Нисек йәшәйһең, өкө?07.11.2017

Нисек йәшәйһең, өкө?Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә, мин һеҙгә теймәйем, һеҙ ҙә миңә теймәгеҙ, тип ташта ҡыҙынып ятҡан Йылан ханыма, бик тә булмаһа, ҡышҡы йоҡоға әҙерләнгән Айыу бабайға хат яҙып һалғанда, улар яуап яҙыр инеме икән?
«Хайуандарға хаттар» тип аталған төбәк-ара экологик проектты ойоштороусы «Ҡурсаулыҡ эшенә булышлыҡ итеү мәғлүмәт-аналитика үҙәге», әлбиттә, хатығыҙға йәнлектәр һәм ҡоштар мотлаҡ яуап яҙасаҡ, тип ышандыра.
«Рәсәйҙең ҡырағай тәбиғәте: һаҡларға һәм күрергә» программаһы сиктәрендә үткәрелгән был сараның төп маҡсаттары - үҫеп килеүсе быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм хайуандарҙың баш «өйө» тип иҫәпләнгән айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең әһәмиәтен күрһәтеү.
Проект айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, мәғариф ойошмалары, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре, балалар китапханалары ҡатнашлығында ойошторола.
Был сарала алты йәштән алып мәктәпкәсә йәштәге балалар, 1-5 синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Улар ғаилә ағзалары, волонтерҙар, өлкән синыф уҡыусылары, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары, педагогтар һәм методистар ярҙамы менән махсус конверттар яһап, үҙҙәре һайлаған хайуанға рус телендә хат яҙа һәм уны ябай конверт эсенә һалып, ошо адрес буйынса беҙгә ебәрә:
453580, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Карат урамы, 2. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының экологик ағартыу бүлегенә.
Хаттың электрон вариантын eco_bgpz@mail.ru адресы буйынса көтәбеҙ. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8(34755) 3-60-33, 8 (927) 938-65-75. Хаттар 2017 йылдың 30 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
Иң яҡшы тип табылған утыҙ хат ойоштороу комитетына ебәреләсәк. Унда ла һайлау иләгенән үткән осраҡта, сайтҡа ҡуйылып, «Хайуандар-ға хаттар» китабының икенсе сығарылышында донъя күрәсәк.
Әйткәндәй, хаттарҙы адресаттарына «тапшырыу» һәм яуап хатын яҙыуҙы ойошто-роуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Урман-ҡырҙан, күл-йылғанан яуап килһен өсөн, балаларға адрестарын аныҡ күрһәтеүе генә шарт.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.



Вернуться назад