрәйек.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Йәш көрәшселәр һынатмайЙәш көрәшселәр һынатмай
Ҡотой ауылы көрәшселәргә бай төбәк булараҡ дан алған. Ошо ауылдан сыҡҡан спортсыларҙың исеме районыбыҙҙа ғына түгел, унан тыш та киң билдәле.... Тотош уҡырға
Чемпион менән зарядкаЧемпион менән зарядка
Бөтә Рәсәй буйынса уҙған «Чемпион менән зарядка» акцияһына учалылар ҙа әүҙем ҡушылды. Иң тәүҙә, «Таусы» стадионының гимнастика залында 41 кеше... Тотош уҡырға
Һабантуй батырҙарыҺабантуй батырҙары
Тамашасылар ат сабышы яланындағы ҡыҙыу ярышты күҙәткән арала көрәш майҙансығында ла хистәр ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Төп приз - тәкәне быйыл ҡайһы батыр... Тотош уҡырға
Ғәлин иҫтәлегенәҒәлин иҫтәлегенә
Йәшләй баҡыйлыҡҡа күскән күренекле көрәшсе яҡташыбыҙ, спорт мастеры Ғайсар Ғәлин иҫтәлегенә турнир үткәреү хәҙер инде традицияға әйләнде. Быйыл был... Тотош уҡырға
Ветерандар кубогынаВетерандар кубогына
15 декабрҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығы яҡынлашыу айҡанлы яугир-интернационалистар кубогына дзю-до буйынса турнир үткәрелде.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.