» » Гөлдәр ханбикәһе

Гөлдәр ханбикәһе18.03.2016

Гөлдәр ханбикәһеИнтернетһыҙ хәҙер көндәлек тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Барлыҡ мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙән алабыҙ, Кем, нимә, ҡайҙа, ҡасан - секунд эсендә эҙләп табырға була. Төрлө ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышаһың. Мин дә күптән түгел, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Юлиә исемле ҡыҙҙың шәхси төркөмөнә тап булдым. Ул бүлмә гөлдәр үҫтерергә ярата икән. Фотоһүрәттәрен ҡараһаң, үҙеңде сәскәләр донъяһына килеп ингәндәй хис итәһең. Гөлдәр ханбикәһе менән яҡындан танышырға насип булды.
Юлиә Ғәйнуллина Сәфәр ауылынан, бәләкәйҙән гөлдәр үҫтерергә ярата. Әсәй-ҙән күргән - тун бескән, тиҙәр. Әсәһе Резеда Анур ҡыҙы ла бүлмә гөлдәре менән йорт эсен сәскәгә күмгән. Унан күрмәксе Юлиә лә был шөғөлгә ихлас тотона. Фатирына кергәс, тәүҙә юғалып ҡалдыҡ. Өҫтәле, тәҙрә төптәре гөлгә тулған. Глоксинияның ғына 15 төрө бар, унан тыш бегония, каланхоэ, драцена, кратон, эпефилиум һәм башҡаһы. Уларҙың исемдәрен атарға тел әйләнмәй башланы хатта, иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел.
- Өс йыл элек икенсе улым тыуып, декрет ялына сыҡҡас, гөл үҫтерергә ныҡлап тотондом. Үҫентеләрен тәүҙә әсәйемдән, ҡәйнәм Фәйрүзә Фә-рит ҡыҙынан алып ултырттым. Баҙарҙағы әбейҙәрҙән һатып алдым, почта аша орлоҡтарын яҙҙыра торғайным. Бик күбәйеп киткәс, интернетта үҙемдең сайтымды асып, кешеләргә арзан хаҡҡа тәҡдим иттем. Һатып алырға теләүселәр күбәйҙе. Арабыҙҙа сәскә үҫтерергә яратыусылар бихисап булып сыҡты. Икенсенән, эшһеҙ ултырғанда әҙ-мәҙ аҡсаһы ла килә башланы. Хәҙер эшкә сыҡҡас, ваҡыт тығыҙыраҡ. Шулай ҙа өлгөрөргә тырышам. Теләк булһа, барыһына ла етешергә мөмкин. Ғаиләбеҙ менән бергә ҡайнашабыҙ. Айгин улыбыҙға - 5, Ильназға 3 йәш. Ихлас ярҙамлашалар, һыу һибешәләр. Тормош иптәшем Альфред та бушамағанымда гөл-дәремде тәрбиәләшә, биҙрәләп тупраҡ ташый. Әйткәндәй, тупраҡты фәҡәт ауылыбыҙҙағы картуф баҡсаһынан килтерәм. Тәүҙә магазиндан һатып алып ҡараным, сысҡан тибенлеген дә килтерҙек - үҫмәнеләр. Гөл үҫ-тереүҙең мәшәҡәте күп инде, көнөнә 50 литрлап һыу китә, ҡала ерендә һыуҙың да хаҡы бар бит. Уларҙы ҡалдырып, йыраҡҡа китеп тә булмай. Шулай ҙа хеҙмәтеңдең емешен татыу - үҙе бер ҡыуаныс. Фатирыбыҙ шау сәскәлә, - ти Юлиә.
Һәр береһенең холҡон, кәйефен, тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашыуын белмәйенсә матур итеп гөл үҫтереп булмай. Бүлмә гөлдәре араһында һыуҙы, ҡояшты яратҡаны-яратмағаны бар. Һыу яратмаған үҫемлектәр була икән. Артыҡ дымдан да улар ауырый. Ҡайһы бер бүлмә гөлө урынын алмаштырғанды яратмай. Юлиә гөл үҫтереүҙең барлыҡ нескәлектәрен дә белә. Уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Гөлдәрҙең ниндәй мәғәнәгә эйә булыуы хаҡында ла мәғлүмәт туплаған. Аҡса ағасы - красулланы барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Күптәрҙең өйөндә барҙыр, моғайын. Тағы ла, доллар ағасы ла (замиокулькас) була икән. Япраҡтары ҙур, долларға оҡшап тора. Матди байлыҡты, именлекте символлай. Аихризонды мөхәббәт гөлө тип йөрөтәләр. Ә бына кейәүгә сығырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға спатифиллум үҫтерергә кәңәш итте Юлиә. Ләкин уның менән бергә өйөңдә «Ирҙәр бәхете» гөлө - антуриум да үҫергә тейеш. Шунда ғына гөлдәр теләгеңде тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Юлиә үҙе киләсәктә себен ашай торғанын үҫтерергә хыяллана. Һауытына себен-серәкәй ҡунһа, ябыла ла, шуны үҙенә һурып ала икән.
Был гөлдө үҫтерһә, бик популярлыҡ яулаясаҡ, фәҡәт үҙем бер-нисәүһен һатып алыр инем. Ауылға ҡайтһаҡ, себен-серәкәйҙән йонсойбоҙ, юғиһә.
- Орлоҡтарын яҙҙырып алырға йыйынам. Өлкән улым да өләсәһенә, һеҙгә себен ашай торған гөл кәрәк, йәйгеһен себендәрегеҙҙән тынғы юҡ, ти. Шулай булғас, үтенесен кире ҡаҡмайбыҙ инде, - ти ул.
Ғәйнуллиндарҙың фатирынан күтәренке кәйеф менән сыҡтыҡ. Сағыу гөлдәр тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереп, һулы-шыбыҙҙы киңәйтеп ебәргәндәй тойолдо.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Эх, һуғаны ла һуғаны!Эх, һуғаны ла һуғаны!
Ил етәкселегенең көрсөк, санкция тип дөбөр ҡағыуҙарын тәүҙә хәүефләнеп ҡабул иткәйнек, хәҙер уларға ла өйрәнеп бөтөп барабыҙ шикелле. Әлбиттә, илдәр... Тотош уҡырға
Замананан артта ҡалмайыҡ!Замананан артта ҡалмайыҡ!
Америка үрнәк бирҙе Аудиокитап - ниндәйҙер ҡоролмаға уҡып яҙҙырылған әҙәби йә башҡа әҫәр. Радиоспектаклдәрҙеœ бер төрө тиергә мөмкин. Тәүләп АҠШ... Тотош уҡырға
Йәрминкә гөрләйЙәрминкә гөрләй
Ҡаланың филармония артындағы майҙанында йәрминкәләр дауам итә. Һәр шәмбе, йәкшәмбе ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр, эшҡыуарҙар халыҡҡа... Тотош уҡырға
Абруйлы һөнәр эйәһеАбруйлы һөнәр эйәһе
Уҡытыусы һөнәре борон-борондан изгеләрҙән һаналған. Бөгөн мәктәптәребеҙҙә тырыш, талапсан, үҙ эшенә етди ҡараған уҡытыусыларыбыҙ етерлек.... Тотош уҡырға
Баҙарға сыҡтым әлеБаҙарға сыҡтым әле
Ҡалалағы үҙәк баҙарҙың яңы урынға күсеүе һатыусыларҙың эшенә ҡамасауламаны, буғай. Шау-гөр килгән тауыштар әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Һәр сауҙа... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.