» » Ҡартаямы һуң йөрәк!

Ҡартаямы һуң йөрәк!29.03.2016

Ҡартаямы һуң йөрәк!Бала саҡта барыбыҙ ҙа теремек, йәштәр араһында ла спорт менән шөғөлләнеүселәр бихисап. Ә бына аҡһаҡал йәшенә еткәндә актив тормош алып барыу өсөн тән генә түгел, ҡаҡшамаҫ рух көсө лә кәрәктер.
Үткән йома вете-рандарыбыҙ 8 фев-ралдән 21 мартҡа тиклем дауам иткән традицион спорт турнирына йомғаҡ яһаны. Район ветерандар советы рәйесе Марат Биктимеров танта-налы рәүештә миҙал-дар, грамоталар, бер аҙ аҡсалата пре-миялар тапшырҙы. Ҡатнашыусыларҙың байтаҡ булыуына, чем-пиондарҙың яңырып тороуына ҡәнәғәтлек белдерҙе.

Бына улар, чемпиондар: бильярд буйынса беренсе урында Шафиҡ Ғизетдинов (икенсе һәм өсөнсө урындарҙа Фаяз Фәсхүтдинов менән Жәүҙәт Йомабаев), шахмат буйынса Салауат Вәлиевҡа тиңдәр табыл-май («көмөш» миҙал Маҙһар Сиражет-диновта, «бронза» - Жәүҙәт Йомабаевта), ә иң оҫта шашка уйнаусы - Марат Хөсәйенов (икенсе баҫҡыста Ринат Сәләхов, өсөнсөлә - Абрар Ямалов). Тантанаға йыйылған ил ағалары, бындай ярыштар үткәреп, «..тормошобоҙға йәм өҫтәгән өсөн» ихлас күңелдән рәхмәт әйтте. Марат Фәтҡулла улы яҡшы йола артабан да дауам итәсәк, тип ышандырҙы.
Әйткәндәй, тур-нирҙы юғары кимәлдә ойошторған өсөн «Ветеран»клубы мөд-ире Рәүил Рәхимов, баш судья Рәүил Камалетдинов һәм судья ярҙамсыһы Фаяз Фәсхүтдиновтар ҙа ветерандар советы тарафынан дәртлән-дерелде.
-Ҡышҡы миҙгелдә клубҡа көнөнә 45-50 кеше килә. Төрлө саралар байтаҡ үткәрелә. Шулай ҙа, әҙәм балаһы өсөн иң мөһиме - аралашыу, тиңдәштәр менән әңгәмәләшеү форсаты, - ти Рәүил Мәхмүтдин улы. - 60 йәштән 90 йәшкә тиклем ололар йөрөй. Мәҫәлән, һуғыш ветераны Әхмәт ағай Вәлиев 89 йәштә, бильярд һуғыуҙың ҡыҙығын күрмәһә лә, ихлас лото уйнай! Иманым камил - ваҡытынан алда ҡартаймаҫ өсөн төп сара - хәрәкәт, «башты эшләтеү» һәм тормоштоң тәмен тойоп, шөкөр итеп йәшәү.
Ветерандарҙың бильярд уйнағандарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап торҙоҡ. Бындай мәргәнлек һәм таһыллыҡ менән шар тәгәрәтергә байтаҡ йәштәрҙең хәленән килмәҫ, буғай. Ә бильярд йыһаздары ябай түгел - БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың шәхси вәғәҙәһе менән ҡайтартылғандар. Бик тә файҙаға булды был бүләк!
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Көнүҙәк һорауҙар ҡаралдыКөнүҙәк һорауҙар ҡаралды
Учалы ауыл ултырағы хакимиәте эргәһендәге һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы ултырышы үтте. Оло кеше оло кеше инде - алдағы ултырыштан һуң өс совет... Тотош уҡырға
Байрам күңелле үттеБайрам күңелле үтте
Быйыл Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителеүгә 24 йыл тулды. Халҡыбыҙҙың төп байрамы - Республика көнөн... Тотош уҡырға
Ғорурландыҡ, һоҡландыҡ!Ғорурландыҡ, һоҡландыҡ!
Паралимпия уйындары тамам. Был юлы Рәсәй спортсылары һоҡланғыс уңыштар күрһәтте - бөтәһе 30 алтын, 28 көмөш, 22 бронза миҙал яулап, лайыҡлы рәүештә... Тотош уҡырға
Олимпиада көндәлегеОлимпиада көндәлеге
Олимпиаданың һуңғы өс көнө Рәсәй өсөн бик уңышлы булды. Йома, йәки ун дүртенсе ярыш көнөндә, биатлон буйынса эстафетала Яна Романова, Ольга Зайцева,... Тотош уҡырға
Ултырыш үттеУлтырыш үтте
Ошо көндәрҙә Абҙаҡ ауылы ветерандар Советы ултырышы үтте.... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.