» » Тынғы белмәҫ Айгөл

Тынғы белмәҫ Айгөл29.03.2016

Тынғы белмәҫ Айгөл2007 йылдан Рәсәйҙә 25 март мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы булараҡ билдәләнә. Был өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәте күҙгә күренмәй, әммә икмәктән ҡала рухи ризыҡһыҙ ҙа әҙәм заты тора алмай бит. Комсомольск мәҙәниәт йорто директоры Айгөл Сәғитова кешеләргә моң, дәрт өләшеүселәрҙең береһе.
Иҫке Байрамғол ауылы ҡыҙы бала саҡтан гармун тауышын ишетеп, уға ғашиҡ булып үҫә. Атаһы, ағалары гармунда уйнағас, Айгөл Мәхмүт ҡыҙы ла үҙ аллы был музыка ҡоралын өйрәнә башлай.

- Әсәйем тегенеүгә оҫта булды. Ул ҡушҡан эштәрҙе тиҙ генә башҡарам да гармунымды күтәреп ҡаршыһына ултыра һалам. Үҙемсә «бысҡылдатыуым» тең-кәһенә тейеп бөткәндер инде: «Бар мунсала уйна», - тип сығарып ебәрә торғайны. Имеш, мунсала өйрәнгән кеше тиҙ оҫтара. Хатта ҡышын да көтөп кенә йөрөйөм - икенсе көнөнә йылы мунсала шөғөлөмдө дауам итәм, - тип хәтерләй әңгәмәсем.
Сәнғәт «ене» ҡағылһа ла, Айгөл уҡытыусы бу-лырға хыяллана. Башҡорт әҙәбиәтен яратҡан ҡыҙ Мәсәғүт педучилищеһы-на уҡырға инергә ниәт-ләй. Әммә бергә барған әхирәте инә алмағас, ул да документтарын алып кире ҡайтып китә. 10-сы кластан һуң Мулдаҡай мәктәбен тамамлаусы бер төркөм уҡыусылар Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына юллана.
-Иҫке Байрамғол ауылының клуб мөдире Рита Ҡорамшина ижади һәләттәремде үҫтерҙе, күңелемә ҡанаттар ҡуйҙы. Шулай уҡ мәктәптә театр түңәрәген алып барыусы Рима Байрамғолованың да йоғонтоһо ҙур булды, - ти Айгөл Сәғитова.
Дәртле ауыл балаларын уҡырға алалар, әммә һирәктәренә генә техникумды тамамларға насип була. Күптәре кире ҡайта.
Оркестр бүлеген та-мамлаған белгес маҡ-сатлы йүнәлтмә ме-нән тыуған совхозына эшкә ҡайта. Тәүҙә үҙ ауылында эшләй, һуңынан уны Ҡорама мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп эшкә саҡыралар. Ошо вазифала Айгөл Сәғитова 15 йыл хеҙмәт итә. Әле ул Комсомольск мәҙәниәт йорто директоры.
Ауыл клубы гөрләп эшләй. 2014 йылдың һөҙөмтәләре буйынса ул «Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто» исеменә һәм грант алыуға өлгәште (аҡсаға ситектәр тектерелгән). Мәҙәниәт йортонда ике коллектив «халыҡ» исемен йөрөтә. Уларҙың береһе - «Уйташ» халыҡ театры, икенсеһе - «Ирәндек» халыҡ фольклор-инструменталь ансам-бле. Мәҙәниәт усағы тормошонда күрше ауылдар, Комсомольск халҡы, мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнаша. Бейеү түңәрәктәрен Светлана Косякова менән Рәғиҙә Юнысова алып бара. Булат Пирғәлин етәкселегендә вокал, «Йыуаса» этно-төркөмө бар. Театр Ринат Сиражетдинов ҡулы аҫтында. Айгөл Мәхмүт ҡыҙы үҙе балаларҙы ҡумыҙ серҙәренә өйрәтә, «Ирәндек» фольклор төркөмө менән идаралыҡ итә. Быйыл ғына асылған фитнес түңәрәген дә урындағы халыҡ дәррәү күтәреп алған. Ҡул эштәрен яратыусы хужабикәләр аҙнаһына бер-нисә осрашып оҫталыҡтары менән уртаҡлашалар.
Айгөл Сәғитованың ҡыҙы менән улы сәнғәт юлын һайламағандар. Йондоҙ Өфө яғыулыҡ-энергетика коллед-жында белем ала, Сыңғыҙ Златоуст ҡалаһында ҡотҡарыусы һөнәрен үҙләштерә.
- Коллегаларымды мәҙәниәт хеҙмәткәр-ҙәре көнө менән ҡот-лайым һәм илһам шишмәләренең ҡоро-мауын теләйем, - ти Айгөл Мәхмүт ҡыҙы.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Ижадҡа бай халҡыбыҙИжадҡа бай халҡыбыҙ
«Еңеү Салюты» халыҡ ижады район конкурсының гала концертын Комсомольск мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән «Ирәндек» йыйылма халыҡ инструменттары... Тотош уҡырға
Уңышлы һәм емешле үттеУңышлы һәм емешле үтте
Билдәләнгән Мәҙәниәт йылы сиктәрендә районыбыҙҙа төрлө кимәлдәге меңдән ашыу сара уҙҙы. Конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, гранттар алыу, еңеүҙәр... Тотош уҡырға
Йыр  бүләк иттеләрЙыр бүләк иттеләр
Комсомольск ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда Әсәләр көнөнә арналған «Йәшлеккә ҡайтыу» тип исемләнгән күркәм байрам уҙҙы. Сараның тәүге өлөшөн... Тотош уҡырға
Фольклорсылар - сәхнәләФольклорсылар - сәхнәлә
Комсомольск мәҙәниәт йортонда Поляковка зонаһына ҡараған ауылдарҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренең фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. Һәр ауылдың... Тотош уҡырға
Дәртле башланғыстарДәртле башланғыстар
Районыбыҙҙа төрлө төркөмдәр, ғаилә, үҙешмәкәр ансамблдәре барлыҡҡа килеүе - шатлыҡлы күренеш. Илтабан ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Хафиза Вәлиуллина... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.