» » Йәш сәсәндәр һынатмай

Йәш сәсәндәр һынатмай14.07.2015

Йәш сәсәндәр һынатмайЙәмле Бөрйән районы ерендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы уҙҙы. Быйыл ул 17-се тапҡыр ойошторолдо. «Ағиҙел» лагерында зональ этапта еңеп сығыусы республикабыҙҙың 28 командаһынан 112 кеше көс һынашты. Учалы районы уҡыусылары йыл һайын ярышта үҙ оҫталығын күрһәтеп, төбәк данын яҡлай. Бына быйыл да Учалы ауылы башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусылары Булат Шәрифйәнов, Дим Шаһабутдинов, Эмиль Варин һәм Мулдаҡай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зарема Әминева вәкилләгән команда ҙур уңышҡа өлгәште.
Ярыш ике этапта уҙа. Тәүгеһендә эпосты тулыһынса ятлаусылар көс һынаша. Улар араһынан гран-прины беҙҙең Зарема яулай! Ҡобайырҙан өҙөк сәхнәләштереүҙә лә беҙҙекеләр алдынғылыҡты бирмәй. Һөҙөмтәлә, Учалы командаһы юғары баҫҡыс - I урында.

Мулдаҡай ауылы ҡыҙы Зарема конкурста тәүге йыл ғына ҡатнашмай. 2014 йыл республикала I урынға өлгәште ул. Эпосты ятлауҙы йәш сәсәниә түбәнге кластарҙа уҡ башлай. Халыҡ ижадына һөйөүҙө унда Мулдаҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Әминева уята. 8 класта етәксе менән уҡыусы эшкә етди тотоналар - «Урал батыр» эпосын ятан һөйләүселәр конкурсының республика этабына сығыу маҡсат итеп ҡуйыла. Әлбиттә, 4500-ҙән ашыу юлдан торған тексты тулыһынса хәтерҙә ҡалдырыу ауыр хеҙмәт. Был эш көн һайын атҡарылған. Зарема әйтеүенсә, ул тәбиғәттән бирелгән феноменаль хәтергә эйә түгел, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм теләк булһа һәр уҡыусы ҡобайырҙы үҙләштерә ала.
Быйыл Зарема һәм Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы Бөрйәнгә элек булған кәмселектәрҙе бөтөрөп, башҡа сығыш яһаусыларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашып, яңы көс һәм илһам туплап баралар. Төп маҡсат итеп гран-при алыу ҡуйылмай. Иң мөһиме - башҡаларҙан айырылып торған, кешеләрҙе һоҡландырған һәм хайран ҡалдырған тамаша күрһәтеү, шуның менән ҡобайырға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу, нәфис һүҙ сәнғәтен үҫтереү.
Тасуири, хис-тойғо менән, жюри теләгән урындан яңылышмай, тулҡынланмай тексты яңғыратыуҙан тыш, Зарема сығышын думбыра, ҡумыҙ, дөңгөр менән уйнауҙа биҙәй. Билдәләп үтергә кәрәк, тағы ла ҡош тауыштарын сығарыусы үҙенсәлекле музыка ҡоралы - хайран файҙаланыла. Музыка оҫталығы дәрестәрен Заремаға уҡытыусыһы - Сәлим Йәшелбаев бирә. Уйнауҙан тыш, йырлап та ебәрә ҡыҙыҡай.
Билдәле яҡташыбыҙ, фольклорсы Ғәрифә Кудрявая Бөрйән ерендә сығыш яһау өсөн йәш сәсәниәгә «Тәңре» бейеүенә тип тегелгән, XVIII быуатҡа ҡараған костюмды кейеүҙе тәҡдим итә. Һәм, ысынлап та, Зареманың ҡабырсаҡтар тағып, орнаменттар менән биҙәлгән, киндергә оҡшаған туҡыманан тегелгән үҙенсәлекле күлдәге, башындағы сағыу ҡашмауы башҡаларҙың костюмынан ҡырҡа айырыла һәм жюри ағзаларына, тамашасыларға көслө тәьҫир итә. өҫтәүенә, шартына килтереп, аяғына ябай ситек түгел, ә ҡата кейеп сыға ул. Быларҙың барыһы ла беренселек өсөн ярышҡан Илеш, Салауат райондары вәкилдәрен артта ҡалдырып Учалы ҡыҙына гран-приға өлгәшергә ярҙам итә. Жюри ағзаһы булған сәсәниә Розалия Солтангәрәева ул сығыш яһағанда: «Шул тиклем тәбиғи башҡарыу, думбырала уйнау оҫталығы!» - тип хайран ҡала.
Конкурстың икенсе этабында Учалы командаһы Шүлгәндең Уралдан серле таяҡты алыуы, бөтә донъяны Туфан һыуы баҫыуы, Зәрҡүмдең Һомайҙы йотоуы һәм Аҡбуҙаттың уны ҡотҡарыуы өҙөгөн сәхнәләштерәләр. Учалы ауылы башҡорт гимназияһының өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры артистары был юлы ла районыбыҙ намыҫын лайыҡлы яҡлай. Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Хәкимова етәкселегендә әҙерләнгән команда көслө сығыш яһай. Улар жюри иғтибарын артислыҡ һәләттәре, ролдәрҙе аңлап, үҙҙәре аша үткәреп башҡарыуы, сағыу декорациялары менән йәлеп итә.
Учалыларҙы аяҡ өҫтө тороп алҡышлаған жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙы маҡтау һүҙҙәре, йылы теләктәре һәм приздар менән бүләкләй. Еңеүсе команда ағзалары РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның Рәхмәт хаты һәм махсус приз - кеҫә телефондарына, БР Мәғариф министрлығының дипломдарына лайыҡ булалар. Ятлау өсөн Заремаға планшет тапшырыла. Бынан тыш, гран-при яулаусы һәм уның етәксеһе РФ Президенты грантына эйә булалар.
«Урал батыр» республика конкурсы уҡыусыларға үҙ көстәрен һынау, еңеүҙәр яулау мөмкинселеген генә бирмәй, ә йәш һәләтлеләрҙе рухи яҡтан үҫтерә, байыта. Бер нисә көн барған ярыш араһында төрлө район балалары дуҫлаша, аралаша, бынан тыш, жюри составында булған абруйлы шәхестәр менән осраша, уларҙың фәһемле фекерен тыңлай. Бына инде икенсе йыл рәттән Бөрйәндә үткән конкурс юғары ойоштороу кимәле менән дә айырылып тора.
Киләсәктә Зарема Әминева мәктәпте уңышлы тамамлап, гуманитар йүнәлеш буйынса белем алырға, матбуғат йәки телевидение өлкәһендә эшләргә ниәтләй. өлгәшкән уңыштары өсөн ул етәксеһенә, музыка уҡытыусыһына, командаһына ҙур рәхмәтен белдерҙе. Бынан тыш, уны һәр саҡ аңлап, башланғыстарын хуплап торған ата-әсәһе – Винера Фәтих ҡыҙына һәм Вәхит Бәһемән улына, барлыҡ туғандарына йылы теләктәрен еткерҙе. Йәш сәсәниәгә: «Афарин!» - тиергә генә ҡала.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Учалылар - ҡумыҙ байрамындаУчалылар - ҡумыҙ байрамында
Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы - ҡумыҙҙа уйнау ҙур популярлыҡ яулай. Был үҙ халҡыбыҙҙың милли традицияларын тергеҙеү программаһы... Тотош уҡырға
Моң байрамыМоң байрамы
Йыл һайын һәләтле һәм дәртле балалар өсөн бөтә Рәсәй йәш музыканттар конкурсы уҙғарыла. Күмертау, Октябрьск, Өфө ҡалаларында үтәсәк быйылғы ярыш... Тотош уҡырға
«Байыҡ» еңеүселәре«Байыҡ» еңеүселәре
Күгәрсен районында алтынсы йыл рәттән «Байыҡ» республика балалар конкурсы үтте. Унда 3 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен яратыусылар... Тотош уҡырға
Беренселек беҙҙәБеренселек беҙҙә
Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең XVI республика конкурсы уҙҙы. Унда Башҡортостан буйынса 250-нән ашыу... Тотош уҡырға
«Урал батыр» йондоҙо«Урал батыр» йондоҙо
Мәҙәниәт йылы айҡанлы майҙың йәмле көнөндә, мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһендә мәртәбәле сара үтте. Иртәнсәктән старт алған «Урал батыр» эпосын яттан... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.