» » Яҡты рухын һаҡлайбыҙ

Яҡты рухын һаҡлайбыҙ28.07.2015

Ни тиһәң дә, бәхетле булған минең атайым - уға һуғыштан әйләнеп ҡайтырға яҙа, ә байтаҡ ауылдаштары яу яланында ятып ҡала.
Борхан Нурлығаян улы Нафиҡов 1910 йылда Мулдаш ауылында тыуа. 5 йәшендә генә атайһыҙ ҡала. Әсәһе ҡулында, шулай уҡ, Хәкимә апаһы һәм Хәҙисә һеңлеһе булалар.
Әйткәндәй, Хәҙисә апайҙың тормош иптәше Хәмзә еҙнә лә һуғышта ҡатнашҡан. Әсирлеккә эләгә, үҙебеҙҙекеләр азат иткәс, илбаҫарҙарға ҡаршы һуғышыуын дауам итә. Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡас, 7 йылға төрмәгә ултыртып ҡуялар
.
Атайһыҙ Борханға тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә. Әминә өләсәй балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ир-ат урынына эшләй. Теремек, эшкә тилбер улы хәленән килгәнсә әсәһенә ярҙамлаша. Улына ҡарап: «Кил әле, үҫкәнем. Бигерәк атайыңа оҡшағанһың, татарым минең», - тип яратыр булған. Беҙгә һәр саҡ ни өсөн татар, беҙҙең олатай кем булған һуң тигән һорау ҡыҙыҡ ине. Ике йыл элек Фәүзиә һеңлебеҙ архивҡа һорау ебәреп, олатайыбыҙҙың Илеш районы, Иғмәт ауылынан икәнен асыҡланы.
Олатайыбыҙ заманына күрә уҡымышлы кеше булған. Өләсәйебеҙ һөйләй торғайны: «Нурлығаян күҙ бәйләүсе ине. Бесән ваҡытында ҡырҙа, ял иткән арала артынан йыландарҙы эйәртеп йөрөтөр ине.
Бер көндө, йәйге эҫелә, Фәхерниса килен йүгереп килеп инде: «Улыма әллә нимә булды, ағас төбөнә ятып йоҡлап киткән булған. Нурлығаян еҙнә, ҡарап ҡына ебәр әле!» - ти илап. Ул тиҙ генә ҡулын йыуҙы ла баланы ҡарай башланы.
- Улыңдың эсенә йылан кергән. Бөтәгеҙ ҙә тышҡа сығып тороғоҙ! - тип бойорҙо.
Байтаҡ ҡына ваҡыттан ишек асылды. Нурлығаян ҡулында ике йылан тотоп тора ине».
Бер көндө, ҡышҡы һалҡында, олатайыбыҙ урыҫ еренә утынға бара. Юлда бесән тейәгән урман ҡарауылсыһы осрай. Ул ныҡ асыуланып, штраф һалмаҡсы була. Олатайыбыҙ:
- Знакум, у тебя сено горит! - ти икән.
Штраф ҡайғыһы китә. Олатайыбыҙ ҡасып ҡотола. Шундай ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарыған ул.
Атайыбыҙ ауырлыҡтарға бирешмәй, мөһабәт кәүҙәле, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле булып буй еткерә. Ауылдың абруйлы ҡыҙыл командиры Сыртлан Ураҙаевтың егәрле, уңған ейәнсәре Сәүҙәне кәләш итеп ала. Атайыбыҙ оҙон көйҙәрҙе бик оҫта башҡара, ҡурайҙа уйнай.
Һуғышҡа китер алдынан ғаиләһен Мулдаштан дүрт саҡрым ятҡан Силәбе өлкәһе Октябрьск ауылына күсерә. Фронтҡа Мейәс хәрби комиссариатынан китә.
Бала саҡта атайым беҙҙе эргәһенә йыйып, һуғышта күргән-кисергәндәрен һөйләй торғайны. Һәр ваҡыт һүҙен: «Аллаһҡа шөкөр, бына бит, теләктәрем ҡабул булды. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, балаларымды һөйөп ултырам», - тип башлай ине. Ул әсенеп һөйләгән, күңелде тетрәндергән ваҡиғаларҙы мин бер ваҡытта ла онотмайым.
Курск дуғаһында барған ҡаты алыштар ваҡытында, дошмандан азат ителгән бер ауыл аша үткәндә, атайым бала илаған тауыш ишетә. Йүгереп өйгә инә, ә унда әсәһенең үле кәүҙәһе эргәһендә 4-5 йәшлек малай илап ултыра. Атайым баланы шинель итәгенә төрөп, командир рөхсәте менән штабҡа алып бара ла үҙе иптәштәре артынан китә.
- Ҙур булмаған йылға янында дошман менән алыш бара. Һуғыш туҡтап торған арала командир һалдаттарға һыу алып килергә ҡушты. Бер-бер артлы киткән һалдаттар барыһы ла һәләк булды. Сират миңә етте. Шыуыша-шыуыша йылғаға яҡынлаштым, ә һыуҙа иптәштәремдең үле кәүҙәләре… Тирә-яҡта дошман пулялары һыҙғыра. Ләкин оҙаҡ уйларға ваҡыт юҡ. Тиҙ генә һыу алып, кире иптәштәрем янына шыуышып киттем, - тип һөйләне атайым.
Өс иптәше менән дошман тылынан «тел» алып ҡайтҡанда һул ҡулы яралана. Госпиталдә оҙаҡ ҡына дауалана, ләкин гангрена башланып, ҡулын киҫәләр.
Һуғыштан ул сержант дәрәжәһендә әйләнеп ҡайта. Яугирҙы әсәһе, ҡатыны, өс улы көтөп тора. Тағы дүрт ҡыҙға ғүмер бирәләр улар.
Һыңар ҡуллы булһа ла, бер эштән дә ҡурҡманы ул: бесәнен дә сапты, утынын да ҡырҡты, кәбәнен дә һалды. Бөтәбеҙҙе лә эшкә өйрәтте. Тәмәке тартманы, бер ваҡытта ла һүгенмәне. 16 һум пенсия ала ине. Ҙур ғаиләне аяҡҡа баҫтырырға кәрәк - йәй буйы бесән эшләйбеҙ - 70-80 йөк булғандыр, моғайын. Ауыл янындағы ерҙәр колхоздыҡы, алыҫ Уралда әҙерләй инек бесәнде.
Ҡышҡыһын атайым бесәнде һыңар ҡулы менән тейәп килтерә лә төнөн Мейәс баҙарына һатырға алып китә. 25-30 һумға һата, ә беҙ уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә инек. Ул бер ваҡытта ла буш ҡайтманы - крәндил, кәнфит, перәник алып ҡайтыр ине.
Беҙ, ҡыҙҙары, уның ауыр эштән тупаҫланып бөткән һыңар ҡулын һабынлап йыуабыҙ, ойоҡбаштарын систереп, киптерергә ҡуябыҙ.
Атайым биргән өгөт-нәсихәттәр әле булһа ҡолаҡ төбөндә: «Кешенекенә теймәгеҙ, ярҙамығыҙға мохтажға ярҙам итегеҙ, бер эштән дә ҡурҡмағыҙ, уҡырға тырышығыҙ». Тыуған ауылы янындағы күлдең уртаһында уның исемен йөрөткән утрау бар - ҡул менән алтын йыуғанда өйөлгән таштарҙан барлыҡҡа килгән ул «Борхан отвалы».
Һуғыштан һуң атайым оҙаҡ йылдар урман ҡарауылсыһы булып эшләне. Ул заманда ултыртылған ҡарағайҙар майҙаны икһеҙ-сикһеҙ. Мин шул мәғрүр ҡарағайҙар араһында йөрөргә яратам, улар миңә атайымды хәтерләтә.
Атайым 80 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Беҙ уны бик һағынабыҙ. Атайымдың яҡты рухы балаларында - 18 ейән-ейәнсәрендә, 33 бүлә-бүләсәһендә йәшәй.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Өс һуғыш ветераныӨс һуғыш ветераны
1978 йылда Ҡотой ауылында киномеханик булып эш башланым. Клубҡа көн дә олпат кәүҙәле бер бабай кино ҡарарға килә ине. Үҙе ябай, хәбәрҙе күп һөйләй,... Тотош уҡырға
Ҡәҙерле кешеләремҠәҙерле кешеләрем
Тупрағы баҫылып өлгөрмәгән, кәҫләнеп ярмаланып ятҡан ҡәбер эргәһендә торам. Был минең улымдың ҡәбере. Йәшләй генә гүр эйәһе булды, йәне ожмахта... Тотош уҡырға
Тормош хәтирәләренәнТормош хәтирәләренән
Ҡолош ауылының тарихын, халыҡтың үткәнен белеү, музейға материал туплау ниәте менән ололарға барып, һорап, яҙып алып сыҡтым. Башлап Миңһылыу апайға... Тотош уҡырға
Атайым иҫтәлегенәАтайым иҫтәлегенә
Бөйөк Еңеүгә 69 йыл тула. Ошо уңайҙан мин үҙемдең атайым тураһында яҙып үткем килә. Һуғыш башланыу менән Мулдаҡай ауылы мәзине, олатайым... Тотош уҡырға
Тормошобоҙҙоң яҡты маяғыТормошобоҙҙоң яҡты маяғы
Әҡлимә Сафинаның «Сәфәрем - тыуған төйәгем» китабын икенсе тапҡыр уҡып сыҡтым. Бик яҡшы баҫма ул, бигерәк тә йәш быуын өсөн ауыл тарихын белеү... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.