Бар шундай һөнәр - Ватанды һаҡлау 22.02.2018

Бар шундай һөнәр - Ватанды һаҡлау Илде һаҡлау, уның именлеген тәьмин итеү - ир-егеттең изге бурысы һанала.
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡала-районыбыҙҙың хәрби комиссары Азамат Рыҫҡолов менән осраштыҡ. Беренсе һорау - һуңғы әрмегә саҡырыу кам-панияһының һөҙөмтәләре тураһында булды.
- Көҙгө саҡырылышта план буйынса йөҙ ҙә утыҙ ике кешене оҙаттыҡ. Егеттәрҙең дүрттән бер өлөшөнөң сәләмәтлеге бик яҡшы, йөҙ кеше ваҡ сикләүҙәр менән хеҙмәт итә ала, тип танылды.  
Барлығы көҙгө призыв комиссияһына 470 граждан килгәйне. Ике йөҙ ҡырҡ дүрт кешегә отсрочка бирергә тура килде: 211 студент - уҡыу сәбәпле, өс осраҡта эске эштәр органдарында хеҙмәт итеүгә бәйле һәм утыҙ егеттең һаулығы ирек бирмәне.
(№ 15)

Мәрхәмәт һәм сихәт үҙәге20.02.2018

Мәрхәмәт һәм сихәт үҙәгеОшо көндәрҙә «Ысыҡҡай» үҙәгендә сираттағы заезд бул-ды. Курс 21 көн дауам итә. Йылына 300-400 балаға ярҙам күрһәтелә, күрше район һәм өлкәләрҙән дә мөрәжәғәт итәләр икән.
«Ысыҡҡай» («Росинка») үҙәгенең тулы исеме - Белорет ҡалаһының «Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Учалы районы буйынса филиалы.
Реабилитация - латин теленән алынған һүҙ, «тергеҙелеү» тигәнде аңлата.
Ауырыу-имгәнеүҙән һуң организмдың ҡәҙимге ритмға индерелеүе була инде. Медицина ғына түгел, педагогика, психология һәм башҡа саралар комплексы киң ҡулланыла. Һаулыҡтары менән проблема булған балаларға, уларҙың ата-әсәләренә квалификациялы медицина, социаль, педагогик һәм психологик ярҙам күрһәтелә. 2003 йылдан бирле эшләй. Быйыл - ун биш йыллыҡ юбилейын билдәләне.
(№ 14)

Ураҙҙар сәкән һуға16.02.2018

Ураҙҙар сәкән һуғаУраҙ ауылында хоккей майҙансығы асылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа ингән объектты урындағы халыҡ ҙур бүләк итеп ҡабул итте.
Проект «Урындағы инициативаларҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды. Объектты төҙөүгә бер миллион 400 мең һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Уның 950 мең һумы - республика бюджетынан бүленгән. Ауыл Советы сығымдарҙың бер өлөшөн күтәрһә, халыҡтан 150 мең һум йыйғандар. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ла бағымсылыҡ күрһәткән. Подрядсыһы - Татарстандың «МеталлМонтажСтрой» йәмғиәте, майҙансыҡтың өҫтөн үҙебеҙҙең «Транстехсервис» ойошмаһы эшләгән.
Киләсәктә майҙансыҡ тирәләй яҡтыртҡыстар ҙа ҡуйыласаҡ. Һыу һибеү өсөн махсус рәүештә ҡойо ҡаҙытҡандар. Шулай уҡ эргәләге иҫке бинаны кейенеп-сисенеү өсөн яраҡлаштырырға йыйыналар.
(№ 13)

Балалар баҡсаһы ишектәрен асты13.02.2018

Балалар баҡсаһы ишектәрен астыНиһайәт, Учалы ауылының «Барвиха» биҫтәһендә күптән көтөлгән балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.
Йәштәр күп йәшәгән микрорайонда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы-ның төҙөлөп бөткәнен бик оҙаҡ көтөргә тура килде. Ике ҡатлы, 139 урынлыҡ бинаға нигеҙ 2014 йылдың октябрендә һалынды һәм 2016 йылдың беренсе ярты йыллығында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Заказсыһы - Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы, подрядсыһы Өфө ҡалаһының «Медтехника» йәмғиәте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, подрядсы ойошмаларҙың эшкә һалҡын ҡарауҙары арҡаһында учреждениены тейешле ваҡытҡа өлгөртмәнеләр, төҙөлөштө һуңлаттылар. Шуға ҡарамаҫтан, эш аҙағынаса еткерелде. Заманса балалар баҡсаһы ошо көндәрҙә кескәйҙәрҙе ҡабул иттте.
(№ 12)

Үткәнгә баһа - ике «бишле» билдәһе!09.02.2018

Үткәнгә баһа - ике «бишле» билдәһе!Теүәл әйткәндә, Яңы һәм Бәләкәй Учалы эшсе ҡасабаларын берләштереп, республика әһәмиәтендәге Учалы ҡалаһын булдырыу тураһында БАССР-ҙың Юғары Советы президиумы ҡарары 1962 йылдың 6 декабрендә ҡабул ителә.
Ошо хоҡуҡи актты РСФСР Юғары Советы президиумы 1963 йылдың 1 февралендә раҫлай һәм был көн Учалы ҡалаһына нигеҙ һалыныу датаһы тип иҫәпләнә.
Шулай итеп быйыл - 55 йыллыҡ юбилей билдәләнә. Быға бәйле байтаҡ байрам саралары планлаштырылған, шул иҫәптән, төп тантананы Шахтерҙар көнөнә тура килтереп уҙғарырға йыйыналар. Тәбиғи, Учалы ҡалаһының пәйҙә булыуы тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөүгә бәйле бит, бөгөнгө көндә лә ултыраҡтың йәш-әйешен төп өлөштә фәҡәт таусылар тәьмин итә.
(№ 11)

Ҡуш ҡуллап эшкә көтәләр07.02.2018

Ҡуш ҡуллап эшкә көтәләрБөгөнгө көндә ҡала-районыбыҙҙан 80-дән ашыу студент маҡсатлы йүнәлтмә буйынса төрлө юғары уҡыу йорттарында белем ала.
2 февралдә район хаки-миәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев егермегә яҡын егет-ҡыҙ менән осрашты, һорауҙарына яуап бирҙе.

- Райондың дөйөм хәл-торошо хаҡында бәйән итеүгә, ҡатмарлы мәғлүмәттәргә, һандарға ваҡытты сарыф итеп тормайыҡ. Тура һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға күсәйек, мин уларҙың һәр ҡайһыһына ентекле яуап бирергә әҙер, - тине Фәрит Фәтих улы студенттарҙы сәләмләп. Хакимиәт башлығы төбәгебеҙгә йәш белгестәр етешмәүен телгә алды. Һәр ваҡыттағыса Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы табиптарға ҡытлыҡ кисерә, тар йүнәлештәге белгестәр аҙ. Йәш уҡытыусылар, ветеринарҙар, зоотехниктар, агрономдар, аҙыҡ-түлек эшкәртеү белгестәре, сәнәғәт предприятиеларына инженерҙар кәрәк икән.
(№ 10)

Яңы техника ҡеүәтле лә, уңайлы ла02.02.2018

Яңы техника ҡеүәтле лә, уңайлы лаУчалы тау-байыҡтырыу комбинатының ремонтлау-монтажлау идаралығы һуңғы арала яңы техника менән тулыланды.
Заманса ике «LK-1M» йөк тейәү-ташыу, «МоАЗ» миксеры һәм «Pickup» машиналары заманса уңайлыҡтарға һәм хәүефһеҙлек талаптарына яраҡлаштырып эшләнгән. Йөк тейәү-ташыу һәм миксерҙың хаҡы 12 миллион һумдан ашыу тора, тип билдәләнде.

- Монтажлау идаралығының техника паркы ярайһы ғына, сит ил экскаваторҙары, «КАМАЗ»дар ҙа бар. Эш күләме байтаҡ, яңы ҡеүәтле машиналар үҙебеҙгә йөкмә-телгән бурысты ваҡытында үтәргә булышлыҡ итәсәк. Предприятиела 700-гә яҡын кеше иҫәпләнә. Беҙ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының төрлө цехтарында монтажлау эштәре менән шөғөлләнәбеҙ. Комбинат етәкселегенә яңы техника һатып алырға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ, әлбиттә, эшсе-ләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә мөһим роль уйнай.
(№ 9)

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы30.01.2018

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыОшо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында «Киләсәк биләмәһе. Учалы - 2018» Йәштәр форумы уҙҙы. Был мәртәбәле йыйын төбәгебеҙҙә тәү тапҡыр былтыр уҙғарылғайны, быйыл иһә студенттар декаднигына тура килтерелде.
Сарала 200-гә яҡын, 18 йәштән 30 йәшкә тиклем кеше ҡатнашты. Форумсыларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко тәбрикләне.
- Ҡала-районыбыҙ йылдам үҫешә, күп күрһәткестәр буйынса республикала иң яҡшы унауҙар исемлегенә инә. Районыбыҙҙың киләсәге, әлбиттә, һеҙҙең - йәштәрҙең ҡулында. Хәҙерге йәштәр күбеһенсә ситтә, ҙур ҡалаларҙа төпләнергә тырыша. Ләкин шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, алған белемегеҙҙе һеҙ тыуған Учалығыҙҙа ла файҙалана алаһығыҙ, яҡшы белгестәр беҙгә лә кәрәк, - тине ул.
Пленар ултырыштан һуң, йәштәр форумы тематик майҙансыҡтарҙа эшен дауам итте. Һәр кем үҙенә оҡшаған йүнәлеште һайлап алды. Зөһрә Гордиенко, мәҫәлән «ЭГОпроект» майҙансығы модераторы булды. Ҡатнашыусылар шәхесеңде үҫтереү, теләкте дөрөҫ тормошҡа ашырыу, һәләтте баһалау тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.
(№ 8)

Мәсьәләләр хәл итеүҙе талап итә26.01.2018

Мәсьәләләр хәл итеүҙе талап итә
Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев эш сәфәре менән Илтабан ауылында булды.
Тәүҙә башлыҡ Илтабан балалар баҡсаһын ҡараны. Учреждениеға ике йәштән алып алты йәшкәсә егерме бер сабый йөрөй.
Артабан район хакимиәте башлығы клубҡа юл тотто. Бында ауыл халҡы менән осрашыу уҙҙы. Үткән йылға йомғаҡ яһап, Ҡунаҡбай ауыл Советы башлығы Фазила Шаймарҙанова отчет менән сығыш яһаны.
- Беҙҙең төп бурыс бюджетты тулыландырыу, - тип билдәләне ул. - Былтыр биләмәнең йыллыҡ бюджет планы 7,2 млн һум тәшкил итте. Үҙебеҙҙең килем 1, 2 млн һум, был инде ауыл хужалығына һәм ергә һалымдарҙан, мөлкәттән, физик берәмектәрҙең килемдәренә һалымдан (НДФЛ) тупланған аҡса.
(№ 7)

Күңелендә эйәрле - йүгәнле ат ята23.01.2018

Күңелендә эйәрле - йүгәнле ат ятаАуыл малайҙары бәләкәйҙән ат ялына йәбешеп үҫә. Әммә бик һирәктәре генә тәүге ҡомарына тоғро ҡалып, яҙмышын йылҡы малы менән бәйләй.
Илтабан ауылында йәшәүсе Сәғит Фәхритдинов тап шундайҙарҙың береһе.
Сәғит Сабит улы 1965 йылда Арғаяш районы Ҡолой ауылында тыуған. Атаһы яңы йорт һалып сыҡҡас, олатаһы, ата-әсә ризалығы менән, биш йәшлек малайҙы үҙендә йәшәргә ҡалдыра. Бала саҡтан йылҡы малы ҡураһынан алыҫ йөрөмәй ул: ҡолондарҙы иркәләү, уларҙы ашатыу, эйәргә атланыу өсөн йәнен дә бирергә әҙер малай тырыш ярҙамсы булып үҫә. Бала сағы ошолай үтә, иң мөһиме - халҡыбыҙҙың онотола барған кәсебен тергеҙеү - ҡамыт-дуға яһау, сбруйҙар тегеү оҫталығын олатаһынан отоп алып ҡала.
Әрме сафтарында йөрөп ҡайтҡас, Троицк Ветеринария академияһына уҡырға инә. Уҡып бөткәс, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм эш башлай. Дуҫ егетенең туйына барғанда Сәфәр ауылынан ҡунаҡҡа килгән Айгөл исемле һылыу менән таныша. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡыҙҙы һоратырға яусы ебәрә ғашиҡ егет һәм Арғаяш районында өр-яңы бәхетле ғаилә барлыҡҡа килә.
(№ 6)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.