Йәмәғәтсе - шул уҡ ирекмән ул09.01.2018

Йәмәғәтсе - шул уҡ ирекмән улУчалы ҡалаһында «ТОС: кисә, бөгөн, иртәгә» тип аталған республика форумы үтте. ТОС (территориальное общественное самоуправление) - территориаль йәмәғәт үҙидаралығы.
Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов түбәндәге фекерҙәре менән уртаҡлашты:
- Торлаҡ-коммуналь секторҙы нығытыуҙа, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә, ғөмүмән, йәшәйеш сифатын яҡшыртыуҙа территориаль йәмәғәт үҙидаралығы әһәмиәтле роль уйнай. Учалыла «Булышлыҡ» («Содействие») комитеты хәҙер инде ун алты йыл уңышлы эшләй, уның аша халыҡ һәм урындағы властарҙың хеҙмәттәшлеге яйға һалынды, был йүнәлештә байтаҡ тәжрибә тупланды. Йәмәғәт үҙидарылығы эшендә йәштәр күберәк ҡатнашһын ине, тигән теләктә ҡалам - бик яҡшы үрнәк бирерлек оло быуын вәкилдәре етерлек беҙҙә!
Торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында региональ йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, республикала тәүләп бындай форум үткәреү өсөн Учалы осраҡлы рәүештә һайланманы, ҡасан килһәң дә, ҡала матур һәм йыйнаҡ, тип билдәләй. Тимәк, таҙалыҡ властарҙы ғына борсомай, халыҡ та был мәсьәләгә битараф түгел.
БР муниципаль берәмектәр ассоциацияһы директоры Рөстәм Исхаков ТОС системаһының уңыштары, проблемалары һәм перспективалары тураһында бәйән итә. Был төр йәмәғәтселек эшмәкәрлеген артабан йәнләндереү өсөн БР ТОС-тар ассоциацияһы булдырыу планлаштырыла икән.
Ә Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов үҙебеҙҙәге «Булышлыҡ» тураһында ентекләп доклад яһаны. Уның составына 186 күп фатирлы йорт советы рәйесе, 467 подъезд башлығы, ун туғыҙ урам комитеттары ағзалары, дүрт староста инә.
Йәмәғәтселек активистары хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә рейдтарға сыға, тәртип, янғын һәм газ именлеге һағында торалар, халыҡтың ялы файҙалы һәм күңелле үтеүенә булышлыҡ итәләр. Төрлө социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа, ҡаланы төҙөкләндереүҙәге булышлыҡтары айырыуса әһәмиәтле. Юҡҡамы ни, Учалы ҡатҡат республиканың «Иң төҙөк ҡала ултырағы» конкурсы призеры булды, ике тапҡыр Бөтә Рәсәй конкурстарында ла еңде. Һуңғы дәүерҙә генә лә утыҙ ике күп фатирлы йорт республиканың «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» исемлегенә индерелеп дәртләндерелде.
Осрашыу йәнле барҙы, тәжрибә менән уртаҡлашыу, фекер алышыу өсөн «түңәрәк өҫтәлдәр» ойошторолдо. Ҡунаҡтар» «Ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән ихаталарҙы, Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы буйынса төҙөлгән саңғы-роллер трассаһын ҡараны. Ахырҙа йәмәғәт үҙидаралығының иң актив ағзалары бүләкләнде, филармония артистары йөкмәткеле концерт күрһәтте.
Йәмәғәтсе - шул уҡ ирекмән, тимәк, быйыл был йүнәлешкә торлаҡ-коммуналь хужалығы даирәһендә лә айырыуса иғтибар биреү зарур. Үрҙә билдәләнгән бурыстар, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр етди йәмәғәт контролендә булһа, халыҡ бынан отасаҡ ҡына.




Вернуться назад