» » Алтын ҡуллы оҫта

Алтын ҡуллы оҫта22.03.2016

Алтын ҡуллы оҫтаӨләсәйем йортонда мөйөштә ултырған, өҫтөнә бер-нисә ҡат япма түшәлгән тимер һандыҡ менән бәйле яҡты хәтирәләр иҫтә ҡалған. Әллә өлкәндәрҙең уның эсен аҡтарыуҙан даими тыйып тороуҙары һөҙөмтәһендә, әллә ысынлап та был ҡумта ниндәйҙер сихри көскә эйә булды - һәр ваҡыт үҙенә ылыҡтыра торғайны. Эйе, борон һәр йортта тиерлек һандыҡ ултырған. Башлыса, ҡыҙ кейәүгә сыҡҡанда артынан бирнә тултырылған һандыҡтың эйәреп килеүе мотлаҡ булған. Һуңғы йылдарҙа йоланы күҙәтеүселәр ҙә, һандыҡ эшләүселәр ҙә һирәк осрай. Айнур Ғиззәтуллин был шөғөл менән мауығыусы оҫталарҙың береһе.
Мәҡәлә геройыбыҙ Учалы ауылы кешеһе. Тау сәнәғәте колледжында белем алып, тау мастеры һөнәрен үҙләштерә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас «Чебачье» руднигында («Александринск тау-мәғдән компанияһы») ПДМ (ташыу-тейәү машинаһы) водителе булып эш башлай һәм әлеге көнгә тиклем шунда хеҙмәт итә.

Атанан күргән - уҡ юнған, тиҙәр бит. Хәҙис Мөхәмәтдин улы ике улын да үҙе белгәндәренә өйрәтеп тәрбиәләй. Тырышлығының бушҡа китмәүе менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала ул. Сөнки биш йыл элек кенә ғаилә ҡороп үҙ хужалығын булдырған Айнур ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәшкән. Ҡура эсендә төҙөлөп бөтөргә күп тә ҡалмаған ҙур йорт ултыра, әлеге көндә ғаилә көн иткән ике ҡатлы йәйге йорт, мунса, башҡа ҡаралты бар. Быларҙы ғаилә башлығы үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Беҙ барғанда Айнур дилән-кәгә сығырға тора ине. «Йорт-ҡураны төҙөп бөтөү өсөн материал кәрәк. Ағасты үҙем әҙерләп алам», - ти ул.
Кейәү ҡайны тупһаһынан яралыр, тигәндәре лә дөрөҫтөр. Йәш кейәүҙең ҡайныһы Абрар Бапанин балта оҫтаһы булараҡ таныл-ған. Ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә булғас та икеһенә ике һандыҡ яһай. Ҡыҙҙарының әхирәттәре был эштәрҙе күреп Абрар Мөғәлим улына заказ бирәләр. Артабан иһә һандыҡтарҙы һораусылар табыла. Балта оҫтаһы кейәүен дә ҡумталар яһап ҡарарға өгөтләй. Сәмсел Айнур ҡайныһының ҡул эштәрен ҡарай ҙа ҡайтып үҙ аллы тотона. Ағас эше менән булғанда кәрәк булыр тип ҡалдыра барған төҙ, йоҡа ҡарағай таҡталарын файҙалана ул. Тәүге ҡоймаҡ төйөнлө тиһәләр ҙә, Айнурҙың эше ярайһы уҡ яҡшы килеп сыға.
- Күңелдәге дәрт көслө ине - тәүге һандыҡты бер көндә эшләнем. Ҡайным уны юғары баһаланы. Һатып алыусыға ла оҡшаны, шундуҡ алып киттеләр. Аҙаҡтан һәр ҡумтала нәмәлер үҙгәртә, яҡшырта барҙым. Йышҡандан һуң полировкалау оҙаҡ ваҡытты ала. Шулай уҡ, заказсы теләгенән сығып яҫы йә күтәренке формалағы ҡапҡасы булған, орнаменттар менән биҙәлгән, эсе материал менән көпләнгән, төрлө төҫтәге ҡумталар яһайым. Ҡайһы берҙәр, ағастың структураһы, ботаҡ урындары күренеп торһон, тиҙәр. Әлбиттә, эш уңышлы килеп сыҡһын өсөн яҡшы инструменттар кәрәк. Ә минең циркуляр бысҡынан башҡа ҡорамалым юҡ. Елем менән эшләһәң тағы ла матурыраҡ килеп сыға, тик улай ваҡыт күберәк талап ителә. Етдиләп тотонһаң, бар шарттарҙы ла күҙәтеү мотлаҡ бит. Шулай ҙа ваҡыт булғанда был шөғөлдө дауам итәсәкмен, - ти егет.
Ҙур һандыҡтар һорап Айнурға, башлыса, оло йәштәге ханымдар мөрәжәғәт итә. Әхирәткә китергә әҙерләнгән апайҙар бының өсөн кәрәк-яраҡты ошо ҡумтала һаҡламаҡсылар. Ә бына туй өсөн тип алыусылар юҡ тиерлек.
- Бер егет өләсәһенә бүләккә һораны. Йәш-тәрҙең оло быуын күңелен уйлай белеүенә ныҡ һөйөндөм, - ти оҫта. Айнур ҡул эштәре өсөн хаҡтарҙы юғары ҡуймай. Бәләкәйҙәрен - 3500, ҙурҙарын 4 мең һумға һата.
-Эшемдең төп маҡсаты килем түгел, - ти егет. - Ваҡыт булғанда, хобби кеүек кенә.
Айнур милли йола-ларҙы дауам итеүгә лә үҙ өлөшөн индерә бит. Әңгәмәсем тормош иптәше Зилә менән бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Киләсәктә балта оҫтаһы үҙ ҡыҙҙарын да кейәүгә һандыҡһыҙ бирмәҫ, моғайын.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Эшләһәң, эш ҡарышмайЭшләһәң, эш ҡарышмай
Шәхси эшҡыуарҙар хаҡында йыш яҙабыҙ. Бының бер насарлығы ла юҡ, тип иҫәпләйем. Эшҡыуарлыҡ - ауыл ерендә берҙән-бер килем сығанағы, тиһәк тә хата... Тотош уҡырға
Алтын ҡуллы оҫтаАлтын ҡуллы оҫта
Май сүлмәге тышынан билдәле, ти халыҡ мәҡәле. Сәфәр ауылында йәшәүсе Рушан Фәйзуллиндың йорто бер ҡарауҙа уҡ оҫта ҡуллы хужа йәшәүен аңғартып тора.... Тотош уҡырға
Ғаилә бәҫен күтәрепҒаилә бәҫен күтәреп
«Йәш ғаилә» конкурсы йылдан-йыл ғаилә традицияларын нығытыусы, районыбыҙҙың әүҙем йәштәрен билдәләүсе, дәртләндереүсе сараға әүерелә бара. Быйыл да... Тотош уҡырға
Һөнәрленең ҡулы алтынҺөнәрленең ҡулы алтын
Халҡыбыҙҙа ҡыҙ баланы кейәү йортона бирнә тултырылған һандыҡ менән оҙатыу йолаһы бар. Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәр яйлап онотолоуы менән бергә буласаҡ... Тотош уҡырға
Ырғаҡ оҫтабикәһеЫрғаҡ оҫтабикәһе
Ҡатын-ҡыҙ һәр хәрәкәте, ҡыланышы, үҙен тотошо, тышҡы һәм эске торошо менән тирә-яҡҡа гүзәллек өләшеү өсөн яратылған. Тәбиғәттән һалынған был... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.