» » Ҡуйҙың хушлашыу бүләктәре

Ҡуйҙың хушлашыу бүләктәре29.12.2015

Ҡуйҙың хушлашыу бүләктәре2016 йылға гәзитебеҙгә яҙылыу кампанияһында ойошторолған «Еңеүсегә - елле бүләк!» акцияһы бик дәррәү барҙы. Һәр нәмәнең ахыры булған кеүек үк, һуңғы лотереяны уйнатырға ла ваҡыт етте. Ғәҙәттәгесә, тәүҙә «Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йорто приздарына отош уҙғарҙыҡ. Төп бүләк - йылы япма менән сервиз Мәмдүҙә Латиповаға сыҡты.
Приздарҙы ҡулыбыҙға алып, еңеүсене тәбрикләргә ашыҡтыҡ. Мәмдүҙә Мостафа ҡыҙы ҡалала йәшәй. Ул 1927 йылда Һөләймән ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә донъяға килгән. Һуғыш башланғанда әле үҫмерлектән сығып етмәгән ҡыҙ ололар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар иңенә ҡалған тормоштоң бар ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татый. Тыл ветераны һуғыш йылдарында күргән михнәттәрҙе иҫкә төшөрөргә яратмай. Бөгөн ҡул-аяҡтары һыҙлауының сәбәпсеһе булған ул мәлдәр яҡшы хәтирәләр булып һаҡланмаған, әлбиттә.

- Яҙын көҙ урғандан ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйырға йөрөнөк, ҡайһы саҡ урыҫтар беҙҙе баҫтыра, биҙрәләребеҙҙе талап ала торғайнылар. Шул башаҡты алып ҡайтып, мейес өҫтөндә киптерәбеҙ. Сығарып ағас килелә төйәбеҙ ҙә елгәрәбеҙ. Тағы бер киптереп ағас тирмәндә тартабыҙ, онон ҡатырмаҡ итәбеҙ, ярмаһын өрә итеп эсәбеҙ. Ҡул менән бесән саптыҡ. Ялан аяҡ көйәнтәләп яланға аш ташыныҡ, аҙаҡ бойҙай баҫылһын тип үгеҙ егеп ерҙе тырмата инек. Көҙөн көлтә бәйләп ташый торғайныҡ. Күпме көс, сыҙамлылыҡ кәрәк булған ул ваҡытта! - тип хәтерләй тыл ветераны.
1943 йыл әңгәмәсемдең өс балалы апаһы сирләп китә, бер йыл элек фронтҡа алынған еҙнәһе отпуск алып ҡайтырға мәжбүр була. Апаһы баҡыйлыҡҡа күскәс, 16 йәшлек Мәмдүҙәне атаһы еҙнәһенә кәләшлеккә бирә.
- Әсәйһеҙ ҡалған өс баланы балалар йортона тапшырырға ҡыҙғандыҡ. Еҙнәм дә насар кеше түгел ине. Тағы ике йыл көткәндән һуң ул һуғыштан ҡайтты, ғаилә тормошон башланыҡ. Аллаға шөкөр, Абдулла менән татыу, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек. Ҡыҙғанысҡа күрә, яҡты донъяларҙан иртә китте, - ти әңгәмәсем.
Апаһының балаларын үҙенекеләрҙән айырмай тиң-тигеҙ тәрбиәләй Мәмдүҙә Мостафа ҡыҙы. Бөгөнгө көндә уларҙың балалары, ейәндәре өләсәләре менән яҡын аралашып йәшәй.
Ете класс белемгә эйә Мәмдүҙә Латипова колхозда хисапсы, урман хужалығында, тимер юлында эшләй, хаҡлы ялға һатыусы булып сыға. Абдулла Килдейәр улы менән улар тағы биш балаға ғүмер бирәләр. Өлкәндәре Зәкиә 40 йыл Учалы ауылында шәфҡәт туташы булып эшләгәндән һуң хаҡлы ялға сыҡҡан. Ләлә ҡыҙы Мейәс ҡалаһында, автозаводта бухгалтер була, шулай уҡ хаҡлы ялда. Рәсүл ауылында йәшәүсе Хәтимәһе почтала эшләгән. Ғәлимә ҡыҙы ла бөгөн пенсияла, Бурансы ҡасабаһында йәшәй. Кинйәләре Харис Мейәстә автозаводта хеҙмәт итә. Ғүмере буйы ауылда йәшәп быйыл яҙ ҡалаға күскән Мәмдүҙә апай үҙен һис күңелһеҙ тоймай. Балалары, ейәндәре килеп хәлен белешеп торалар, үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайталар. «Биш ейәнем, дүрт ейәнсәрем, 17 бүлә-бүләсәрем бар», - тип һөйөнә бәхетле өләсәй.
Инде туҡһан йәште ҡыуып килһә лә Мәмдүҙә Латипова әле һаман гәзит-журналдар уҡый, телевизор аша донъя хәлдәрен күҙәтеп бара.
- Элек «Пионер», «Һәнәк» гәзиттәрен, «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарын алдыра торғайным. «Яйыҡ» гәзитен дә сыҡҡандан алып яҙҙырам. Башынан аҙағынаса бер нисә ҡабат уҡып сығам. Баҫманың бындай акцияһында тәү тапҡыр ҡатнашыуым, бүләк отоуыма бик шатмын, - ти ул.
Өҫтәлдә гәзиттәрҙән башҡа дини китаптар ҙа күренә ине.
Мәмдүҙә Мостафа ҡыҙы барлыҡ ҡала-район халҡын етеп килгән Яңы йыл байрмы менән ҡотлап йылы теләктәрен еткерергә лә онотманы.
- Йорттар тыныс торһон, яңынан һуғыш булмаһын! Балалар, һәр кеше һау булһын. Йәштәр яҡшы йәшәһендәр, парһыҙҙар үҙ йәрен табып ғаилә ҡорһондар, балалар үҫтерһендәр. Эскелек ҡороһон, әҙәм заты бер-береһенә кешелеклерәк булһын ине.
Төп призды алыусынан тыш, быйылғы йылдың һуңғы лотереяһында Рысай ауылынан Т. Абдрахманов - сервиз, Иҫке Байрамғолдан Т. Казбекова япма оттолар.
«Яйыҡ» гәзитенең приздарына килгәндә Баттал ауылынан Б. Таржимина, Ҡунаҡ-байҙан Р. Ниғмәтуллина - дини календарҙар, Ишмәкәйҙән З. Мостафина, Ахундан Б. Дәүләтбирҙина йырт-малы календарҙарға эйә булдылар. Бүләк отоусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, приздарҙы редакциябыҙҙан килеп алығыҙ.
Быйылға акциябыҙ тамамланды, әммә киләһе йылдарҙа ул дауам итәсәк. Яңы йылда һәр гәзит уҡыусыға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар, тормош дәртенең урғылып тороуын теләйбеҙ!
«Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған «Бәхетле авто» конкурсы хаҡында алдан иғлан иткән инек. «Яйыҡ» гәзитенә 2016 йылға кәм тигәндә ярты йылға яҙылыусылар квитанцияларын редакциябыҙға килтереп, ҡулдарына һандар менән билдәләнгән махсус наклейкалар алдылар. Һәр һан аҫтындағы кешенең исем-шәрифтәре беҙҙә лә теркәлә барҙы. Ошо көндәрҙә «Бәхетле авто» конкурсы еңеүселәре лотерея ярҙамында билдәләнде.
Һандар яҙылған ҡағыҙҙарҙы лототрондан алыуға ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова саҡырылды. Биш бүләк - ике автомобилсе йыйылмаһы һәм өс автокомпрессор уйнатылды. Тәүгеләрҙән булып 49-cы һан сыҡты - Ҡунаҡбай ауылынан З. Ғәбитова автокомпрессор отто. Артабан бәхет 55-cе һан аҫтындағы автомобилсегә йылмайҙы - махсус йыйылма Мансур ауылынан В. Усмановҡа эләкте. Тағы бер автокомпрессорға 5-cе һан аҫтындағы Һәйтәк ауылынан З. Әхмәҙиева эйә булды. Киләһе автокомпрессор - 2 номерға ҡараған Учалы ауылынан Р.Зәйнуллин өлөшөнә яҙған икән. Һәм һуңғы бүләк - махсус йыйылма 35-се һан аҫтындағы Учалы ҡалаһынан Р. Лоҡманов алды. Барлыҡ отоусыларҙы бүләктәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Приздарҙы алыу буйынса белешмәне 6-27-84 телефоны һандары аша алырға мөмкин.
Үтә яуаплы миссияны атҡарыусы Гөлнара Ғүмәрова үҙе лә буш ҡул менән килмәне. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса буклеттар һәм яҡтылыҡ ҡайтарғыс браслеттар бүләк итте һәм бар водителдәрҙе Яңы йыл менән ҡотлап, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен теләне. «Бәхетле авто» конкурсында ҡатнашырға теләк белдереп наклейка алыусыларҙың барыһы ла баҫмабыҙҙың «Яйыҡ» һылыу -2016» конкурсында еңеүсе сибәркәй фотоһүрәте төшкән календарь һәм өҫтә әйтелгән буклет, стикерҙар менән бүләкләнәләр, килеп алыуығыҙ һорала.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Бүләктәр һеҙҙе көтәБүләктәр һеҙҙе көтә
P.S. Номер баҫырға әҙерләнгәндә учреждение етәксеһе шылтыратып, һөнәрселек училищеһына ауыл хужалығы колледжы статусы бирелеүе тураһында рәсми... Тотош уҡырға
Елле бүләк ота алаһығыҙ!Елле бүләк ота алаһығыҙ!
Хөрмәтле райондаштар! Гәзитебеҙ ойошторған «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһына «Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йорто ла ҡушылды. 2016 йылдың... Тотош уҡырға
Бәхет йылмайҙыБәхет йылмайҙы
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың отошҡа тип квитанцияларын бер-ике ай алдан килтерә башлауҙары «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһы ның күптәрҙең күңеленә хуш... Тотош уҡырға
Был юлы - 9 бүләкБыл юлы - 9 бүләк
«Яйыҡ» гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһында «Еңеүсегә - елле бүләк!» акцияһын дауам итәбеҙ. Приздарыбыҙ артҡандан-арта. Был... Тотош уҡырға
Бер юлы өс бүләкБер юлы өс бүләк
«Яйыҡ» гәзитенә 2015 йылға яҙылыу дауам итә. «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһын уҙғарыу мөхәрририәтебеҙҙең изге йолаһына әүерелде. Тәжрибә... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.