Изге ғәмәл менән үткәрәйек26.12.2017

Изге ғәмәл менән  үткәрәйек Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп менән 571 йылда Рабиғел әү-үәл айының 12-дә, дүшәмбе көндө изге Мәккә ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе был тирәлә билдәле кешеләр Ғабдулла бин Ғәбдел Моталлип менән Әминә бин Ваһб була. Атаһы бала тыуғансы уҡ үлеп ҡала, Мөхәммәткә алты йәш булғанда әсәһе лә баҡый донъяға күсә.
Мәүлит, Мөхәммәт пәйғәмбәр тыуған көн - ислам динендәге иң мөбәрәк кистәрҙең береһе. Пәйғәмбәрҙең кендек инәһе Абдулмоталип ҡыҙы Сафия: «Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тыуғанда эргәһендә булдым. Был сабыйҙың үҙендә утыҙ биш ғәләмәт күрҙем. Быларҙың һәр береһе ун-ың пәйғәмбәрлегенә дәлил ине. Әсәһенән башы менән тыуҙы, сабый тыуыр-тыумаҫ сәждәгә китте. Ана шул ваҡыт Ер йөҙөндә булған барса йәнлейәнһеҙ ойоп, Уға һәм Аллаһы Тәғәләгә сәждә ҡылды. Ул пак тыуҙы. Йыуырға булғас: «Уны йыумағыҙ, беҙ йыуҙыҡ һәм паклыҡ ебәрҙек», - тигән ап-асыҡ бер ауаз ишеттем. «Алланан башҡа тәңре юҡтыр. Мин уның пәйғәмбәремен», - тип әйткән кеүек тә тойолдо сабый. Фәрештәләрҙең уны: «Әссәләмәғәләйкүм, рәсүллуллаһ», - тип сәләмләгәне лә ишетелде. Малаймы, ҡыҙмы икәнен ҡарайым тиһәм, эргәмдә бер яҡты нур пәйҙә булды. Әсәһенән тыуғанда ҡараңғы төн ине, ҡарайым - бөтөн ер яҡтырҙы, көн уртаһы кеүек булды. Шул арала бөтә ер йөҙө йәшелләнде. Сәхрәләр яҡтырҙы, бөтә ағастар япраҡ ярҙы, сәскәләр атты. Һуңғы пәйғәмбәр донъяға тыуҙы, тигән яҙма күк көмбәҙендә күренде. Бөтә шайтандар ҡурҡты», - тип хәтерләй.
Мөхәммәт пәйғәмбәр 23 йыл пәйғәмбәрлек иткәндән һуң ошо уҡ айҙың шул уҡ көнөндә 63 йәшендә вафат була. Исламда изге көн һаналған Мәүлит кисендә са-ҙаҡа биреү, мосолмандарҙы йыйып, табын үткәреү һәм доғалар уҡыу, тыңлау был кисте хөрмәт итеү булыр.



Вернуться назад