» » Үткәндәргә кире ҡайтып

Үткәндәргә кире ҡайтып15.06.2015

(Дауамы. Башы 64-65-се һандарҙа).
Әсмә апайҙың яҡты иҫтәлеге хаҡына мәҡәләнең алдағы өлөшөндә телгә алынған очеркты биреү артыҡ булмаҫтыр:
Дүртенсе көн инде яуа ла яуа. Әйтерһең дә, күктең төбө тишелгән һәм хәҙер гел шулай ямғыр яуып торасаҡ. Юҡ. Шулай ҙа көҙгө ямғыр кеүек ялҡытҡыс түгел был яҙғы ямғыр. Ана ҡара, Ҡапсығай тауындағы ағастар эҫелеккә түҙә алмайынса һарғая, үләндәр ҡорой башлаған ине бит, ә хәҙер, күр, ниндәй матур, үҙҙәренең йәшел шәлдәренә төрөнөп, тәбиғәтте тағы ла йәмләндереп ебәрҙеләр. Ә көҙгө ямғыр булһа ни эшләр ине?
Эх, ғүмер! Йылдар, йылдар! Һинең һәр миҙгелеңдең үҙенә күрә күркәмлеге, матурлығы бар. Ямғырлы көҙ етһә, матур яҙҙы һағынаһың, эҫе йәйең килһә, һалҡын ҡышты көтәһең һәм ғүмереңдең тын ғына аҡҡан йылға кеүек ағып китеүен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

Әсмә апай Мөслимова, ошондай уйҙарҙан арына алмай, бүлмә буйлап ары-бире йөрөй. Ә уйҙар бер туҡтауһыҙ башҡа керәләр ҙә керәләр. Ул өҫтәл тапҡырына еткәс, туҡтаны ла:
«Берәй эшләнмәй ҡалған эш ятмаймы шунда?» - тигән кеүек, бүлмәгә күҙ йүгертеп сыҡты. Бүлмәнең һәр мөйөшө, ундағы һәр әйбер бөхтә итеп йыйыштырылған, һауыт-һаба ла йыуылған, үҙ урындарын алған. Артыҡ бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тапмағас, ул өҫтәлдә ятҡан конвертты ҡулына алып бер аҙ ҡарап торҙо ла, кире урынына һалды.
Редакциянан килгән хат ине ул. Быныһы инде икенсе хат. Юбилей алды йөкләмәләрен үтәүҙә совхоз хеҙмәтсәндәренең уңыштары хаҡында яҙыуҙы һорап ебәрелгән хат ине ул. Эйе, әле ҡасан ғына иң артта һөйрәлгән хужалыҡ һуңғы йылдарҙа районда ғына түгел, республика күләмендә лә алдынғылар рәтенә күтәрелде. Халыҡтың көнкүреш шарттары ла күҙгә күренеп яҡшыра. Әле ҡасан ғына уның «Байрамғолдоң байрамһыҙ көндәре» мәҡәләһе күпме шау-шыу тыуҙырғайны. Һис шикһеҙ, алдынғылар тураһында яҙырға кәрәк, әммә бөгөн нишләптер ҡулға ҡәләм алаһы килмәй. Материалдар ҙа тупланған. Ана, Байрамғол бүлексәһе һауынсыһы Мәхмүҙә Шәрипованың яңы ғына түшенә «Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ» орденын тағып төшкән фотоһы ла шунда уҡ ята. Тик баштағы ниндәйҙер буталсыҡ уйҙар һис тә ташлап китәһе килмәйҙәр…
Өй һалҡынайып киткәндәй булды. Әсмә апай иңенә ҡалын мамыҡ шәлен һалды ла, тәҙрә алдына килеп баҫты: «Төш тә етеп килә икән, оҙаҡламай улым да ҡайтып керер, ә мин сәй ҙә ҡуймағанмын», - тип тәҙрә быялаһындағы быуҙы һөртөп, тышҡа ҡараны. Унда һаман шыбыр-шыбыр ямғыр яуа. Бына бер төркөм балалар шау-гөр килеп, тәҙрә алдынан үтеп киттеләр. Көсөк, Сораман ауылдары балалары дәрестән ҡайталар. Күпме йылдар инде улар мәктәпкә килгәндә лә, ауылдарына ҡайтҡанда ла уның өйө алдынан үтәләр. Яҙын-көҙөн Яйыҡ йылғаһын Өскисеү аша иртәһен-кисен кисеп сығалар, ҡайтҡанда ла йәйәүләп үтәләр. Зарлана ла белмәй бит үҙҙәре! Эх, балалар, балалар! Барыбер ни тиклем бәхетлеһегеҙ һеҙ! Ә беҙгә бит бының бер өлөшө лә теймәне. Ни тиклем ҙур тәжрибә туплаған юғары белемле уҡытыусылар уҡыта һеҙҙе, ә ул йылдарҙа? Уҡый-яҙа белгән 14-15 йәшлек уҡытыусылар Совет иленең беренсе ҡарлуғастары ғына ине бит улар. Һеҙ бит әле был тормоштоң нисек башланыуын да белмәйһегеҙ, белһәгеҙ ҙә, тик китаптан уҡып ҡына йә ололарҙың һөйләүе буйынса ғына. Әҙме ҡорбандар талап итте ул, әҙме ҡан ҡойолдо?!
Ә һеҙ көләһегеҙ, шатланаһығыҙ, был турала күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Бәлки шулай хәйерлерәктер? Юҡ, һеҙ белергә, уҡып булһа ла белергә тейешһегеҙ…
Мәктәп! «Мин мәктәпкә барам!» «Мин уҡыйым!» Ни тиклем ғорурлыҡ ошо һүҙҙәрҙә.
Эй һөйөклө изге мәктәп,
Ашҡынам һиңә табан.
Һин яғымлы, һин матурһың,
Һин ғәзиз мең мәртәбә.
Һин ғилемдең шишмәһе,
Рухымды һуғарған да һин,
Йәмле, ләззәтле матур уй
Һалған да һин.
Һиндә бит нур, һиндә бәхет,
Эй сәғәдәт баҡсабыҙ.
Етте тупланыр ваҡыт, тип
Шатланабыҙ барсабыҙ.
Инде түҙмәй йәш йөрәгем,
Ашҡынам һиңә табан.
Һин һөйкөмлө, һин баһалы,
Һин ғалим мең мәртәбә.
Туҡта, ниндәй шиғыр һуң әле был? Үҙенең тәүге тапҡыр яҙа башлаған шиғырҙарының береһе түгелме һуң?
Әсмә апай ниҙелер иҫенә төшөргәндәй, тиҙ генә иңенән шәлен алып, ултырғыс артына элде лә, стенала эленеп торған карточка рамына үрелде. Уның артынан ярайһы уҡ таушалып, һарғая-иҫкерә башлаған ҡалын дәфтәрен килтереп сығарҙы. Өҫтәл артына барып ултырып, яйлап ҡына күҙлеген кейҙе лә, үтә ҡәҙерле әйбергә тотонған кеүек ҙур һаҡлыҡ менән дәфтәрҙең тәүге битен асты. Ысынлап та, үтә ҡәҙерле дәфтәр уның өсөн. Әле 15 кенә йәшендә, башлап Ахун мәктәбендә уҡыта башлаған сағында, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы исеменән бер үҙе айына ике тапҡыр сығарып килгән «Ирек йондоҙо» журналы һандары бит был. 1919-1920 йылдарҙың иҫтәлеге, шулай булғас нисек ҡәҙерләмәйһең инде. Ул ваҡытта әле башҡорт теленең үҙ яҙмаһы ла юҡ ине, шул сәбәпле ғәрәпсә яҙырға тура килде. Журналдың рәссамы ла, мөхәррире лә, яҙыусыһы ла, хәбәрсеһе лә үҙе булды. Журнал тышлығының иң башына «Берләшегеҙ, башҡорт-татар ҡатын-ҡыҙҙары» тип, ә унан түбәнерәк матур итеп «Ирек йондоҙо» һәм:
Был - беҙҙең күңелдә
Йәшерелгән тойғолар.
Был - беҙҙең киңлек теләп
Типкән йөрәктәге уйҙар.
Был - фәҡәт ҙур инҡилап
Йөрәкте тибрәткәндә бик,
Йәш күңелдәрҙән сығып
Бәйләнгән бер изге букет, -
- тип яҙып ҡуйылған. Яҙырға ҡараһы ла булманы бит ул саҡта. Һөткә ҡором болғап ҡара яһап алырҙар ине. Журналға төрлө исемдәр аҫтында үҙенең шиғырҙарын яҙыр, мулла-байҙарға ҡаршы көләмәсле мәҡәләләрен, йәш Совет республикаһының яңы тормош төҙөүҙәге уңыштары хаҡында яҙып, китапханаға илтеп тапшыра ине. Был журналды бер генә кеше сығарыуын китапханасынан башҡа һис кем белмәй ине. Ә ниндәй болаш була торғайны ул журналды тотоп уҡыр өсөн! Ахыр сиктә сиратҡа яҙыла торғайнылар.
Эй, тынғыһыҙ ғүмер! Һин тын ғына ағаһың да, ҡапыл таштар ватып, урғылып аҡҡан шарлауыҡҡа әйләнәһең, алдан ҡоролған хыялдарҙы селпәрәмә килтереп, бөтөнләй башҡа йүнәлештә аға башлайһың. Бына бит яңы тормош башланыуына ярты быуат ғүмер уҙҙы, ә барыһы ла кисә генә булған кеүек күҙ алдынан уҙалар. Хәҙер, күр, ниндәй матур тормошта йәшәйбеҙ, әҙме юғары белемгә эйә булған кешеләр тик үҙебеҙҙең ауылда ғына иҫәпләп бөтөрлөк түгел. Ә ул йылдарҙа нисек ине һуң?
Тағы ла 20-се йылдарҙағы ваҡиғалар Әсмә апайҙың күҙ алдынан, кино таҫмаһындай, берәм-берәм үтә башланылар. Бына, бер төркөм ауыл ҡарттарын эйәртеп, кәзә һаҡалдарын һелкә-һелкә, таяҡ менән ҡоралланып хәлфә, мулла һәм уның ҡуштандары 15 йәшлек уҡытыусының өйө янына туҡтайҙар. Һәм уны динһеҙлектә ғәйепләп, ауылдан ҡыуыу менән янайҙар, уҡытыуын ташлауҙы талап итәләр. Әммә ул был талаптарҙы үтәргә ризалыҡ бирмәй. «Динһеҙ, иманһыҙ!», «Таш менән бәргеләп үлтерергә кәрәк үҙен!», «Ауылдан ҡыуырға!» - тағы әллә ниндәй әшәке, ләғнәт һүҙҙәре яуа йәш бала йөҙөнә. Ул ирекһеҙҙән ҡулдары менән ҡолаҡтарын баҫа. Ошо килеш байтаҡ ултырғандан һуң, йәнә дәфтәр юлдарына күҙ терәй.
Эйе, ул ваҡытта әле яңы ғына 15 йәше тулған сибек кенә бер бәләкәс ҡыҙыҡай ине бит. Әммә муллалар өсөн иң ҡурҡыныс, иң дәһшәтле кеше ине ул. Бер көн клубта, ҡатын-ҡыҙҙар азатлығы тураһында доклад һөйләгәнендә уны таяҡ менән һуғып йығалар. Әгәр шунда үҙен яҡлап алып ҡалыусылар булмаһа, мулла өгөтөнә төшөүсе ҡоторған бәндәләр нимә эшләмәҫ ине?! Ә ауылдың ике-өс бисәле ирҙәре ниндәй була торғайны һуң? Ошолар күҙ алдына килгәс, Әсмә апай ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы.
1924 йылда булһа кәрәк, күп ҡатын алыуҙы тыйыу һәм тик береһе менән генә никах теркәү тураһында закон сыҡҡас, ике ҡатынлы ирҙәр оло бисәләрен ауырыу итеп күрһәтеп, йәше менән ҡалыу юлын эҙләйҙәр. Ошо хаҡта яҙып биреүен һорап уға - Әсмәгә киләләр. Ләкин йәш уҡытыусының ундай бысраҡ эштәр менән булышмаясағын белгән байҙар унан ҡотолоу сараларын эҙләйҙәр, һәр мөйөштә уны һағалайҙар. Тик ярлы-ябағаның һөйөклө туғанына, ҡыҙына әүерелгән уҡытыусыны ҡурҡытыуы ҡыйын икәнлекте лә күҙ алдына килтерәләр. Ауыр ине ул йылдар! Үҙ ғүмереңде һаҡлап ҡалыу, ошо, бөгөнгө тормошто төҙөү өсөн ҡай ваҡытта көн дә фатир алыштырырға, улай ғынамы һуң, бөгөн һикелә йоҡлаһаң, иртәгеһен ҡаҡ иҙән дә төн уҙғарырға ла тура килә ине бит. Ошо бөгөнгө матур тормошто төҙөү өсөн, хәҙерге быуындың шат киләсәге өсөн түҙергә кәрәк ине һәм беҙ түҙҙек, аҙналар буйы бер ҡабым икмәк күрмәгән саҡтар ҙа әҙ булманы, әммә ул да беҙҙең теләкте емерә алманы, алдыбыҙға ҡуйылған тормош талабын үтәп, бөгөнгө гүзәллеккә нигеҙ һалдыҡ.
Тап шул мәлдә, уның уйын хуплағандай, болоттар араһынан ҡояш сыҡты. Сыҡты ла, үҙенең иркә йылы нурҙарын тирә-яҡҡа һибеп: «Кешеләр, тыныс булығыҙ! Был - ергә байлыҡ-муллыҡ килтереүсе Май ямғырының айырылғыһыҙ юлдашы, бәхет нуры - Ҡояш!» - тигән кеүек, яғымлы йылмайҙы ла, тағы болоттар араһына кереп юғалды. Ләкин был оҙаҡҡа түгел, бына көн аяҙыр һәм ул үҙенең бәхет нурҙарын тағы ла ергә һибер.
Лиф НӘҒИМЙӘНОВ.
Маяҡ ауылы. 1967 йыл.

Заман күҙлегенән ҡарап
«Май ямғыры» очергы донúя күргәс күп тә үтмәй партия ҡала комитеты бюроһының ҡарары менән Әсмә апай Мөслимова исемендәге премия булдырылды. Ул 1994 йылға тиклем - район һәм ҡала хакимиәттәре ҡушылғанға тиклем һәр йыл аҙағында районыбыҙҙың алдынғы кешеләрен данлаған, үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған иң яҡшы мәҡәлә, һүрәтләмә, очерк һәм башҡа әҫәрҙәрҙең авторҙарына һәр йыл аҙағында хәбәрселәр йыйылышында тапшырылыр ине.
Хәҙер ошо ваҡиғалар иҫкә төшһә, ниңә беҙ бик тиҙ шундай матур йолаларҙан ваз кистек һуң, тигән һорау тыуа. Халыҡ менән осрашып асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр ҙә бөттө түгелме? Уның барлығын һайлауҙар алдынан ғына иҫкә төшөрәбеҙ түгелме? Әле күптәнме генә ауыл, район Советтары сессияларының ишектәре асыҡ булыр ине. Унда төрлө ҡатлам вәкилдәре ҡатнашып, халыҡ үҙ фекерен еткерер ине. Был нимә, хәҙер халыҡ менән осрашыуҙан ҡурҡабыҙмы, әллә уға әйтер һүҙебеҙ юҡмы? Гәзиттәрҙең кәмендә дүрттән бер өлөшө реклама менән тулы. Телевизорҙа яҡшы тапшырыуҙар һәр 3-4 минут һайын өҙөлөп, 5-6 минут реклама бирелә. Белгәне лә, белмәгәне лә кисәге Совет осорон һүгә, имеш, интеккәндәр, ас булғандар һәм башҡа. Эйе, еңел булмаған үткәндәр. Улар - беҙҙең ата-бабайҙарҙың, әсәй-өләсәйҙәрҙең өлөштәренә төшкән көмөшө, яҙмышы. Әммә уларҙың һыҡтанғанын берәй күрҙегеҙме? Иртә таңдан йыр менән бесәнгә йәки ырҙынға эшкә китеп, йыр менән эштән ҡайтҡан атай-әсәйҙәрегеҙҙе, ағай-апайҙарығыҙҙы оноттоғоҙмо? Шул ғаиләләрҙә тыуып үҫеп, белем алып, юғары уҡыу йорттарына бер тотҡарлыҡһыҙ, әгәр белемгә ынтылыш булһа, кереп уҡыр ҙа, бер тотҡарлыҡһыҙ эшкә урынлашыр, ең һыҙғанып эшләп киткәндәр беҙ - һуғыш аҙағында, һуғыштан һуң тыуған балалар түгел инекме? Әле күптән генәме һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын оло хөрмәт менән мәктәптәргә класс йыйылыштарына, пионер сборҙарына, клуб, китапхана сараларына саҡырып осрашыуҙар үткәреү йолалары ғәҙәти хәл ине түгелме? Ауылдағы һәр бала кем ниндәй орден-миҙал менән наградланғанын белә ине түгелме? Ярай, был фәлсәфәүи һорауҙар икенсе ваҡытҡа ҡалып торһон. Әлегә мәҡәлә башына әйләнеп әйтәһе һүҙем бар.
Оҙаҡ йылдар «Ураҡ һәм Сүкеш» гәзитен етәкләгән Рәүеф ағай Насиров был донúяла ифрат яҡты эҙ ҡалдырып китте тиһәк, хата булмаҫ. Ул башлаған, үҙе инанған эште, ниндәй ауыр булыуына ҡарамаҫтан, аҙағына тиклем еткерер ине. Районыбыҙҙың мәшһүр шәхестәре - граждандар һуғышы геройы, Башҡортостан автономиялы республикаһын төҙөүгә ҙур өлөш индергән Муса Мортазинды, Бөйөк Ватан һуғышы геройы, тәүгеләрҙән булып тиҫтәләгән иптәштәрен үлем тырнағынан алып ҡалыр өсөн үҙ күкрәге менән фашист дзотын ҡаплаған Александар Матросовтың Ҡунаҡбай егете Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуын иҫбат итеп ил күләмендә күтәреүсе ул булды. Ошо ике хеҙмәте менән генә лә ул үҙенә бөйөк һәйкәл ҡуйҙы түгелме?
2015 йыл - тарихи ваҡиғаларға бай йыл. Беҙҙең илебеҙ, халҡыбыҙ менән бергә бөтә донúя фашизмды тар-мар итеүҙең 70 йыллығын билдәләнек. Районыбыҙ менән бергә күпселек ауыл Советтары үҙҙәренең 85 йәшен туйлаясаҡ. Ошо йәһәттән Рәүеф Насировтың Учалы ҡалаһында йәшәгән йортона йәки «Учалинская газета» урынлашҡан бина стенаһына таҡтаташ ҡуйғанда, шулай уҡ районды, уның тарихын, кешеләрен данлаған әҫәрҙәр авторҙарын дәртләндереү маҡсатында Рәүеф Насиров исемендәге премия булдырғанда, яҙыҡ булмаҫ ине моғайын!

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Һағындыра мәктәп йылдарыҺағындыра мәктәп йылдары
Сентябрь етһә мәктәпкә йөрөп балаларҙы ҡаршы алыуҙарым күҙ алдарыма килә лә баҫа. Быға ғәжәпләнерлек тә түгел инде, сөнки ғүмеремдең күпселек өлөшө... Тотош уҡырға
Кем бәхетле?Кем бәхетле?
Тышта йәйге төн. Баҡсала сиңерткәләр сырылдаша. Cирендең хуш еҫтәре асыҡ тәҙрәнән бүлмәгә инеп тарала. Ә һауала йым-йым килеп йондоҙҙар серле... Тотош уҡырға
Хәтерҙә ныҡлы уйылғанХәтерҙә ныҡлы уйылған
«Дин һәм милләт айырмаһына ҡарамаҫтан, кешеләргә ярҙам итеү - иң юғары гуманистик сифат һанала». Фатих Кәрими. Күпте күргән, күпте кисергән илебеҙ... Тотош уҡырға
Юл буйында яңғыҙ ҡайынЮл буйында яңғыҙ ҡайын
Ер йөҙөнә йомарт көҙ килде. Ул үҙенең төрлө төҫтәге буяуҙарын тирә-яҡҡа һипте. Баҫыуҙар алтынға мансылды. Ә урманда шундай саф һауа. Ағастарға ҡара... Тотош уҡырға
Һынауҙарға бирешмәйҺынауҙарға бирешмәй
Йәмле Миндәк йылғаһы буйында, тауҙар ҡосағына һыйынып ҡына ултырған Байрамғол ауылында икенсе бала булып донъяға ауаз һалған малайға Рәфҡәт Игликов... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.