» » Чемпиондар сәхнә түрендә

Чемпиондар сәхнә түрендә01.03.2016

Чемпиондар сәхнә түрендәҠала филармонияһының тамаша залы Олег Газманов башҡарыуындағы дәртле «Рәсәй!» йыры аҫтында ҡулдарына флагтар тотҡан йәш спортсылар менән тулды. Районыбыҙҙа тәүге тапҡыр уҙғарылған «Чемпиондар балы» ошолай асылды. Эйе, Учалы данлыҡлы бейеүселәре, йырсылары менән генә түгел, ә йыл һайын республика, бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеүсе һәм призер булыусы көслө спортсылары менән дә билдәле. Хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырырлыҡ тренерҙарыбыҙ, юғары уңыштарға ирешеүсе, көслө спортсыларыбыҙ төбәгебеҙҙә бихисап.
Ҡала-районыбыҙҙа спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Каратэ, дзюдо, бокс, баскетбол, волейбол, көрәш, байдарка һәм каноэла ишкәк ишеү секциялары уңышлы эшләп килә. Бер-нисә йыл элек кенә барлыҡҡа килгән «Родео» тау саңғыһы комплексы халыҡ араһында популярлыҡ яулап өлгөрҙө. «Таусы» боҙ аренаһы ла буш тормай. Йылдан-йыл бассейнға йөрөүселәр һаны арта. 2014 йылда Мәҙәниәт һәм ял паркында универсаль спорт-уйын майҙансығы асылды, унда төрлө саралар уҙа. Дөйөм тырышлыҡ менән үткән йылда яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы булдырылды. Ҡышын унда саңғысылар елдерһә, йәйен ролик һәм велосипедта йөрөргә яратыусылар саф һауа һулаясаҡ.

- 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса Учалы спортсылары тиҫтәләгән ярыштарҙа көс һынап, төрлө кимәлдәге наградаларға лайыҡ булдылар. Улар араһынан иң ҡиммәтлеһе тип муниципаль райондар араһында БР-ҙың 23-сө ауыл спорт уйындарында яуланған I урынды билдәләр инем. Һуңғы тапҡыр был ярыштарҙа 10 йыл элек чемпион булған инек, киләсәктә бындай еңеүҙәр йышыраҡ ҡабатланыр, тип ышанам. Әлбиттә, спортсының һәр уңышы - ул тренерҙың эш һөҙөмтәһе. Шулай ҙа остаздың төп еңеүе тип балаларҙы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтеүҙе, уларҙа рух ныҡлығын тәрбиәләүҙе, насар ҡылыҡтарҙан ҡурсалап тороуҙы атар инем. Талымһыҙ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев һәм һүҙҙәрен ҡеүәтләп, данлыҡлы тренерҙарға район хакимиәтенең Хөрмәт грамоталарын тапшырҙы. Улар исемлегенә ғүмеренең күп өлөшөн йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған, БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, РФ-тың халыҡ мәғарифы отличнигы, саңғы ярыштары буйынса бихисап Рәсәйҙең спорт мастерҙарын әҙерләүсе Рәүил Йәзәриев, халыҡ-ара класында спорт мастерҙарын әҙерләүсе БР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Рә-мил Әхмәтйәнов, РФ дөйөм белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре Артур Хәсәнов, БР-ҙың иң яҡшы тренеры Ринат Сабанбаев, 2015 йылда кикбоксинг буйынса спорт мастерына кандидат әҙерләүсе Денис Ямалетдинов инде. Ошондай уҡ грамоталар менән волейбол һәм баскетбол буйынса ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, мини-футбол, милли көрәш, туризм, хоккей, саңғы ярышы, өҫтәл теннисы, шахмат буйынса Учалы районы командалары наградланды.
Районда спортты үҫтереүҙә, ярыштарға барып ҡайтыуҙа финанс ярҙам күрһәтеүсе тау-байыҡтырыу комби-наты, «Урал таштары», «Энергоремонт» йәмғиәттәре, тегеү фабрикаһы етәксе-леге маҡтап телгә алынды. Учреждение, ойошмаларҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә сәләмәт тормош яҡлы. Йылдағыса ойошторолған предпри-ятие, ойошмалар ара-һындағы спартакиада ҡатнашыусылары ошоно раҫлай. Уҙған йылда үҙ төркөмдәрендә мәғариф бүлеге, 24-се янғын һүндереү часы, Уральск ауыл Советы командалары алдынғылыҡты бирмә-гәндәр.
2015 йылда районыбыҙ 2 спорт мастеры һәм 6 спорт мастерына кандидат әҙерләгән. Көрәш буйынса Дим Хәйруллин (тренеры Р.Әхмәтйәнов), саңғы ярышы буйынса Анна Ложкина (Р. Йәзәриев), кандидаттар - байдарка һәм каноэла ишкәк ишеү буйынса Линар Мөхөтдинов, Эмилия һәм Анжела Хәсәновалар (А. Хәсәнов), каратэ буйынса Эльдар Хафизов, Илшат Мәх-мүтдинов (Р. Сабанбаев), кикбоксинг буйынса Артур Мужипов (Д. Ямалетдинов) ҡала ултырағының Хөрмәт грамоталары менән тәбрикләнде.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Донъя чемпионы!Донъя чемпионы!
«Учалы егете Дим Хәйруллин - көрәш буйынса донъя чемпионы!» - тигән хәбәр тиҙ таралды. Киң яурынлы, етди ҡарашлы чемпионды фотоһүрәтенән ҡарап,... Тотош уҡырға
Уйын ҡыҙыу барҙыУйын ҡыҙыу барҙы
Предприятие, ойошма һәм ауыл ултыраҡтары араһында XIII Спартакиада иҫәбенә мини-футбол буйынса ярыштар үтте. Унда бөтәһе 15 команда ҡатнашты. Ауыл... Тотош уҡырға
Чемпион менән зарядкаЧемпион менән зарядка
Бөтә Рәсәй буйынса уҙған «Чемпион менән зарядка» акцияһына учалылар ҙа әүҙем ҡушылды. Иң тәүҙә, «Таусы» стадионының гимнастика залында 41 кеше... Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙҙар ярыштыҠатын-ҡыҙҙар ярышты
Үткән аҙнала Балалар ижады йортонда Учалы районының предприятие, ойошма һәм ауыл ултыраҡтары араһында XIII спартакиада иҫәбенә ҡатын-ҡыҙҙар фестивале... Тотош уҡырға
Көслөләр билдәләндеКөслөләр билдәләнде
«Монолит» спорт клубында район-ҡала үҫмерҙәре араһында 4-се йыл рәттән уҙғарылған бокс буйынса турнир үтте. Унда «Монолит», «Таусы» һәм Учалы... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.