» » Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы09.02.2016

Һәр йылдағыса студенттарҙың каникул ваҡытында район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев улар менән осрашыу ойошторҙо. 5 февраль көнө үткән сараға дүрт-биш тиҫтәгә яҡын ҡыҙ һәм егет килде. Төп өлөштө Учалы тау сәнәғәте һәм Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары, Өфө, Силәбе, Магнитогорск, Мәскәү ҡалалары университеттарын вәкилләүселәр ҙә булды.
-Доклад уҡып тормайыҡ, «түңәрәк өҫтәл» рәүешендә аралашайыҡ, - тип баштан уҡ тәҡдим итте Фәрит Фәтих улы, - сетерекле проб-лемалар күтәреүҙән дә тартынмағыҙ, урындағы властарға йәштәрҙең уй-фекерҙәрен, тын алыштарын белеү бик тә файҙалы.
Йәштәр тартынып торманы. Осрашыу ике сәғәткә яҡын һуҙылды. Беҙ ҙә сараны һорау-яуаптарға туплап бирәбеҙ.

-Ниндәй төр белгестәргә Учалыла эш табыу еңелерәк?
-Иҡтисадсы-юристар етерлек, ә бына геолог-тарға, маркшейдерҙарға, энергетиктарға, башҡа техник белгестәргә ҡытлыҡ һиҙелә. Дөйөм алғанда, дипломға тура килгән вазифаны көтөп ваҡыт әрәм итмәҫкә кәрәктер. Бына мин үҙем, Өфө нефть университетын тамамлағас, ике йыл тау-байыҡтырыу комбинатында эшсе һөнәре буйынса эшләп алдым. Һис тә үкенмәйем, киреһенсә, файҙаға ғына булды.
-Эшкә килгән йәштәргә ниндәй төр ярҙам күр-һәтелә?
-Программалар ҙа, унда сиратта тороусылар ҙа байтаҡ. Фәҡәт йәш белгес булған өсөн ярҙам күҙ уңында тотолмаһа ла, башҡа шарттар буйынса (ауыл ерлегендә эшләүсе, йәш ғаилә һәм башҡа) дәүләт ярҙамына дәғүә итеү мөмкин. Буталып китмәҫ өсөн, телдән һөйләп тормайыҡ, район хакимиәтенең сайтында был мәғлү-мәттәр ентекләп бирелә, диҡҡәт менән ҡарағыҙ (электрон адрестары - uchaly-rb.ru).
-Ниңә Ҡарт Муйнаҡ-Учалы юлын ремонт-ламайһығыҙ?
- Урындағы бюджетта аҡса булған осраҡта ла, был маҡсатта тотона алмаҫ инек. Заман шулай бит - һәр кем үҙ вәкәләттәре сигендә генә эш итә ала, ра-йон властары муниципаль юлдар өсөн яуап-лы. Шулай ҙа, беҙҙең вәкәләт түгел, тип ситтән күҙәтмәйбеҙ, арыу-талыу белмәй рес-публика әһәмиәтендәге юлдарҙы төҙөк тотоуҙы юллайбыҙ. Былтыр, мәҫәлән, Учалы-Белорет йүнәлешендә төҙөкләндереүгә күберәк көс төшөрөлдө - баш ҡалабыҙ менән тоташтырған юл бит.
-Ҡалала машиналарҙы ҡуйырға урын юҡ...
-Яңы йорттар төҙөгәндә иркенерәк автомайҙансыҡтар планлаштырыуҙы хәстәрләйбеҙ ҙә ул, төп торлаҡ кварталдары элек барлыҡҡа килгән, был тиклем автомобиль булыр тип уйламағандар. Шуға ла, иртәме-һуңмы, мәҙәнилеккә төшөнөргә тура киләсәк: үҙеңә ҡайҙа уңайлы, шунда автомобилде ҡалдырып китмәү, исмаһам, төнгә гараж йә ҡараулы майҙансыҡтарға ҡуйыу. Әйткәндәй, «Учалы - өркөтөлмәгән водителдәр ҡалаһы» тигәнде ишеткәнем бар. Ҡыуып алып китмәҫтәр әле, урлаһалар ҙа, полиция тотор, тип төндәрен ҡарауһыҙ ҡалдырыу ҡәҙимге күренеш. Күп ҡалаларҙа автомобиль эйәләре былай иркен тотона алмай.
-Ниңә ҡыйыҡтарҙан боҙбармаҡтар алынмай?
-Бының өсөн 3 дана махсус техникабыҙ (автовышка) бар, өсөһө лә эшкә егелгән. Ике йөҙгә яҡын күп фатирлы йорт булғас, ҡайҙа ла бер юлы өлгөрә алмайҙар. Ысынлап та, етди мәсьәлә. Йорт ҡыйыҡтары шиферҙан булғанда, ҡар өҫтөндә ныҡ ята ине, ә замана металл «профнастил»дарҙан йәһәт шыуып төшә. Барыбыҙ ҙа был осорҙа айырыуса уяу йөрөргә тейешбеҙ инде. Ҡар быйыл ифрат мул. Таҙартыу өсөн коммуналь хеҙмәттәр көнө-төнө эшләй. Ҡалған ҡалаларҙа бул-ғанда ҡарайым да, беҙҙекеләр коллегалары менән сағыштырғанда күпкә тырышыраҡ икән, тип ҡәнәғәтлек менән билдәләйем.
- Ни өсөн байтаҡ учреж-дениелар Белоретҡа күсеп бөттө?
-Кемдеңдер яуыз ниәте тип ҡабул итергә кәрәкмәй. Бөтә ил кимәлендә барған оптимизация процесының сағылышы инде. Хеҙмәтләндереү берләштерелгән төбәк-тәрҙең барыһынан да ҡайҙа барып етеү яҡыныраҡ, шул ултыраҡҡа өҫтөнлөк бирелә.
Әйткәндәй, ҡайһы саҡ был шарт иғтибарға алынмай: мәҫәлән, ике районда эшләгән дәүләт янғын надзоры - Учалыла, шулай уҡ беҙҙәге «Башавтотранс» предприятиеһы филиалы Белорет районын да хеҙмәтләндерә. Медицина өлкәһе хәҙер (2012 йылдан) район властары ҡарамағында түгел, шулай ҙа һәр хеҙмәтләндереү төрөн урында ҡалдырыуҙы юллауҙан туҡтамайбыҙ.
Үкенес, һаманға тиклем яңы хирургия корпусын төҙөтөүгә ирешеп булмай...
-Мәҙәниәт һәм ял паркында “ скейт-парк” (тәгәрмәсле таҡтала йә велосипедта ҡатмарлы трюктар яһарға өйрәнеү урыны) ойоштороп булмаймы?
-Уйларға кәрәк. Бер “фигура” (күнекмә өсөн ҡоролма), һеҙ әйткәнсә, 10 мең һумдан арзаныраҡ икән, ундай ғына аҡсаны табып булыр. Парк етәкселеге менән был хаҡта һөйләшербеҙ. Өҫтәүенә, быйыл паркта 5 яңы аттракцион урынлаштырыласаҡ, кеше паркта күберәк булған һайын яҡшыраҡ бит инде.
-Өфөлә Учалы йәштәре союзы эшләп килә. Күмәкләп спорт менән шөғөлләнергә йыйынһаҡ, зал табыу ауыр мәсьәләгә әйләнә. Берәй нисек ярҙам итә алмайһығыҙмы?
-Беҙҙең исемгә берекмәнән хат яҙығыҙ. Уның нигеҙендә хакимиәттән спорт залдары эйәләренә мөрәжәғәт итербеҙ. Билдәләнгән ваҡытҡа аренда мәсьәләһен хәл итеп булырҙыр.
-Учалыларҙың көнкүрешен һәм ялын яҡшыртыу өсөн ниҙәр эшләнә?
- Бына, мәҫәлән, нисәмә йыл хыялланғандан һуң саңғы-роллер трассаһы сафҡа индерелде. Эш көнөнән һуң, киске сәғәт туғыҙҙа ҡыҙыҡ өсөн иҫәпләнем – 28 саңғысы йөрөй ине. Тимәк, ошо сәләмәт ваҡыт үткәреү төрө попурляша бара. Тағын да үҙемдең миҫалымды килтерәйем – элек 3-4 тапҡыр Мраткино йә Банноеға тау саңғыһында шылырға барыр инем, хәҙер бер йүнсел үҙебеҙҙә трасса булдырҙы. Атаҡлы спортсыларҙы, бәлки, ҡәнәғәтләндермәйҙер, ә ябай кешелә адреналинды баштан ашҡанса сығарырлыҡ! Балалар баҡсаларына сират 800 кешенән арта ине, хәҙер 130-140 тирәһе. Ҡалала проблема хәл ителде тиерлек. Быйыл Учалы ауылы менән Илселә ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Ғөмүмән, төбәктең иң ҙур ауыл ултырағы – Учалы ауылына иғтибарҙы арттырыу зарур. Унда спорт майҙансығы булдырыуҙы хәстәрләй башланыҡ, Учалы һәм Абҙаҡ мәҙәниәт йорттарына быйыл ремонт яһарға тырышасаҡбыҙ. Айҙар Ғәлимов менән һөйләшергә тура килде, данлыҡлы йырсы “ Филармонияғыҙҙың акустикаһы – бар республикаларҙа иң яҡшыларҙың береһе” – тип билдәләүе ғорурлыҡ уятты. Ремонтҡа күп көс һәм аҡса һалынды бит. Иҫәпләй башлаһаң күп инде. Ғөмүмән, интернет селтәрҙәрендә ҡоро тәнҡиттән арынып, йәштәр йәмәғәтселек эшенә нығыраҡ тотонһа, конкрет тәҡдимдәр индерһә, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан ҡурҡмаһа, тормошобоҙ тағы ла матурыраҡҡа әйләнер.Һәр быуын алдағыларҙан аҡыллыраҡ, эшлеклерәк, булырға тейеш, шул осраҡта ғына тормош алға бара!
Эшҡыуарлыҡҡа тотонғанда ярҙам , Һәүәҫкәр кимәлдәге спорт ярыштарын күберәк үткәреү (һәм был хаҡта иғланды алдан киң таратыу), боулинг (шарҙар тәгәрәткән спорт төрө), заманса кинотеатр булдырыу, хәрби хеҙмәткә әҙерлек, конкурс-ярыштарҙа ҡатнашыусыларға юллыҡ аҡса бүлеү мөмкинлеге, дөйөм ятаҡ алыу, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ял көндәрендә эшләгән өсөн түләү һәм башҡа күп мәсьәләләр күтәрелде. Осрашыу бик йәнле үтте.

 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Статусы һәм дәрәжәһе күтәрелдеСтатусы һәм дәрәжәһе күтәрелде
Уҡыуға, аң-белемгә ынтылыш халҡыбыҙға борон-борондан хас гүзәл сифат. Тик бына, белем үҙенән-үҙе генә ҡиммәтле түгел бит ул, эйәһенә, башҡа... Тотош уҡырға
Оло өйгә ни кәрәкОло өйгә ни кәрәк
… кесе өйгә лә шул кәрәк, тип әйтелә мәҡәлдә. Ҡала һәм ауылдарҙа тиң йәшәйеш шарттарына ирешеп булмаһа ла, был йүнәлештә даими хәрәкәт итеү зарур.... Тотош уҡырға
Хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙХеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ
Имтихандарын тапшырып, сессияһын тамамлаған студенттарҙың ҡышҡы каникулдары башланды. Ошо айҡанлы ҡала-районыбыҙҙа 25 ғинуарҙан алып студенттар... Тотош уҡырға
Заман талабы - программаларҙа ҡатнашыуЗаман талабы - программаларҙа ҡатнашыу
4 сентябрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев урындағы журналистар менән осрашып, хәҙер инде йолаға әйләнгән матбуғат конференцияһын... Тотош уҡырға
Йыл әйләнәһенәЙыл әйләнәһенә
Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында Учалы ҡала ултырағы ла ҡатнаша. Филармонияла ҡала халҡының дөйөм йыйылышы үтте. Сарала ҡала... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.