» » Һөнәренә тоғролар

Һөнәренә тоғролар16.03.2016

Һөнәренә тоғроларТорлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн йылдың һәр миҙгеле тынғыһыҙ. Күп фатирлы йорттарҙы, социаль учреждениеларҙы өҙөклөкһөҙ йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, һауа торошона ҡарамайынса урамдарыбыҙҙы таҙалыҡта тотоу өсөн ал-ял белмәй тырышырға тура килә үҙҙәренә. Зәңгәр экрандан ҡышҡы селләлә илдең төрлө мөйөштәрендә ҡала-ултыраҡтарҙа халыҡ йәшәгән йорттарҙың йылыһыҙ, һыуһыҙ ҡалыуҙарын йыш күрһәтәләр. Хәйер, был йәһәттән зарланырға урын юҡ. Йылдың-йылы ҡышты имен үткәрәбеҙ. Барлыҡ торлаҡ-эксплуатация идаралыҡтары ла эштәренә яуаплы ҡарай, һөнәри байрамдарын яҡшы ҡаҙаныштар менән ҡаршылай.
1-се торлаҡ эксплуатация идаралығына башлыса ҡаланың 8-се, 9-сы микрорайондарындағы йорттар беркетелгән. Күп фатирлы йорттарҙы 11 слесарь-сантехник хеҙмәтләндерә. Һәр ҡайһыһына тәғәйен участка бирелгән.
- Нәдип Илһамов, Азат Йосопов, Сөләймән Мөхәмәҙиев, газ менән иретеп йәбештереүсе Самат Низамитдиновты айырым билдәләп китер-гә кәрәк, тырышып, намыҫлы эшләйҙәр, - ти идаралыҡ директоры Зөлфиә Ғәлиәкбәрова.
Нәдип Илһамов Ишмәкәй ауылынан, 1972 йылдан бирле ҡалала төпләнгән. Тәүҙә 146-сы төҙөлөш тресында слесарь-сантехник булып, һуңынан 10 йыл Себергә вахта менән йөрөп эшләй. Ике йыл элек 1-се торлаҡ-эксплуатация идаралығына слесарь булып урынлаша. Ғүмер буйы һөнәренә тоғро ҡалған Нәдип Хәкимйән улы эштең рәтен белә. Бер ҡасан да ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Көтөлмәгән урында авария, һыу торбалары тишелеүе, батарейҙа һыу баҫымы етәрлек булмауы, подвалдарҙа вентиль крандары боролоп етмәүе һымаҡ эштәр табылып ҡына тора, етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә тырыша.
- Халыҡтың да төрлөһө бар, һәр береһе менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Психологҡа әйләнеп бөттөк инде. Иң борсолдорғаны - канализациялағы тығындар, айырыуса көҙ етһә, мәшәҡәт арта. Йәшелсә-емеш ҡабыҡтарын ташлап ыҙалаталар. Хатта, бер мәл сейәне ботағы менән сығарҙыҡ. Ололар иҙән йыуғанда сепрәктәрен алырға онотоп канализацияға түгә, йәштәр балалар подгузнигын ырғыта, - тип зарланып та алды Нәдип ағай. - Берәй ваҡыт, был йәһәттән, тәртипкә ултырырмы икән халыҡ?
Азат Йосопов 2014 йылда торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиелары араһында үткәрелгән «Иң яҡшы һөнәр оҫтаһы» республика конкурсында 1-се урын алғайны. Азат Нурмөхәмәт улының слесарлыҡ тәжрибәһе ҙур - 20 йылдан ашыу. Тәүҙә Межозерный ҡасабаһында слесарь-сантехник булып эшләй, һуңынан Учалы ҡалаһына күсә.
- Торлаҡ-эксплуа-тация участкаһына ваҡытлыса ғына урын-лашҡайным. Ком-бинатҡа барырмын, тип уйлағайным, йөрөп-йөрөп ялҡтым да, ошонда ғына ҡалдым да ҡуйҙым. Эшем оҡшай, һөнәрем менән ғорурланам. Махсус кейем, эш ҡоралдары менән тәьмин итәләр, эш хаҡы менән дә ҡәнәғәтбеҙ, - ти ир-уҙаман. Ҡышҡы миҙгел тамамлана, слесарҙарға мәшәҡәт арта. Йәйгеһен ремонт эштәре менән буласаҡтар, киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерләнергә кәрәк. Подвалдарҙа йылытыу системаларын көйләп, торбаларҙың ныҡлығын тикшерәсәктәр.
Көн дауамында тиҫтәләгән йортҡа заявка буйынса барыу, эш графигынан тыш, ял, байрам көндәрендә өҫтәмә сығырға тура килһә лә, зарланмайҙар улар. Бындай кешеләр барҙа йыл дауамында йорттарҙа тәртип буласағына шик юҡ.





 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
.. санаңды йәй әҙерлә.. санаңды йәй әҙерлә
Йәй миҙгеленең яртыһы үтеп тә бара, тимәк һыуыҡ көндәргә лә күп ҡалманы. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле. Һауа температураһы ноль... Тотош уҡырға
«Капремонт»  хаҡында алты һорау«Капремонт» хаҡында алты һорау
Ҡалаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа хосусилаштырылған күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән хәҙер, мәғлүм булыуынса, закон нигеҙендә 2014 йылдың... Тотош уҡырға
Хосусилаштырыу тамамланаХосусилаштырыу тамамлана
Дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондының торлаҡ биналарын түләүһеҙ хосусилаштырыу программаһы 2015 йылдың 1 мартында тамамлана. Башҡортостан һәм уның... Тотош уҡырға
Уяу булайыҡУяу булайыҡ
Тормошобоҙҙа бар уңайлыҡтар булдырылған. Йорттарҙа йылы, крандан таҙа эҫе һәм һалҡын һыу ағып тора. Кәрәк икән, тәнде иҙрәтерлек йылы һыу тултырылған... Тотош уҡырға
Оҫталарҙан оҫтараҡОҫталарҙан оҫтараҡ
21 август Учалы ҡалаҺында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең «Һөнәрендә иң яҡшы» зона конкурсы үтте. Әбйәлил, Белорет райондары, Сибай Һәм... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.